
Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итергә йыйынған йәштәр ни өсөн йышыраҡ пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен һайлай? Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән әңгәмәлә Андрей Николаев (фамилияһы үҙгәртелгән) бының сәбәбен ҡыҙыҡһыныу менән аңлата.
"Дөрөҫөн әйткәндә, дрондар менән нисек эшләргә кәрәклеге тураһында бер ни ҙә белмәйем. Шулай ҙа был һөнәрҙе уңышлы үҙләштерә алырмын, тип уйлайым. Сөнки мин яңыны яратам, яңылыҡҡа ынтылам. Әлбиттә, дөйөм алғанда, пилотһыҙ аппараттарҙың нимә икәнен беләм. Уның беҙҙең армияға бөгөн нисек кәрәк икәнен дә аңлайым. Дуҫтарым менән йыш ҡына интернетта компьютер уйындары уйнайбыҙ, шуға күрә, минеңсә, ғәскәр төрөн дөрөҫ һайлағанмындыр, тим. Оборона министрлығы менән бер йылға контракт төҙөргә йыйынам. Унда, әлбиттә, компьютер уйыны түгел. Әммә офицерҙар әйтеүенсә, БПЛА операторҙары ут һыҙығынан хәүефһеҙ аралыҡта хеҙмәт итә. Нисек кенә булмаһын, мин - бәлиғ кеше, һайлауҙы аңлы рәүештә эшләнем", - ти Андрей Николаев.
Андрейҙың МХО зонаһында хеҙмәт иткән иптәштәре һәм таныштары күп. "Улар отпускҡа ҡайтҡанда, ундағы хәл һәм хеҙмәт шарттары тураһында һөйләй. Беҙгә алғы һыҙыҡта бойоғоп ултырырға форсат юҡ, тиҙәр", - тип ҡарары уйланылған һәм етди икәнен билдәләй егет.
Айҙар Фәттәхов (фамилияһы үҙгәртелгән) бала саҡтан хәрби һөнәр тураһында уйлай. Әле ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иткән һәм БПЛА операторҙары сафына яҙылған. "Минең өсөн өлгө - олатайым. Ул 20 йылға яҡын Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында офицер булып хеҙмәт итә. Унан мин күп нәмәгә өйрәндем: көслө һәм сыҙамлы булырға, һаулыҡты контролдә тоторға, бер ҡасан да бирешмәҫкә һәм ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаҫҡа. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә контракт буйынса йыйыу тураһында белгәс, был минең өсөн икәнен аңланым. Һалдат тормошо еңел түгеллеген һәм хәүеф менән бәйле икәнен беләм, бигерәк тә МХО зонаһында. Әммә мин үҙ юлымды һайланым, кире сигенергә уйламайым", - ти Айҙар.
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә граждандарҙы һайлап алыу пунктында белдереүҙәренсә, контракт төҙөгән хеҙмәткәр тулы социаль пакет ала. Улар, алғы һыҙыҡтағы башҡа яугирҙар кеүек үк, бөтә түләүҙәргә, льготаларға һәм социаль гарантияларға хоҡуҡлы. Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар ҡаралған. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар, академик отпуск алып, контракт төҙөгән хәлдә, хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайта ала. Контракта билдәләнгән аҡсаға өҫтәп, һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү бар. Дошман позицияһына, техникаһына уңышлы һөжүм итеүселәргә 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата премия яҙыла.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|