«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИЛ ҠОТО ЛА УЛАР
+  - 

Башҡортостанда "Йыл ғаиләһе - 2026" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәле булды. Унда ҡала һәм райондарҙан бөтәһе 130 ғариза килгән. Еңеүселәр ете номинацияла асыҡланды.

"Алтын ғаилә" номинацияһында - Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Хәйбуллиндар ғаиләһе еңеүсе булды. Улар 49 йыл бергә, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Атай кеше - нейрохирург, әсәйҙәре - юғары категориялы табип-терапевт. Өс ҡыҙҙары ла медицина юлын һайлаған. Ғаиләлә һигеҙ ейән-ейәнсәр үҫә, улар - династияны дауам итеүселәр.

"Ауыл ғаиләһе" - Ҡыйғы районынан Рәхмәтуллиндар. Бергә йәшәүҙәренә 14 йыл, өс бала үҫтерәләр. Уларҙың ҡағиҙәһе - Яңы йыл һәм тыуған көндәрҙе бергәләп билдәләү. Ырыу тарихын ҡәҙерләп һаҡлайҙар һәм уны балаларына тапшыралар. "Ватанды һаҡлаусы ғаиләһе" - Дәүләкән районынан Шабалиндар. Ғаилә ҡороуҙарына 26 йыл, 11 бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары Данил МХО зонаһында һәләк булған. Уның ҡартатаһының атаһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ҡартатаһы Афғанстанда хеҙмәт иткән, атаһы Чечня һуғышын үткән. Балалар "Купол" клубына йөрөй, ҡул һуғышы, тактика, медицина әҙерлеге буйынса шөғөлләнә.

"Традицияларҙы һаҡлаусы ғаилә" - Стәрлетамаҡтан Ишмөхәмәтовтар (һүрәттә). Никахта улар - 18 йыл, ике балаға ғүмер биргәндәр. Биш шәжәрә - төп ғаилә ҡомартҡыһы. Улар ирле-ҡатынлы икеһе лә - Алдар Тархан һәм Ишан Байым вариҫтары. Үҙҙәре башҡорт милли кейемен өйрәнә һәм тергеҙәләр, биҙәүестәр эшләйҙәр һәм башҡаларҙы өйрәтәләр.

"Күп балалы ғаилә" - Бөрөнән Федориндар. Бергә йәшәүҙәренә 33 йыл, 9 үҙ балаларын һәм 2 опекаға алған бала тәрбиәләйҙәр. Улар өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше - ҡәҙимге күренеш. Атай менән әсәй үҙҙәренең шәхси өлгөһөндә балаларға әүҙемлек өлгөһө һәм эшкә ихтирам тәрбиәләй.

"Тәрбиәгә бала алған ғаилә" - Ҡариҙел районынан Ғәлимйәновтар. Ирле-ҡатынлы 24 йыл никахта торалар, 2006 йылдан ата-әсә ҡарауынан ҡалған 10 бала алып тәрбиәләйҙәр. Уларҙың ғаиләһендә бергәләп походтарға сығыу, команда уйындары ғәҙәткә ингән. Балалар олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында даими еңеүҙәр яулай.

"Спортсы ғаилә" - Октябрьскийҙан Фәйзуллиндар. Ғаилә стаждары - 14 йыл, ике бала тәрбиәләйҙәр. Саңғы, йөҙөү, йүгереү, футбол, велосипед спорты менән мауығалар. "Атай, әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" ярыштарында даими ҡатнашалар һәм призлы урындар алалар.

Республика конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү 21 декабрҙә - Башҡортостанда билдәләнгән Күп балалы ғаилә көнөндә тантаналы шарттарҙа атҡарыла. Биш номинацияла еңеүселәр тураһында тулы мәғлүмәт "Йыл ғаиләһе" Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабына тапшырыла. Уның һөҙөмтәһе июлдә билдәле була, ә бүләкләү тантанаһы октябрҙә үтә.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 148

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru