«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КИТАП ҺӨЙӨҮСЕЛӘР МАЙҘАНЫ
+  - 

28-30 майҙа Өфөлә IV "Китап байрамы" Халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтте. "Йәрминкәгә бик күп китап нәшриәте үҙ баҫмаларын ҡуйҙы, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.- Әлбиттә, халыҡтың күпләп килеүе айырыуса әһәмиәткә эйә. Беҙҙең фестиваль китаптар һатыу тураһында ғына түгел. Бында яттан һөйләү конкурстары, яҙыусылар менән осрашыуҙар, яңы китаптарҙың презентациялары, ижади квестар үтә. Бындай киң программа йәрминкәне йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы итә. Хәҙер ауыр ваҡыт, әммә беҙ был сараны календарыбыҙҙа ҡалдырырға ҡарар иттек". Сарала ҡатнашыусы ҡунаҡтар ҙа фестиваль тураһында матур фекерҙәрен еткерҙе.

Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашыусыларға, ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү хаты менән мөрәжәғәт итте. "Китап йәрминкәһе Башҡортостандың матур йолаһына әүерелде. Программа сараларға бай һәм көн һайын үҙенең тематик йүнәлешенә эйә. Беренсе көн халыҡ берҙәмлегенә арналған, икенсе көн темаһы - традицион ғаилә ҡиммәттәре, ә өсөнсөһө Рәсәй тарихы, хәтер һәм үткәндәргә хөрмәт билдәһе аҫтында үтә", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министр.

Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы рәйесе, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский: "Уҡымаған кеше башҡа төрлө була. Ул һәр йәһәттән яһалма интеллекттан отоласаҡ. Был турала медицина раҫлай. Әгәр балағыҙ смартфондан отолһон тиһәгеҙ, ул уның эсендә "йәшәһен" әйҙә. Әгәр смартфон менән уҙышыуҙа еңеүен теләһәгеҙ, уның өҫтөнлөгө - фекер ҡеүәһе булырға тейеш. Был сифатты тик уҡыу ғына үҫтерә. Фекерләү инициатива, эшһөйәрлек, яңыға ынтылыш тыуҙыра. Балаларыбыҙҙың китап уҡыуы бик тә мөһим шуға.

Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, адвокат, Рәсәйҙең атҡаҙанған юрисы Павел Астахов: "Китап байрамы" китап йәрминкәһе, 2030 йылға ҡағыҙға баҫылған китаптар булмаясаҡ, тигәнде инҡар итеү өсөн иң яҡшы яуап. Әлифбаһыҙ, дини китаптарһыҙ ни ҡылмаҡ кәрәк һуң? Китап - беҙҙең иң яҡын дуҫыбыҙ. Әлбиттә, ҡулға тотоп уҡыу яҡшыраҡ. Ә яҙыу, беләһегеҙме, ни тиклем мауыҡтырғыс! Мин һәр саҡ китабымдың сығыуын көтөп алам: ул бит һин үҙең йөрәк аҫтында йөрөткән һәм тыуҙырған бала кеүек, тотоп ҡарайһың, биттәрен асаһың, ҡағыҙының ҡыштырлауын тыңлайһың. Шуға күрә был тойғо бер ни менән дә алмаштырғыһыҙ, бармаҡ менән экран һыйпау түгел һәр хәлдә. Ә иң тәүге һәм төп китаптар - Тәүрат һәм Ҡөрьән. Китап булды, бар һәм буласаҡ!

Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты һәм Рәсәй китап союзы вице-президенты Константин Чеченов: Башҡортостан Башлығы "Китап" нәшриәте үҫешенә ҙур иғтибар бүлә, шул арҡала баҫмалар һаны һәм тиражы буйынса республика илдә алдынға урындарҙы биләй. "Китап байрамы" күргәҙмәһе федераль кимәлдә үткәрелде. Төрлө төбәктәрҙән күп милли баҫмаларҙың килеүе ҡыуандыра. Башҡортостан уҡырға яратҡан төбәк статусын тағы бер тапҡыр раҫланы.

Минск халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһенең башҡарма директоры, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә үткәрелгән китап күргәҙмәләрен һәм йәрминкәләрен ойоштороусылар советы рәйесе Дмитрий Макаров:
- "Китап байрамы" фестивалендә беҙ икенсе йыл ҡатнашабыҙ. Быйыл Белоруссияның 50 нәшриәтенән 1100 китап килтерҙек. Башҡортостанда китап менән ҡыҙыҡһынғандарын беләбеҙ, шуның өсөн быйыл мөмкин тиклем күберәк алырға тырыштыҡ. Мин үҙем 1994 йылдан алып Минск халыҡ-ара китап йәрминкәһенең ойоштороусыһы һәм директоры булып торам. Тәжрибәмә нигеҙләнеп, Өфө йәрминкәһен төбәк күргәҙмәләре араһында Рәсәйҙә иң яҡшыһы, тип әйтә алам. Барыһы ла юғары кимәлдә. Китапханаларығыҙ буйынса ла һеҙ - Рәсәйҙә иң алдынғыларҙың береһе. Милли китапхананан алып райондыҡыларға тиклем, барыһы ла заман талаптарына яуап бирә. Иң ҡыуаныслыһы - былар барыһы ла халыҡ өсөн. "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһе үҙ маҡсаттарына иреште, тип әйтә алам.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 176

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru