«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЙОЛАБЫҘ БУЙЫНСА ЙӘШӘЙЕК
+  - 

Һуңғы ваҡытта ғаилә ҡиммәттәре юғалып ҡалыуын йәштәрҙең сит халыҡтың йолаларын, традицияларын үҙ итеүенә бәйләйем мин.

Ысынында, борон-борондан һәр милләттең үҙенә генә хас ғаилә институты булған. Әйтәйек, йәш ғаиләлә берәй бәхәс-низағ тыуһа, ике яҡтан да абруйлы, хөрмәтле бер-ике кешене саҡырып, кәңәш ҡорғандар. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа йәштәрҙе уртаға ултыртып, сәбәп-ғәмәлде асыҡлап ебәргән. Кәңәш биргәндәр, ярҙам иткәндәр.
Ә был йола һаҡланғанмы хәҙер? Әллә йәш ғаилә хәҙер үҙен бөтәһенән дә аҡыллыраҡ итеп тоямы? Айырылышыу кеүек етди аҙымға атай-әсәй кәңәшенән тыш та барып буламы? Йәштәргә ҡыҫылмау, ҡыҫылдырмау тигән төшөнсә хәҙер киң таралған. Тап ошо күп ғаиләләрҙең тарҡалыуына килтерә түгелме һуң? Ғөмүмән, был күренештәрҙең күбеһенә йолаларҙан тайпылыу, уларҙы тотмау сәбәпле. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар хәҙер күбеһенсә балаларының туйында ғына таныша бит. Тантананан һуң саҡырышыу, аралашыу юҡ. Ошо бер-береңә битарафлыҡ, бер-береңдең ғаилә йолаһын ихтирам итмәү, белмәү йәштәр тормошонда ла асыҡ сағыла. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер һүҙле булһа, йәш ғаиләләге бәхәс тә тиҙ генә юҡҡа сығыр ине.
Бәхәс ҙурҙан икән, бергә йыйылып, кәңәшләшеп, уртаға һалып һөйләшергә кәрәк. Ә беҙҙә нисек? Балалар бәләкәй генә ҡаршылыҡтан да ҙур проблема яһап, айырыла ла ҡуя. Шуның менән мәсьәләне хәл иттем тип уйлай. Был хәл итеү түгел, ә проблеманан ҡасыу ғына. Психологтар кәңәшен тыңлап айырылышҡандар күплеген беләм. Ә был күңел торошон өйрәнеүсе белгестәр был йәштәрҙең нәҫел-затындағы йолаларҙы, уларҙың холҡон беләме? Юҡ, әлбиттә. Улар сит ил "бөйөк"тәренең теорияһын өйрәнә лә, үҙеңде ярат, үҙеңде уйла тип, ҡайтарып ебәрә. Ә йәштәр, аңын-тоңон аңғармай, үҙеңде яратыу шулай була икән тип, тиҙерәк иң еңел юлды һайлай.
Аҡыллы кәңәше, тәжрибәһе менән уртаҡлашырҙай ағинәй, аҡһаҡал йөҙөндә үҙебеҙҙең психологтарыбыҙ ҙа бар. Улар сит ил китаптары терминдары менән түгел, ә нәҫел-ара аралашыуҙағы тәжрибә менән эш итә. Бөгөн беҙгә ошо мәктәпте тергеҙергә кәрәк. Ауылдарҙа тормош ус төбөндә кеүек. Барыһы ла күренеп тора. Кемгә ниндәй кәңәш бирерҙе ауылдаштар үҙҙәре лә белә. Сит ил аҡылы менән түгел, ә үҙебеҙҙең йола, ғөрөф-ғәҙәт буйынса йәшәйек. Йола тотҡан - бәхеткә ирешкән...

Гөлнур СИБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 125

Киске Өфө
 
Бөгөн донъя нәфрәт менән сирләй. Әгәр ҙә беҙ ошоға ҡаршы дарыу тапмаһаҡ һәм нәфрәтләнеүселәрҙе күрә алмауҙы дауам итһәк, үҙебеҙ нәфрәт һаҙлығына батасаҡбыҙ.

(И. Ильин).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru