«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙЫЛАН МЕНӘН ОСРАШҺАҢ...
+  - 

Башҡортостандың социаль селтәрҙәрендә йыландар менән осрашыу осраҡтары әүҙем тикшерелә. Халыҡ быны аномаль йылы яҙ һәм ямғырҙар менән бәйләй, популяцияның ҡырҡа артыуы һәм йыландың хәүефлелеге тураһында фараздар төҙөй.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының биоэкология һәм биологик белем биреү кафедраһы доценты, биология фәндәре кандидаты Венер Хәбибуллин уның нимәгә бәйле булыуын һәм йылан менән осрашҡанда тәртип ҡағиҙәләре хаҡында һөйләне:
- Төбәктә йыландар һанының ҡырҡа артыуы тураһында һөйләү әлегә иртә, - тип аңлатты ғалим. - Кешеләрҙең уларҙы йышыраҡ күрә башлауы ике фактор менән аңлатыла: был миҙгелле миграция. Яҙын йыландарҙың әүҙемлек осоро башлана. Улар ҡышлауҙан сыға, йәйге туҡланыу урындарына күсә һәм үрсей. Халыҡта был ваҡыт-ты "йылан туйҙары" тип атайҙар. Ата йылан инә йылан өсөн көрәшә һәм агрессивлаша. Шуға күрә һәр йыланға теймәү яҡшыраҡ. Мөмкин тиклем алыҫыраҡ китегеҙ, - тип кәңәш бирҙе эксперт. - Икенсе яҡтан, иртә йылы һәм яҡшы һауа торошо күберәк кешене тәбиғәткә сығарҙы. Шуға ярашлы, кеше һәм йыландың бер һуҡмаҡта киҫешеү мөмкинлеге артты.
Теоретик яҡтан һауа торошо йыландарҙың һанына ла йоғонто яһай ала, - ти Венер Хәбибуллин. - Әгәр ҡыш йылы булһа һәм йылан ҡышлау ваҡытында туңмаһа, ә йылы һәм ямғырлы яҙ яҡшы аҙыҡ базаһын, йәғни сысҡан һәм тәлмәрйен булдырһа, популяция, ысынлап та, үҫергә мөмкин. Әммә хәҙер был кешеләрҙең субъектив тойғоһо.
Башҡортостанда бөтәһе алты төр йылан бар, уларҙың икәүһе генә ағыулы. Ҡара йылан йышыраҡ урманда, һыу ятҡылыҡтары янында, ҡоро ҡыуаҡтар араһында осрай. Уны тау-урман, төньяҡ һәм көнбайыш райондарҙа (Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Нуриман, Асҡын) осратырға мөмкин. Дала йыланы Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бик һирәк төр. Ул республиканың иң көньяғында ғына йәшәй.
Ағыулы йыландың ағыулы булмаған йыландарҙан төп айырмаһы - ныҡлы кәүҙәһе, ҡыҫҡа ҡойроғо һәм муйын ярыһы менән өс мөйөшлө башы. Күпселек йыландарҙың арҡаһында һыҙат бар. Шулай уҡ тулыһынса ҡара төҫтәгеләре лә осрай. Туҙбаш йыландың башында һары йәки ҡыҙғылт-һары "ҡолаҡтары" бар, - тип һөйләне биолог.

Эксперт кәңәштәре:

- әгәр йылан ихатаға йәки дача участкаһына инһә, агрессия күрһәтмәгеҙ;
- территорияны сүп-сарҙан, бейек үләндән һәм йыланды йәлеп иткән кимереүселәрҙән таҙартып тороғоҙ.

Әгәр йылан саҡһа:

- зыян күреүсегә тулы тыныслыҡ һәм хәрәкәтһеҙлек тәьмин итегеҙ;
- тешләгән урынға һалҡын нәмә ҡуйығыҙ;
- мөмкин тиклем күберәк шыйыҡса эсегеҙ;
- шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 29 май - 4 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 122

Киске Өфө
 
Ахмаҡ бер ниҙе лә ғәфү итмәй һәм онотмай; бер ҡатлылар барыһын да ғәфү итә һәм барыһын да онота; аҡыллылар ғәфү итә, әммә бер ниҙе лә онотмай.

(Томас Сас).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru