
Билдәле режиссер Михаил Роммдың Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарының йыртҡыслыҡтарын фашлаусы "Ғәҙәти фашизм" кинофильмы менән оҡшашлығын күҙҙә тотоп, Киев режимы һәм украин боевиктары тарафынан ҡылынған енәйәттәр хаҡындағы китабына сәйәсмән, йәмәғәтсе һәм яҙыусы-публицист Максим Григорьев шул уҡ атаманы һайлаған: "Ғәҙәти фашизм". Киев режимы нацистары аңлы рәүештә һәм күрәләтә Луганскиҙағы Старобельский педагогия колледжы ятағын балаларҙың йоҡоһонда шартлатып, дөрөҫөн әйткәндә, ҡырағай фашизм сигенә килеп етте һәм үҙенең террористик асылын тағы бер раҫланы.
Фажиғә урынына 19 илдән ( Австрия, Бразилия, Британия, Венгрия, Венесуэла, Германия, Греция, Испания, Италия, Катар, Ҡытай, Куба, Ливан, Берләшкән Ғәрәп Әмираттары, Пакистан, АҠШ, Төркиә, Финляндия һәм Франция) килгән 50-нән ашыу журналист Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) һөжүменең ҡанлы эҙемтәләрен үҙ күҙҙәре менән күреп, был ҡаласыҡта бер ниндәй ҙә хәрби объект юҡлығына, уның тыныс тораҡ пункты булыуына инанды һәм был хаҡта бөтөн донъяға бәйән итергә ниәтләнде. Ә бына BBC менән CNN вәкилдәренең бында килеүҙән баш тартыуҙары, шулай уҡ Токионың үҙ журналистарын ебәрмәүе ошо енәйәтселек актын хуплауға тиң булды.
Фажиғәнән һуң ике көн үткәс, Киевта һәм Украинаның башҡа төбәктәрендә көслө шартлауҙар яңғыраны: Рәсәй яугирҙары яуап һөжүме атҡарҙы һәм Киевтың һигеҙ районындағы 40-лап объектында янғындар сыҡты, емереклектәр хасил булды, тип хәбәр итә мәғлүмәт сығанаҡтары. Америка аналитигы Скотт Риттер белдереүенсә, украин армияһының Луганскиҙағы студенттар ятағына самолет тибындағы дүрт шартлатҡыс аппарат менән һөжүме Киевтың ҡотолғоһоҙ ҙур хатаһы һәм нацистар режимы башлыҡтарына үлемесле хөкөм ҡарары булды. Был енәйәт үҙенең ғәҙел язаһын алырға тейеш. 21 йәш ғүмерҙең өҙөлөүе һәм 40-60-лабының йәрәхәттәр алыуы менән бәйле теракт хаҡында енәйәт эше ҡуҙғатылды. Һәләк булған уҡыусы ҡыҙ балаларҙың ҡайһыларын туй күлдәктәрендә ерләргә ҡарар иткәндәр: улар тиҙҙән кейәүгә сығып, яңы тормош башларға йыйынған.
Донъя йәмәғәтселеге һәм айыҡ фекер йөрөтөүсе сәйәси даирәләр күҙен ҡан баҫҡан Киев режимы баш-баштаҡлыҡтарын ҡырҡа ғәйепләп сығыш яһауҙарына ҡарамаҫтан, украин боевиктары Рәсәйгә туҡтауһыҙ дрондар осороуын дауам итә. Өҫтәүенә, Рәсәйҙең Тышҡы разведка хеҙмәте (СВР) үткән аҙнала хәбәр итеүенсә, Украина дрондарҙы Латвия территорияһынан осорорға йыйына. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйгә төбәп осоролған дрондарҙың береһе Резекне нефть базаһына килеп төшөүе арҡаһында Латвияла ғауға ҡубыуы ла билдәле. Эстондар күршеләренең был "тәжрибәһе"нән һабаҡ алды, буғай: илдең һауа киңлегенә килеп ингән украин дроны НАТО-ның Балтика һауа патруле миссияһы буйынса эш итеүсе румын истребителе тарафынан атып төшөрөлдө, ләкин бимазалаусы себенде хәтерләткән украин дрондары Литва һауа киңлегенә ынтылды, уларҙы бында тыйыусы юҡ ине, ә Литва президенты Гитанас Науседа менән тотош хөкүмәт һәм парламент бомбанан йәшеренеү урынына төшөп боҫто, тип яҙа Новости Рәсәй агентлығы.
Был хәлдәрҙән һуң Junge Welt немец мәғлүмәт баҫмаһы, Киевҡа НАТО һауа киңлеген Рәсәйгә һөжүм итеү өсөн файҙаланыуҙы тыйыу кәрәклеге хаҡында яҙып сыҡты. Икенсе яҡтан, америка сәйәсмәне Анатоль Ливень Вашингтонды һәм уның союздаштарын "Балтикалағы дары мискәһен" зарарһыҙландырырға саҡырып мөрәжәғәт итте. Балтик буйы илдәренең асыҡтан-асыҡ русофоб лидерҙары арҡаһында ниндәйҙер провокациялар тыуып тороу ихтималлығы ҡала килгән хәлдә лә Европа илдәре менән киң ҡолас һуғыш хәрәкәте булмаясаҡ, тип ышаныс белдерә Юғары Иҡтисад мәктәбе профессоры Марат Баширов. Европаның, йәнәһе, "һуғышҡа әҙерләнеү"нең төп сәбәбе - иҡтисад проблемаһында. Бер яҡтан, АҠШ-тың Евросоюздағы эре компанияларға баҫым яһап, уларҙы үҙенә күсереп эшләтергә һәм килем алырға тырышыуында булһа, икенсенән, Иран конфликты арҡаһында килеп тыуған энергетика кризисы. Бына шуға күрә лә Евросоюзға Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү бик мөһим. Ә был йәһәттән Евросоюздың айыҡ аҡыллы сәйәсмәндәре тарафынан ыңғай фекерҙәр йыш ишетелә башланы. Эскерһеҙ дуҫлыҡ тәҡдим итә алмаһа ла, Европаға, Бельгия премьер-министры Барт Де Вевер әйтмешләй, "арзан ресурстар" хаҡына булһа ла нормаль мөнәсәбәттәр бик кәрәк.
Бер кемгә лә сер түгел: күптән түгел генә дәүләт ҡеүәтен кәүҙәләндереүсе символ булған беҙҙең "Газпром" да ҙур проблемалар алдында ҡалды - килем кәмей, ә технология, ҡорамалдар һәм хеҙмәттәр күрһәтеү күп йәһәттән көнбайыш партнерҙарға бәйле булып килде. Һәм бына шундай хәл килеп тыуҙы: оҙаҡ йылдар бюджетты тотоп килгән компания хәҙер үҙен күтәрмәләүгә мохтаж. Элекке килем кимәленә нисек өлгәшергә? Европа баҙары ябылды. Ҡытай үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта: иғлан ителеүенә 11 йыллап ваҡыт үтеп китһә лә, РФ Президентының күптән түгелге визитында "Себер көсө -2" газ үткәргес магистрале төҙөлөшө буйынса Ҡытай менән аныҡ ҡына килешеүгә өлгәшелмәне.
Бынан сығып, шуны әйтергә тура килә: донъя сәйәсәтендә мәңгелек дуҫлыҡ тигән төшөнсә юҡ. Мәнфәғәттәр ҡыҙыҡһыныуы ғына бар. Ҡытайға беҙҙең ресурстар уға отошло шарттарҙа ғына - бик арзан хаҡҡа кәрәк. Шуныһы хәүефкә һала: артабан Ҡытайға бәйлелек көсәйә генә күрмәһен.
Эксперттар фекеренсә, нефть менән газға ирәйеп йәшәгән замандар үтте, ә алда - ауыр булһа ла иҡтисад системаһын үҙгәртеп ҡороу йә булмаһа, проблемаларҙы һаман да "күрмәҫкә" тырышыу. Тик ҡасанға тиклем?..
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА