
Май айының һуңғы көнө - 31-енә ҡарай төн эсендә украин дрондары һыныҡтары төшөп, Ростов өлкәһендәге Матвей Курганы ауыл хужалығы етештереүселәрен тәьмин итеүсе хосусилаштырылған предприятие - яғыулыҡ һаҡлағысына ут ҡабына һәм янғын 3 600 кв м майҙанды ялмап ала. Урындағы халыҡ эвакуациялана. Янғын һүндереүҙә йөҙәрләгән кеше ҡатнаша, белгестәр янғын эҙемтәләренең артабан таралыуына мөмкин тиклем юл ҡуймаҫҡа тырыша.
Бынан тыш, ошо уҡ төн эсендә самолет рәүешендәге 11 украин дроны Һарытау өлкәһенең граждандар объекттарын утҡа тотто. Торлаҡ йорттарҙа емереклектәр, зыян күреүсе кешеләр бар. ВСУ-ның Херсон өлкәһе Геническ ҡалаһына һөжүме һөҙөмтәһендә 11 кеше йәрәхәттәр ала, 6 йәшлек бала һәләк була. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн фашистик Киев режимы ана шулай билдәләй, тине был турала РФ Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова. Киев режимы башлығы Зеленскийҙың маҡсатлы рәүештә балалар һәм үҫмерҙәр ғүмеренә яҫҡыныуы украин армияһының яңы тактикаға - террор һуғышына күсеүе хаҡында һөйләй.
Мәғлүм булыуынса, шунан бер көн алда Украина Ҡораллы көстәренең (ВСУ) Запорожье атом электр станцияһына (ЗАЭС) һөжүме аңлы рәүештә, урындағы халыҡты ҡурҡытыу, психологик йәһәттән һындырыу маҡсатында махсус эшләнде, тип билдәләй эксперттар. Киев режимы бының менән хәлде киҫкенләштерергә һәм ядро хәүефе килтереп тыуҙырырға маташа һәм аҙаҡ ғәйепте Рәсәйгә ауҙармаҡсы була. "Росатом" дәүләт корпорацияһы етәксеһе Алексей Лихачев һүҙҙәренә ҡарағанда, дошман дроны реакторҙан ни бары бер нисә метрҙа объект бинаһының стенаһын тишеп сыҡҡан һәм шартлаған. Бәхеткә күрә, ҙур емереклектәр һәм зыян күреүселәр юҡ. Станцияның коммуникация буйынса директоры Евгения Яшина әйтмешләй, атом электр станцияһы майҙаны биләмәһенә теләһә ниндәй һөжүм хәрби ғәмәл булыуҙан туҡтай һәм уның эҙемтәләре яу яланы сиктәренән алыҫҡа таралып, бик ҙур территорияны радиация менән зарарлау ҡурҡынысы тыуҙыра. ЗАЭС Днепрҙың һул яҡ ярында, Энергодар ҡалаһы янында урынлашҡан. Берәр гигаватт ҡеүәтле алты энергоблоклы был объект Европала иң ҙур атом станцияһы иҫәпләнә. Мәскәүҙән белдереүҙәренсә, Запорожье АЭС-ы һәм уның эшсәндәренә ҡарата ҡурҡыныс тыуҙырыусы ВСУ-ның көн һайын тип әйтерлек станция инфраструктураһын һәм Энергодар ҡалаһын утҡа тотоуы - ысын мәғәнәһендә аҡылһыҙлыҡ күрһәткесе ул.
Ошо йәһәттән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) Украина конфликты яҡтарының хәүефле инфраструктураларға ҡаршы һөжүмдәрҙе туҡтатыуҙы ҡәтғи талап итте. Украинаның элекке президенты Леонид Кучманың кәңәшсеһе Олег Соскин белдереүенсә, атом станцияһына һөжүм сит ил белгестәре, туранан-тура Евросоюз ҡатнашлығында ойошторолған. Атом энергияһы буйынса халыҡ-ара агентлыҡ (МАГАТЭ) башлығы Рафаэль Гросси:"Ядро объекттарына һөжүм - ут менән уйнауға бәрәбәр", - тине һәм был хәл айҡанлы етди борсолоуын белдерҙе. РФ Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев был һөжүмдең яуапһыҙ ҡалырға тейеш түгеллеге тураһында яҙып сыҡты. Әйткәндәй, ул 2022 йылда уҡ әле Киев властарының Запорожье өлкәһендә "яңы Чернобыль" ойоштороу ихтималлығына әҙер булыуы хаҡында иҫкәрткәйне һәм атом станцияларының Украинала ла, Евросоюзда ла барлығын һәм улар менән дә "осраҡлы хәлдәр" килеп тыуыу хәүефен иҫтәренән сығармаҫҡа саҡырғайны.
Ләкин украин боевиктары телдән иҫкәртеүҙәргә төкөрөп бирә: 31 майҙа улар Запорожье АЭС-ына ҡабатлап һөжүм итте. Был юлы дошмандың ике пилотһыҙ аппараты транспорт цехын сәпкә алды: 6 автобус менән 2 "Газель" автомобиле юҡ ителгән, зыян күреүсе кешеләр юҡ, АЭС штат режимында эшләүен дауам итә. РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә Һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре тырышлығы менән Рәсәй өҫтөнә яуҙырылған самолет рәүешендәге 405 дрон, ике HIMARS реактив снаряды менән идара ителеүсе 4 авиабомба бәреп төшөрөлгән.
Шул уҡ ваҡытта Зеленскийҙың ҡорал һорап, Дональд Траипҡа яҙған хаты билдәле булды. Пентагон башлығы Пит Хегсет уға яуап итеп, АҠШ Украинаға ярҙам итеү юлдарын эҙләйәсәк, тип вәғәҙәләне, ләкин шул уҡ ваҡытта Европа тарафынан Киевты финанслауҙың бермә-бер артыуына ишара яһаны.
Яҡын Көнсығыш хәленә килгәндә, Иран, Израилдең Ливанды туҡтауһыҙ утҡа тотоуы арҡаһында, АҠШ менән башланырға торған һөйләшеүҙе өҙөргә мәжбүр булды һәм ЦАХАЛ (Израиль армияһы) Ливан территорияһын баҫып алған биләмәнән үҙ ғәскәрен сығармайынса тороп, Вашингтон менән һөйләшеүҙәргә бармаясағын белдерҙе. АҠШ президенты Дональд Трампҡа Израиль премьеры Нетаньяхуға ҡарата ҡәтғи һәм ашығыс рәүештә баҫым яһарға тура килде һәм ул яҡындағы аҙнала Тегеран менән һөйләшеүҙәрҙең башланыуына иҫәп тотоуын белдерҙе.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|