«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӨФӨЛӘ - ЯҢЫ ЕТӘКСЕ
+  - 

Өфө мэрияһында кадрҙар үҙгәрҙе. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп быға тиклем Хәйбулла районы хакимиәтен етәкләгән Рөстәм Шәрипов тәғәйенләнде. Ул 1 июндә үҙ бурысын үтәүгә тотондо. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.

"Һеҙ уны беләһегеҙ, таныштырыуҙың кәрәге юҡтыр. Ул 12 йыл хакимиәт башлығы булып эшләне. Биш йыл - Бөрйән районы, ете йыл Хәйбулла районы менән уңышлы етәкселек итте. Хәҙер Өфөгә бер аҙ энергия бирергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Беҙ был энергияһыҙ һайлау кампанияһына инә алмайбыҙ, ул еңел булмаясаҡ, ҡала советы һайланасаҡ. Ҙур хужалыҡ, уны ҡарарға кәрәк", - тине Башҡортостан Башлығы.
Рөстәм Шәрипов 1982 йылдың 29 июлендә Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған, БДУ-ның Сибай институтын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 2000 йылда өсөнсө разрядлы маляр булып башлай. Һуңынан төрлө йылдарҙа һатыу буйынса менеджер, кредит белгесе һәм банктарҙа клиенттарҙы хеҙмәтләндереү бүлеге белгесе булып эшләй. 2009 йылда Бөрйән районы хакимиәтенә иҡтисад бүлегенең әйҙәүсе иҡтисадсыһы булып эшкә килә. Һуңынан бер йыл "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының иҡтисад, коммерция һәм хужалыҡ департаментында иҡтисадсы булып эшләй. 2012 йылда Бөрйән районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 157

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru