
Май байрамдары шау-шыуы астында, өҫтәүенә, пилотһыҙ шартлатҡыстар хәүефенән албыраған мәлдәрҙә, халыҡ елкәһенә тағы бер түләү һалынып ҡуйҙы: торлаҡ йорттарҙың күпселеге быға тиклем күрмәгән-белмәгән капиталь ремонтҡа түләү тағы ла арттырылды.
Дөрөҫ, был хаҡта алдан әйтелә килде-килеүен, ләкин квитанциялағы һандар беҙгә әлегә тәғәйен генә билдәле булмаһа ла, майға түләү ҡағыҙы килгәнсә үк алдан яҡынса хисаплап ҡарарға мөмкин. Ә һандар түбәндәгесә: ағымдағы йылдың 1 майынан күп ҡатлы йорттарҙың 6-сы ҡатына тиклем йәшәүселәр хәҙер торлағының кв метрына - 13 һум17 тин, ә 7-се ҡаттан юғарылар 13 һум 91 тин түләргә тейеш буласаҡ. Был ике "категория" өсөн взнос күләмендәге айырма кв метрына 74 тин тәшкил итә. Ә ни өсөн бер үк йортта йәшәүселәр, нисәнсе ҡатта йәшәүенә ҡарап, төрлөсә түләргә тейеш һуң? "Кемдең ыҙмаһы бейегерәк", тигәндәй, шуларға түләү ҙә арта барасаҡ икән, сөнки, Төбәк операторы аңлатыуынса, бейек ҡаттарҙа, йәнәһе лә, ремонт эштәре ҡатмарлыраҡ, шуға күрә инженер системаларын йүнәтеү ҙә ҡиммәтерәккә төшә, имеш.
Әммә ямғырҙан һуң бәшмәк кеүек баш ҡала йөҙөн баҫып алған 20-шәр ҡатлы йорттарҙа капремонт башҡарып йөрөгән кешеләрҙе осратҡан юҡ элегә, ремонтсылар хатта 50-25 йыл буйы ремонт күрмәгән йорттарҙа ла шыпа күренмәйҙәр. Шуға күрәлер ҙә, Өфөләге үткән быуаттың 70-се йылдарында ашыҡ-бошоҡ төҙөлгән эре панелле йорттарҙың стеналарына тышҡы яҡтан арҡыс-торҡос цемент ҡоршау-ямауҙар һалынып бөткән. Панель стеналар ярыла, тарала башлағас һалынған инде ул ямауҙар. Сипайлово биҫтәһендә айырыуса күп ундай "йәрәхәтле" торлаҡтар. Ә инде йылдар буйы яҙлы-көҙлө һәм йәйге ҡойма ямғырҙарҙа түшәмдән һыу ағып, яфаланып, даими стресс хәлендә йәшәүсе ғаиләләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Стеналары күгәреп, мүкләнеп бөткән фатирҙар бар, ә бындай торлаҡта йәшәү үлемесле хәүеф менән янай, сөнки дымлы шарттарҙа барлыҡҡа килеүсе үңәҙ (плесень) тын юлдары аша организмға эләгеп, микротоксиндары менән кешене ағыулай һәм сиргә һабыштыра: аллергия, ҡурылдай астмаһы, үпкә-тын юлдары сирҙәре, хәлһеҙлек, баш ауыртыу кеүек билдәләр башлана. Ә Төбәк операторҙары бындай хәлгә төкөрә генә - уларға ай һайын взнос аҡсаһы килеп торһа, шул еткән. Улай тиһәң, был да әҙ әле уларға. Йылдың-йылы взнос күләме арттырыла ғына бара, ә ремонт тигән нәмә - юҡ.
Шуға күрә лә хәҙер, ремонт көтөп-көтөп тә һөҙөмтә булмағас, аптыраған халыҡ дилбегәне үҙ ҡулдарына алырға булды: ҡайһы бер МКД (күп фатирлы йорттар) советтары взнос аҡсаһы "елгә осоп" йә "төпһөҙ ҡоҙоҡҡа" китеп тормаһын өсөн үҙ иҫәптәрен асырға ҡарар итте. "16,5 мең күп фатирлы йорт хужалары үҙ аҡсаларын Төбәк операторына түләп торһа, 700-ләгән йорт халҡы капремонт фондын үҙҙәренең махсус иҫәптәренә туплап бара",- тине БР премьер-министры Андрей Назаров һәм муниципалитеттарға ошо махсус иҫәп фондының һөҙөмтәле файҙаланыуын контролдә тоторға ҡушты. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова әйтеүенсә, бындай осраҡта МКД советы тупланған аҡсаны үҙҙәре файҙалана, үҙҙәре эшсе көс (подрядсы) таба һәм яллай, үҙҙәре смета төҙөй, ремонт эштәрен ҡабул итеп ала. "Үкенескә, - ти министр, -күп осраҡта был эш капиталь түгел, ә ағымдағы ремонт булараҡ килеп сыға, сөнки махсус иҫәп хужалары тейешле техник һәм юридик квалификацияға эйә булмау сәбәпле, сифат гарантияһын талап иткән килешеү төҙөргә һәләтһеҙ, шулай уҡ эш барышына техник һәм төҙөлөш нескәлектәренән сығып контроллек итә алмай".
Министрҙың был фекере менән ризалашмаусылар ҙа бар, сөнки МКД хужалары ремонт барышын контролләүсе һәм эштәрҙе алып барыусы техник яҡтан белемле төҙөүсе йә прораб яллай алмаҫ инеме ней? Махсус иҫәпте, исмаһам, эшкә ҡушырға мөмкинлек тыуа, юғиһә, дөйөм ҡаҙанға китеп торған капремонт взносын түләүҙән бер ниндәй һөҙөмтә лә юҡ бит!
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа капиталь ремонт мәсьәләһе, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр торошо йәмғиәттә көсөргәнеш тыуҙырыусы киҫкен проблемаларҙың береһенә әүерелде. Ошо тема буйынса эксперт һәм йәмәғәтсе Дмитрий Бондарь матбуғаттағы сығышында һөйләүенсә, әлеге ваҡытта Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт (ФАС) электр энергияһын файҙаланған һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарған өсөн халыҡтан түләтелеүсе хаҡтарҙың хисап тәртибен тикшерә башлаясаҡ икән. Әгәр документтарҙа ысынбарлыҡҡа тап килмәгән осраҡтар һәм закон боҙоуҙар асыҡлана ҡалһа, ФАС үҙ хоҡуғынан файҙаланып, нормативтарҙы кәметеү мөмкинлеген атҡарасаҡ һәм законһыҙлыҡ ҡылған етәкселәрҙе Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы нигеҙендә эшенән бушата йә башҡа төрлө яуапҡа тарттырыу сараһын ҡарай аласаҡ. Үкенескә күрә, ФАС-тың ошо һәм быға тиклем дә белдергән изге ниәттәре әлегә тик вәғәҙәлә генә ҡала килә. Ғөмүмән, ФАС-тың барлығы ни ҙә, юҡлығы ни - барыбер ҡулланыусы өсөн уның файҙаһы - бер тин, сөнки самаһыҙ хаҡтар артыуҙы был "арҡа һөйәкһеҙ" ойошма контролдә тоторға һәм халыҡ мәнфәғәтен яҡларға һәләтһеҙ булып сыҡты.
Әле бына 1 октябрҙән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар тағы ла артасаҡ: төбәктәргә бәйле тарифтар 8-ҙән алып 22 процентҡаса һикерәсәк. Был коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың бер йыл эсендә генә ике тапҡыр ҡиммәтләнеүе буласаҡ. Ошо хаҡта үҙәк мәғлүмәт саралары "әҙәм башына икеләтә туҡмаҡ" тип яҙып сыҡты. Шуныһы аңлашылмай: уртаса эш хаҡы 200 мең, ә ҡайһы бер тармаҡтарҙа унан да артығыраҡ булған Мәскәүҙә тарифтар ни бары 9,8 процентҡа ҡиммәтләнһә, ике-өс тапҡырға тип әйтерлек аҙыраҡ эш хаҡы алған күп кенә башҡа төбәктәр халҡы өсөн, мәҫәлән, Ставропольела, Төньяҡ Осетияла, Ҡабарҙы-Балҡарҙа, Архангельск, Кемерово, Новосибирск, Орел, Һамар өлкәләрендә коммуналь хеҙмәттәргә түләү 19-13 процентҡаса арта. Башҡортостанда - 10,7 процент: һыу менән тәьмин итеү +10,6 процент (йәғни 44,84 һум/куб.м), һыу үткәреү +12,7 процент (45 һум/куб.м), йылылыҡ+12,7 процент (3584 һум/Гкал), электр энергияһы+11,2 процент (5,55 һум/квт.сәғ.), газ+9,6 (11,67 һум/куб.м). Тарифтар буйынса БР дәүләт комитетында иҫәпләп сығарыуҙарынса, фатир хужаларының сығымдары яҡынса түбәндәгесә буласаҡ: 30 кв.метрлыҡ бер бүлмәле фатир өсөн айына уртаса 600 һум (йәмғеһе 6,5 мең), 50 кв.метрлы ике бүлмәле фатир өсөн 881 һум (йәмғеһе 8,8 меңләп), өс бүлмәле фатир өсөн 1100 һум (11 меңдән артығыраҡ).
Шул да мәғлүм булһын: май баштарынан алып күп фатирлы йорттарҙа йәшәү тәртибен раҫлаусы яңы ҡағиҙәләр индерелде. Ул шулай уҡ күршеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренә лә ҡағыла. Йорттағы тауыш кимәле һәм шау-шыуҙарға (был төндә музыка ҡысҡыртып уйнатыуға ғына түгел, ә тыйылған ваҡыттарҙа ремонт эштәре менән булыу һәм хатта көнкүреш техникаһы шауына ла ҡағыла) контроль көсәйтелә һәм ошо йәһәттән ҡағиҙә боҙоу осраҡтарына ҡарата штраф сараһы ҡарала. Йорттағы балкон, лоджияларҙы, шулай уҡ дөйөм файҙаланыу урындарын (баҫҡыс майҙансыҡтары, коридор һ.б.) склад урынына ҡулланып, сүп-сар, кәрәкмәгән иҫке йәки шәхси әйберҙәр менән тултырыу бөтөнләй тыйыла. Фатирын үҙ белдеге менән үҙгәртеп төҙөү йәки инженер системаларын башҡаса тәртиптә ҡороу кеүек "үҙэшмәкәрлек"тәр ҙә ҡәтғи контролдә тотоласаҡ. Фатир хужаларын тәртипкә саҡырыу, баяғыса, ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалмаһа...
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА