«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӘШТӘР - ХӘРБИ УҠЫУҘАРҘА
+  - 

Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыуҙар үҙәгендә "Пилотһыҙ осоу аппараты операторы" белгеслеге буйынса уҡыуҙар дауам итә.

"Пилотһыҙ авиация системалары" милли проектының "Пилотһыҙ авиация системалары өсөн кадрҙар" федераль проектына (федеральный проект "Кадры для беспилотных авиационных систем" национального проекта "Беспилотные авиационные системы") ярашлы, студенттар төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә һәм дрондарҙы хеҙмәтләндерергә өйрәнә. Был хаҡта республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығынан хәбәр иттеләр. Программа комплекслы уҡыуҙы тәьмин итә: студенттар төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итергә өйрәнеп кенә ҡалмай, уларҙы шулай уҡ ялан шарттарында хеҙмәтләндерергә өйрәнә. "Программа баштан алып тулыһынса, хәрби хәрәкәттәр тәжрибәһен һәм осоу буйынса белемен иҫәпкә алып, эшләнгән. Быға тиклемге вазифам самолетта штурман булды, шуға күрә программаны төҙөгәндә барлыҡ үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алдым", - тип хәбәр итте Өфө фән һәм технологиялар университетының радиоэлектроника ҡорамалдары кафедраһы уҡытыусыһы Павел Морозов.
Уҡыу үҙәгендә FPV дрондар һәм разведкалау, күҙәтеү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары бар. Курсты тамамлағас, август аҙағында пилотһыҙ осоу аппараттары операторы таныҡлығын аласаҡтар. Ошонан һуң белгестәр Рәсәй Оборона министрлығының мобилизациялау резервына алынасаҡ. Алынған белемде граждандар өлкәһендә - ауыл хужалығында, төҙөлөштә һәм авария-һәләкәттәрҙән ҡотҡарыу хеҙмәтендә - файҙаланып буласаҡ.
Әйткәндәй, студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Уларға хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә уҡырға ҡайтыу хоҡуғы бирелә. БПЛА операторҙары өсөн башҡа яугирҙарға тәғәйен кеүек үк, түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер өҫтөнлөктәр ҙә бар. Контракт бер йылға, йәки унан күберәк ваҡытҡа төҙөлә. Күрһәтелгән мөҙҙәт тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки уны оҙайтырға мөмкин. Оборона министрының бойороғона ярашлы, хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеүгә бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәр төрөнә күсереү тыйыла.
Контрактта билдәләнгән аҡсаға өҫтәп, дошман позицияһына, техникаһына уңышлы һөжүм иткән өсөн 50 меңдән 500 мең һумға тиклем аҡсалата премия яҙыла. Әйтәйек, Leopard, Abrams, Challenger танкыларын юҡ итеү 500 мең һум премия менән баһалана.
Хеҙмәткә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге йәштәгеләр водитель, сапер, ашнаҡсы кеүек хәрби һөнәр буйынса ҡарала. Әлбиттә, физик яҡтан һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡлы булыу мотлаҡ. Контракт төҙөү өсөн үҙең йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа, йәки Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156) мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында ғариза ҡалдырырға була.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.26 | Ҡаралған: 220

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru