«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
+  - 

Мин инде ике йылдан ашыу, ирекмән булараҡ, "Көслө рухлылар. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" командаһы менән бергә Курск, Белгород, Липецк, Донецк халыҡ республикалары, Херсон, Запорожье яҡтарына гуманитар ылау оҙатыуҙа ҡатнашам.

Ирекмәнлек юлы нисек башланып китте? Башта миңә таныштарым: "Егеттәргә кейем кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итергә ине", - тип мөрәжәғәт иткәйне. Шундуҡ кәрәкле кейемдәр һатып алып тапшырҙым. Унан инде һаҡ селтәрҙәре үреүҙә ҡатнаша башланыҡ. "Башҡортостандың ышаныслы тылы" тип аталған фондтың "Башҡортостан аш-һыуы. Беҙ һеҙҙең менән Еңеүгәсә бергә" тигән айырым бер төркөмө бар. Мин унда ла ағза булып торам. Беҙ киптерелгән борщ, рассольник, туҡмас ризыҡтарҙы әҙерләйбеҙ, йәшелсә-емештәрҙе киптерәбеҙ, йә иһә быҡтырабыҙ, консервалайбыҙ. Ике аҙнаға бер тапҡыр йыйылып, уларҙы тейешле урынға матур килеш барып етерлек итеп төрөп әҙерләйбеҙ.
"Беренсе тирмә" төбәк проекты асылғас, йөрәк ҡушыуы буйынса Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларындағы госпиталдәрҙә ятҡан яралы хәрбиҙәргә ярҙам итеүселәр төркөмөнә ҡушылып киттем. Яңы йылды Луганск госпиталендә ҡаршыланыҡ. Ул беренсел госпиталь, йәғни яралыларҙы эвакуациялау урыны. Бахмуттан яраланып ҡайтҡандарҙы алып киләләр ине. Госпиталгә барып инәһең, иң тәүҙә ҡан, эрен, тир еҫе танауға бәрелә. Башлыса ауыр яралылар, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалғандары ла бар. Башта юғалып ҡалғандай булаһың, сөнки был хәлдәрҙе кисереүе ныҡ ауыр. Ике-өс көндән өйрәнеп китәһең инде. Бөтөн эштәрҙе бүлешәбеҙ, кем укол һала, кем яраланы бәйләй һ.б. Ашатабыҙ-эсерәбеҙ, эвакуацияға әҙерләйбеҙ. Мин микрохирургияла эшләнем. Беҙ иртәнге һигеҙҙән киске етегә тиклем эшләй инек. Ялһыҙ эшләргә тура килде.
Төрлө милләт вәкилдәре йыйылған госпиталдә башҡортса һөйләшеп йөрөй торғайныҡ. "О, Башҡортостан ҡыҙҙары!" - тип рәхмәт әйтәләр, "Телегеҙ шундай йомшаҡ, моңло, йыр һымаҡ", - тип маҡтап ебәрәләр.
Үҙебеҙҙең милләттәштәрҙе лә осраттыҡ. Бер яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта урманда ашамай-эсмәй ете көн ятҡан, бирешмәгән. Рух ныҡлығы ярҙам иткән. Алғы һыҙыҡта булған тағы бер егетебеҙ ике аҙна ризыҡ ҡапманым, тип һөйләгәйне. "Үлән тамырҙарын, хатта тупраҡты ашарға тура килде", - тине. Бына шундай һынауҙар үтә ундағы егеттәр. Шундай шәп яҡташтарыбыҙ менән ғорурланып ҡайттыҡ.
"Ҡулдан - ҡулға" тип аталған гуманитар ылау менән Луганск, Донецк, Белгород, Курск һәм башҡа ҡалаларҙа ун биш тапҡыр булырға тура килде. Ылауҙар ҙа төрлө була. Уларҙың ҡайһыларын складта ғына ҡалдырып китергә була. Ә беҙ алып бара торған ылауҙы ата-әсәләр ебәрә, шуға ла ул һәр ваҡыт адреслы. Посылкаларҙы мотлаҡ егеттәрҙең ҡулына тотторабыҙ. Артабан да уларҙың һәр береһе менән бәйләнештә торорға тырышабыҙ. Шылтыратышып, хәл белешәбеҙ. Бер-ике һүҙ ишетһәләр ҙә ҡыуанып китәләр. Бер барғанда Иглин районынан киткән башҡорт ағайы менән тап булыштыҡ. "Тағы ла бер минут ҡына һөйләш, башҡортса һөйләшкәнде ишеткем килә", - тигән була. Беҙҙең менән һөйләшеү улар өсөн ҙур бер ваҡиға һымаҡ ҡабул ителә бит инде.
Яңы йылда гуманитар ылау менән - 110, мартта 146 урында булдыҡ. Мариуполдә инвалидтар йәмғиәтендә осраштыҡ, балаларға бүләктәр алып барҙыҡ. Бына ошондай ирекмәнлек эше йәшәү, кешелеклек, мәрхәмәтлек, теләктәшлек кеүек төшөнсәләргә тәрәнерәк мәғәнә бирә һәм тормоштоң ҡәҙерен нығыраҡ аңларға, баһаларға ярҙам итә.

Зөһрә БҮЛӘКОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 8 - 14 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.26 | Ҡаралған: 207

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru