«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИНИСТРЛЫҠ АҢЛАТА
+  - 

Пилотһыҙ системалар бөгөн ҡораллы конфликттарҙа мөһим роль уйнай. МХО биләмәһендә, мәҫәлән, дрондар ярҙамында ҡуйылған хәрби бурыстарҙың 80 проценты үтәлә. Ошоға бәйле бөгөн яңы төр ғәскәрҙәр сафын тулыландырыу эше һәр төбәктә киң йәйелдерелгән.

Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары һәм дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнашлығында үткән ведомство-ара кәңәшмәлә Рәсәй оборона министры урынбаҫары - РФ Ҡораллы көстәренең баш хәрби-сәйәси идаралығы начальнигы, армия генералы Виктор Горемыкин, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә йыйыуҙың төп принцибы - ирекле һайлау, тип белдерҙе. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хеҙмәткә ингән граждандар менән контракт кандидаттың ҡарарына ярашлы, бер, ике йәки өс йылға төҙөлә.
"РФ Оборона министрлығы хәрби хеҙмәткәрҙе контракт ваҡыты тамамланғандан һуң хеҙмәттән ҡайтара. Быны ваҡытында атҡарыу өсөн яуаплылыҡ командирҙарға һәм кадрҙар органдарына, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе ваҡытында хеҙмәттән бушатыуҙың шәхси иҫәбен һәм контролен тормошҡа ашырыусы Кадрҙар буйынса баш идаралыҡҡа йөкмәтелә. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим: пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хәрби вазифаларҙа хеҙмәт үткән хәрбиҙәрҙе контракт ваҡыты тамамланған көндә үк хәрби частың шәхси составы исемлегенән сығарыу РФ Президенты указдары менән регламентланған", - тип билдәләне Виктор Горемыкин. Контракт положениеһына туҡталып, был юҫыҡта мәжбүрләүҙең булмауын тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө ул.
Контракт нигеҙендә иреклелек принцибы ята, студенттарҙы МХО-ла ҡатнашырға мәжбүр итеү ниәтен тотмайбыҙ, тине генерал. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре хәрби хеҙмәткәре башҡа подразделениеларға һәм ғәскәрҙәр төрөнә үҙенең шәхси ризалығынан тыш күсерелергә тейеш түгел. Тимәк, ул фәҡәт үҙе һайлаған ошо ғәскәрҙәр системаһында ҡала. Был положениены нығытыу маҡсатында һәм командирҙарҙың яуаплылығын арттырыу йәһәтенән Рәсәй Оборона министрының өҫтәмә күрһәтмәләре әҙерләнгән, һәм улар быйыл апрель аҙағында частарға еткерелгән.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡалдырырға ла мөмкин.

"Киске Өфө" гәзите, №18, 8 - 14 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.26 | Ҡаралған: 215

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru