«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МИЛЛИ МАТБУҒАТТЫ УҠЫП ТЕЛЕБЕҘҘЕ ЛӘ, ҮҘЕБЕҘҘЕ ЛӘ ҺАҠЛАЙЫҠ!
+  - 

"Әйҙәгеҙ, уҡыйыҡ!" тигән саҡырыу, эйе, беҙҙең телдән төшмәй. Бындай борсолоу ҡатыш өндәшеүҙәрҙең сәбәбе, әлбиттә, милләттәштәрҙең гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан йөҙ бороуы. Был туған телеңдән, рухыңдан, мәҙәниәтеңдән дә ситләшеү тип баһалана. Һәм улай ғына ла түгел. Уҡыусыларға туған башҡорт теленең һаулыҡҡа ни тиклем ыңғай тәьҫир итеүе хаҡында мәғлүмәт еткерәм.

Көнсығыш илдәрендә, кеше ауырыуҙарының 70 проценты аңдың боҙолоуынан башлана, тигән фекер йәшәй. Аң боҙолоуының бер сәбәбе -психик көсөргәнешлек. Көнсығыш илдәрҙә, мәҫәлән, Һиндостанда, Ҡытайҙа, шул психик көсөргәнешлекте бөтөрөү юлдарын уйлап тапҡандар. Ул медитация тип атала (әлбиттә, медитацияның маҡсаты уның менән генә сикләнмәй). Шуларҙың араһында "Тарабара" тигәне башҡаларҙан ябайлығы менән айырылып тора. Методикаһы ошолай: кеше өндәр әйтергә тейеш. Үҙ телендә булғандарын да, шулай уҡ булмағандарын да. Ни тиклем күберәк әйтһәң, шул тиклем яҡшыраҡ. Алфавит ятлаған кеүек һәр өндө ашыҡмай, дөрөҫ итеп әйтеү кәрәк. Шулай уҡ ҡысҡырып, йәки һуҙып, көйләп әйтһәң, бигерәк тә яҡшы. Ҡайһы бер илдәрҙә һуҙынҡы өндәрҙе көлөү формаһында башҡаралар, мәҫәлән, бына ошолайыраҡ: ха-ха-ха, хо-хо-хо, хэ-хэ-хэ, хә-хә-хә...
Бындай медитацияның әһәмиәте нимәлә һуң? Баҡһаң, өндәр аңда барлыҡҡа килгән психик көсөргәнешлекте ҡыуып сығара икән. Иң мөһиме: ниндәйҙер бер өн алып сыға алғанды икенсе өн алып сыға алмай; мәҫәлән, "а" өнө таҙарта алған көсөргәнеште, әйтәйек, "ҙ" өнө таҙарта алмай; ә "ҙ" өнөнөкөнә "ө" хужа түгел, һ.б. Йәғни һәр өндөң үҙ таҙартыу өлкәһе бар. Шуның өсөн өндәрҙе ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем яҡшыраҡ.
Хәҙер башҡорт теленә әйләнеп ҡайтайыҡ. Беҙҙең алфавитыбыҙҙа 42 хәреф бар, татар телендә - 38, урыҫ телендә - 33, инглиз һәм немец телдәрендә 26 хәреф иҫәпләнә. Медитация күҙлегенән ҡарағанда, ҡайһы тел аңды яҡшыраҡ таҙарта? Әлбиттә, башҡорт теле. Беҙҙең телебеҙҙә, әйтергә кәрәк, донъя телдәрендә булған бөтә өндәр ҙә бар тиерлек. Шулай уҡ Урал тәбиғәтендә ишетелгән бөтә тауыштарҙы ла башҡорт алфавитынан табырға була. Ғөмүмән, башҡорт теле - медитатив тел. Был телдә һөйләшкән башҡорттарҙың аңы көн һайын психик көсөргәнештән таҙартыла. Икенсе төрлө әйткәндә, башҡорт теле - ысын мәғәнәһендә аңдың тәбиғи иммунитеты. Бына шуға башҡорттар тыныс холоҡло, ипле һәм донъялары теүәл булыуы менән башҡа халыҡтарҙан айырылып тора. Киң күңелле, ҡунаҡсыл, ваҡ-төйәк өсөн тауыш ҡуптарып йөрөмәйҙәр. Бер ваҡытта ла үҙҙәре һуғыш башламаған, йәғни агрессив түгелдәр. Аңдары сәләмәт булғас, һаулыҡтары ла ныҡ. Әйтәйек, XX быуатҡа тиклем беҙҙең крайҙы өйрәнгән ғалимдарҙың бөтәһе лә башҡорттарҙың сәләмәт халыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған.
Аңдағы психик көсөргәнешлелекте күп кенә өлөшөн тамаҡ төбөндә барлыҡҡа килгән өндәр таҙартырға тейеш. Башҡорт телендә улар бишәү: х, ғ, ҡ, һ, ң, ә урыҫ телендә бер х өнө генә. Урыҫ телендә х өнө тамаҡ төбөндә лә түгел, ә өҫкө аңҡауҙың уртаһында яһала. Күреүебеҙсә, урыҫ теле тамаҡ төбөндә яһалған өндәргә ҡытлыҡ кисерә. Шулай итеп, башҡорт теленең аңды таҙартыу һәләте бик көслө, шуға күрә башҡорт телен донъялағы иң сәләмәт телдәрҙең береһе тип атарға була... Бына шулай, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, телебеҙҙең ни тиклем бай, ҡабатланмаҫ булыуына бер шик тә юҡ. Шуның өсөн дә уны һаҡлау һәм яҡлау беҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ. Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларҙы алдырып уҡып ҡына ла ошо бурысыбыҙҙы үтәй, һаулығыбыҙҙы ла нығыта алабыҙ.

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Ейәнсура районы.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru