«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТӨП ХӘСТӘР - УЛАРҒА!
+  - 

• Махсус хәрби операция ветераны Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостандың идарасы кадрҙар резервына инде. Тейешле бойороҡҡа республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Айҙар Шәйәхмәтов яңыраҡ фронттан ҡайтты. МХО биләмәһендә ул "Шаман" позывнойы менән Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итте. Ул шулай уҡ "Башҡортостан геройҙары" программаһының йәмәғәт советы ағзаһы булып тора һәм "Геройҙар ваҡыты" федераль кадрҙар программаһында ҡатнаша. Быйыл апрелдә Айҙар Шәйәхмәтов Башҡортостан Хөкүмәтенең республикабыҙҙан МХО ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса департамент етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

• Рәсәйҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары киңәйтелде. Дәүләт Думаһында хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре өсөн уртаҡ отпуск тураһында закон ҡабул ителде. Ил Президенты Владимир Путиндың указы менән "Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең статусы тураһында" федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Документҡа ярашлы, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидлығы булған хәрби хеҙмәткәрҙең ата-әсәләренең береһе улы йәки ҡыҙы менән бер үк ваҡытта йыллыҡ отпуск алырға хоҡуҡлы. Шуны билдәләп үтеү мөһим: был сара хәрби хеҙмәткәрҙең ире йәки ҡатыны булмаған осраҡта ғәмәлдә. "Шул уҡ ваҡытта бындай хәрби хеҙмәткәрҙең ата-әсәһенең береһенең йәки уның бер балаһының, шул иҫәптән бәлиғ булғандарҙың, отпуск ваҡыты уларҙың теләге буйынса ошондай хәрби хеҙмәткәрҙең отпуск дауамлылығына тигеҙ булырға мөмкин. Төп эш урыны буйынса йыл һайын бирелә торған отпуск дауамлылығы артҡан осраҡта, уның бер өлөшөн алған ваҡытта хеҙмәт хаҡы һаҡланмай", - тиелә документта.

• МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары ваҡытында түләнмәгән кредиттар буйынса кредит йөкләмәләренән азат ителә. Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа тейешле закон проектын ҡабул итте. Закон проектына ярашлы, һүҙ 2026 йылдың 1 майынан хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ҡатындары хаҡында бара. Ошо датаға судтың бурысты түләттереү тураһында көсөнә ингән ҡарары, шулай уҡ кредит ойошмаһына башҡарма документ тапшырылған йәки башҡарма эш асылған булырға тейеш. Бурыстың суммаһы - 10 миллион һумға тиклем. Һәм тағы. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың вариҫтары Махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың транспортын мираҫ итеп алғанда транспортты дәүләт теркәүе һәм башҡа теркәү эштәре өсөн дәүләт пошлинаһын түләүҙән азат ителә. Дәүләт Думаһы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа Рәсәйҙең Һалым кодексына тейешле үҙгәрештәрҙе ҡабул итте.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru