
"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Александр Мельченко, дрондар һуғыш тактикаһын тулыһынса үҙгәртте, тигән фекерҙә.
"Заман техникаһы бөгөн бөтә ерҙә лә ҡулланыла: улар ярҙамында дошман нығытмалары, уның хәрби техникаһы һәм тере көсө юҡ ителә. Бынан тыш, пилотһыҙ осоусы аппараттар урындарҙы разведкалау, координаталар тапшырыу һәм объектив контроль өсөн ҡулланыла. Шуға күрә РФ Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған егеттәр шунда уҡ был яңы һөнәрҙе үҙләштерә башлай", - тине ул әңгәмә барышында.
"Башҡортостан" полкы Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә хәрби хәрәкәттәр алып бара. Александр Мельченко һүҙҙәренсә, был - фронттың яуаплы участкаларының береһе. Бында хәрби бурыстарҙы төрлө ғәскәрҙәр подразделениелары башҡара, әммә төп көс йышыраҡ БПЛА операторҙарына төшә. Шул уҡ ваҡытта дрон менән эш иткән хәрбиҙәр алғы һыҙыҡтан хәүефһеҙ алыҫлыҡта тороп эш итә. Бер БПЛА операторы йөҙ яугирҙы алмаштыра ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала полк командиры урынбаҫары.
"Хәҙер техник йыһазландырыу йәһәтенән конкуренция көслө. Рәсәй ғәскәрҙәре лә, беҙгә ҡаршы торған дошман да пилотһыҙ системаларға ҙур иғтибар бүлә. Был йүнәлештең айырым әһәмиәткә эйә булыуы сер түгел. 2023-2024 йылдар менән сағыштырғанда, бөгөн бөтөнләй икенсе күренеш - юғары технологияларға нигеҙләнгән техник сараларһыҙ булмай, һәм шуға ла уларға айырым иғтибар бүленә. Беҙ үҙ базабыҙҙы үҫтерәбеҙ, тәжрибә туплайбыҙ һәм дрон операторҙары кадрҙарын әҙерләйбеҙ. Өҫтәүенә, күктә осоусы аппараттарға ғына түгел, ер өҫтөндә йөрөй торғандарына ла иғтибар бирәбеҙ", - ти Александр Мельченко.
Офицер билдәләүенсә, әлеге ваҡытта пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен йәш яугирҙар менән тулыландырыу бара. БПЛА операторҙары булып хеҙмәт итергә күптәр теләй икән. "Егеттәр яҡшы әҙерлек үтә, тейешле белем ала, уны ҡуйылған бурысты үтәгәндә уңышлы ҡуллана. Йәшермәйем, дрон операторҙары сафына йәштәр кәрәк. Улар - тиҙ хәрәкәтләнеүсән, күҙҙәре үткер, белемде һеңдереп баралар һәм барыһын да тиҙ үҙләштерәләр. Был ғәжәп түгел, сөнки улар бала саҡтан компьютер уйынының нимә икәнен белә, тимәк, уларҙың тәжрибәһе бар, бармаҡтары пульт тотоп өйрәнгән. Шул уҡ ваҡытта дрон осороусыларҙың эше идара итеү пульты менән генә сикләнмәй. Улар ноутбукка, башҡа системаларға тоташа һәм хатта, мәҫәлән, дронды кәрәккәнсә көйләй белергә тейеш. Әлбиттә, йәштәр быларҙың барыһын да тиҙ үҙләштерә", - ти полк командиры урынбаҫары һәм егеттәрҙе БПЛА операторҙары сафына баҫырға саҡыра.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|