«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИЛЛИЛЕКТЕ КИЛӘСӘККӘ ИЛТӘМ
+  - 

Баш ҡаланың Ленин урамындағы "Китап" нәшриәте магазинының лекторий залында БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың "Изобилие. Муллыҡ" исемле картиналар күргәҙмәһе ойошторолғайны. Ошо сара барышында ижадсыға өс һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Ижадығыҙ сығанағын нисегерәк һүрәтләрһегеҙ?

- Илһам бирер сығанаҡтарым төрлө-төрлө, шуларҙың береһе, әлбиттә, яҡындарым менән аралашыу, уларҙың йоғонтоһо, иғтибары, һөйөүе. Атайым, мәҫәлән, һөнәре менән ябай хеҙмәткәр булһа ла, булмышы менән ижади ҡарашлы кеше. Ул мине һәр ваҡыт уйларға, тәү ҡарашҡа йәмһеҙ генә күренгән күренештә лә матурлыҡ таба белергә өйрәтте. Хәтеремдә, бер ваҡыт бала сағымда буяуҙарҙы түгеп ебәрҙем. Атайым иҙәнгә йәйелеп киткән буяу тапҡа күрһәтеп: "Ҡыҙым, ҡара әле, ул бит нимәгәләр оҡшаған", - тине. Атайым менән ошондай аралашыу мәлдәрендә мин күңел күҙе менән башҡалар күрмәгәнде күрергә өйрәндем дә инде. Һәм ғүмеремдең тап шул мәлдәре ижадыма этәргес булғандыр, тип уйлайым. Мин һәр саҡ картиналарым аша үҙ тәжрибәм менән бүлешергә һәм кешеләргә файҙалы булырға тырыштым. Ҡулланған буяуҙарҙың һәр төҫө нимә аңлатҡанын, кешеләргә нисек тәьҫир иткәнен өйрәндем. Йәшәй-йәшәй ижад минең өсөн үҙ-үҙеңде һәм тирә-яҡ донъяны таныу һәм белгәнемде башҡалар менән бүлешеү ысулы икәнен аңланым.

Ижадығыҙ тематикаһында һеҙҙең милли тамырҙарығыҙ сағылыш табамы?

- Әлбиттә, таба. Мин һәр саҡ һүрәттәремә мәҙәниәтебеҙҙең, йола һәм тарихыбыҙҙың мотлаҡ бер элементын үрелдереп ебәрергә тырышам. Был минең өсөн милли мираҫыбыҙ менән бәйләнеште өҙмәү һәм уның ҡиммәттәрен, үҙенсәлектәрен заман призмаһы аша киләсәккә еткереү ҡоралы булып тора. Мәҙәниәттәр төрлөлөгөн, уларҙың шәхескә яһаған йоғонтоһон күрһәтеү өсөн донъяға булған ҡарашың менән бүлешеү бик мөһим, тип уйлайым. Әсәйем хореография училищеһын тамамлаған, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейегән кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, имгәнеү арҡаһында артабан бейей алмаһа ла, мин унан бала саҡтан бейеүҙәр өйрәнеп, өйөбөҙҙә һәр саҡ милли кейемдәр күреп, уларға биҙәктәр сигеп үҫтем. Атайымдың әсәһе лә беҙҙең менән йәшәне. Уның өлгөһөндә мин дин нескәлектәренә, мосолман кешеһенең әҙәбенә, теге йәки был ерҙә үҙен нисек тоторға тейеш икәнлегенә өйрәндем. Намаҙ уҡыу менән һүрәт төшөрөү процесы икеһе лә медитацияға торошло, бер вибрацияларға эйә минең өсөн. Был - хатта ғалимдар тарафынан да иҫбатланған факт. Мин, әлбиттә, Алланың берлегенә ышанам, шуның өсөн дә миңә бер кемде лә дин, тел йә милләт яғынан айырмау, киреһенсә, ижад аша берләштереү мөһим.

"Изобилие. Муллыҡ" күргәҙмәһенең концепцияһы нимәнән ғибәрәт?

- Был күргәҙмәнең концепцияһы шәхсән минең өсөн тормоштоң байлығын, беҙҙе уратып алған мөмкинлектәрҙең, ресурстарҙың күплеген символлаштыра. Был күргәҙмәләге картиналарҙы төшөргәндә муллыҡ һәр саҡта ла матди байлыҡ менән генә түгел, ә күбеһенсә кешенең эске торошо, уның тормошҡа булған ҡарашы менән бәйле, тигән идеяны еткерергә тырыштым. Теләгәнемде ҡараусыларға еткергәнмендер, тип ышанам. Күргәҙмәгә килгән кешеләрҙең тойғолары, картиналарым тирәләй барған фекер алышыуҙар минең идеямдың күптәр менән ауаздаш булғанын күрһәтә. Һәм мин кешеләрҙе уйландыра, илһамландыра алыуыма бик шатмын.

"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.26 | Ҡаралған: 204

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru