
27 майҙа илдә Бөтә Рәсәй китапханалар көнө байрам ителде. 1795 йылдың 27 майында императрица Екатерина II Санкт-Петербургта беренсе дәүләт йәмиғ китап коллекцияһын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итә, ул хәҙер Рәсәй милли китапханаһы тип атала.
Китапхана - цивилизация юлдашы. Кешелек, үҙенең меңдәрсә йылдар дауамында йыйған мәғлүмәттәрен китаптарҙа туплап, быуындан-быуынға тапшыра килгән. Кешеләр үҙҙәре белгән-танығанды телдән-телгә һөйләп тә һаҡлай ала, әммә яҙма сығанаҡтар булмаған хәлдә кешелектең бихисап асыштары онотолоп, юҡҡа сығыуға дусар булыр ине. Шуға күрә һөйләшеү, аралашыу теленән башҡа яҙма телдәр уйлап табылмаһа, кешелек китап тигән төшөнсәне белмәҫ тә ине. Төрлө эпохаларҙа, төрлө телдәрҙә яҙылған китаптарҙы бар донъяның иң ҡиммәтле рухи мираҫы итеп ҡабул итеү зарур.
Донъя телдәрендә китапхана библиотека тип атала, был һүҙҙең килеп сығышы ла бик ҡыҙыҡлы. Урта диңгеҙҙең көнсығыш ярҙарында, б.э. тиклем 1200 - 800 йылдарҙа Ханаан тип аталған илдә (хәҙерге Ливан) боронғо семит халыҡтарының үҙ яҙмаһы булып, уларҙың уҡымышлы кешеләре төрлө мәғлүмәттәрҙе папирустарға теркәп барған. Папирустар күпләп етештерелгән ҡала Библ тип аталған. Боронғо гректар ошо папирустарҙағы яҙмаларҙы библос тип атай башлай, ул китап тигәнде аңлатҡан. Һуңынан Иисус Христос тәғлимәтен сағылдырған христиан дине текстары Библия тип нарыҡлана.
Әйткәндәй, китап - ғәрәп һүҙе, ул тышлыҡ эсендә төпләнгән күп битле яҙма нәмәне аңлатҡан. Ғәрәптәр Ислам диненең изге яҙмаһын - Ҡөрьән-Кәримде лә ололап әл Китап тип атай. Ә рус телендәге "книга" һүҙенең килеп сығышын ҡайһы бер лингвистар боронғо төрки телендәге "күинг" һүҙе менән бәйләй, ул ҡағыҙ төргәге тигәнде аңлата. Телебеҙҙә әле лә ҡулланылышта булған "кенәгә" һүҙе лә ошо мәғәнәүи ерлектә хасил булғандыр.
Донъялағы иң боронғо китапхана шумер цивилизацияһының бер гүзәл ҡаҙанышы булып, б.э. тиклем 2600 йыл әүәлерәк барлыҡҡа килгән. Шумер "китаптары" балсыҡ табличкаларҙан ғибәрәт: шыйыҡ балсыҡты ағас формаға тултырып тигеҙләгәс, уға текст яҙылған һәм ул ҡояшта йә иһә мейестә киптерелгән.
Боронғо Мысырҙа (Египетта) китапханалар "папирус биналары" һәм "тормош өйҙәре" тип аталып, ҡорамдарҙа йәиһә фирғәүен һарайҙарында һаҡланған. Б.э. тиклем 1300 йылдар тирәһендә фирғәүен Рамзес II китапханаһы Рамессеум тип аталған ҡорамда урынлашҡан, уға ингән урында "Йән өсөн аптека" тип яҙылып ҡуйылған була.
Антик дәүләтттәр дәүерендә ҙур китапханалар төҙөлә, уларҙа ошо осорға ҡараған китаптар һаҡлана. Мәҫәлән, Птолемей I б.э. тиклем III быуатта Александрия ҡалаһында даны тирә-яҡтағы барса илдәргә таралған ғәләмәт ҙур китапханаға нигеҙ һала. Ундағы ҡулъяҙма китаптарҙа антик авторҙарҙың философия, медицина, астрономия, математика буйынса трактаттары, төрлө телдәрҙә яҙылған әҙәби әҫәрҙәр туплана. Боронғо Грецияның Платон академияһында һәм Аристотель лицейында ошо осор авторҙарының китаптары тупланып, философтар мәктәптәре өсөн алыштырғыһыҙ сығанаҡ булып тора.
XV быуат урталарына тиклем китапханалар тик ҡулъяҙма китаптарҙан ғына тора. 1450 йылдар тирәһендә немец уйлап табыусыһы Иоган Гутенберг механик китап баҫыу станогын яһау ысулын тәҡдим итә: текст алмаштырыла торған металл хәрефтәр ярҙамында баҫыла. Станокта баҫылған беренсе китап - Гутенберг Библияһы 1455 йылда донъя күрә. Артабан камиллаштырыла барған китап баҫыу станоктары Европала һәм донъяның башҡа илдәрендә лә киң ҡулланыла башлай. Рәсәйҙә китап баҫыу эшен Иван Грозный юлға һала - Польшанан махсус рәүештә килтерелгән китап баҫыу станогында эшләү әмәлен Даниянан саҡырып килтерелгән типограф Ганс Мессингейм рус хеҙмәкәрҙәренә өйрәтә. Һуңынан уларҙың иң күренеклеһе, дьяк Иван Федоров беренсе рус китап баҫыусыһы булараҡ тарихҡа инә.
Китаптарҙы күпләп баҫа башлау илдәрҙең цивилизацион үҫешен тиҙләтә, мәғариф, мәҙәниәт, әҙәбиәт, фән һәм сәнғәт өлкәләрен бығаса күрелмәгән бейеклектәргә күтәрә. Баҫма китаптар бар донъя өсөн китапханаларҙың мәҙәни-рухи ролен башҡа бер нәмә менән дә алыштырғыһыҙ итә. Образлы итеп әйткәндә, китапханалар йәмғиәт прогресының эске двигателенә әйләнә.
Хәҙерге заман кешеһен китапһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Мәғлүмәт технологиялары нисек кенә алға китмәһен, ниндәй генә яңынан-яңы мессенджерҙар уйлап табылмаһын, һәр кемдең аң-белем даирәһенә тәүге аҙымдары китаптан башлана. Хәҙер электрон китаптар киң таралыу тапты, әммә барыбер бармаҡтарың менән яңы китап биттәрен асып уҡыуҙан да ләззәтлерәк башҡа бер хис-кисереш юҡтыр кеүек. XIX быуаттың күренекле философы һәм иҡтисадсыһы Карл Маркс, бер анкета һорауҙарына яуап биргәнендә, үҙенең иң яратҡан шөғөлө тип китаптарҙа ҡаҙыныуҙы атай.
Заманында СССР халҡын донъяның иң күп китап уҡыусылары, тип баһаланылар. Китап магазиндарынан үҙең теләгән китаптарҙы һатып алыуы ла ауырыраҡ булды, сөнки алыусылар шул тиклем күп, барыһына ла етмәй ине. Ҡайһы бер замандаштарыбыҙ, макулатура тапшырып, популяр китаптарға эйә булды. Әлеге ваҡытта халыҡ китапты күп уҡымай, тиҙәр. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә республикабыҙҙа китапханалар ҙа күп, ә китап магазиндарында йәнең теләгән баҫманы табып була. Ә йыл һайын йәмле йәй көндәрендә баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында халыҡ-ара "Китап байрамы" уҙғарылыуы үҙе бер маҡтауға лайыҡ ваҡиға булараҡ беҙҙең мәҙәни мөхитебеҙҙе биҙәп тора.
Беҙ мәктәптә уҡыған саҡта туған тел дәреслектәрендә бирелгән бер йомаҡ иҫтә ҡалған: "Ҡат, ҡат, ҡатлама, аҡылың булһа, ташлама!" Эйе, бик фәһемле йомаҡ булған ул: китапты ташларға ашыҡмайыҡ әле, йәмәғәт.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА