
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә БПЛА операторы һөнәре тураһында хәҙер мәғлүмәт күп. Шулай ҙа, алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеп, барыһын да үҙ иңендә күтәргән яугирҙарҙың тәжрибәһе баһалап бөткөһөҙ. "Дон" позывнойлы хәрби, дрон осороусы кешенең мотивацияһы көслө, физик һәм мораль яҡтан әҙерлекле, психикаһы тотороҡло булырға тейеш, ти.
Ул үҙе тәүҙә штурм төркөмөндә МХО зонаһының иң ҡыҙыу нөктәләрендә хеҙмәт үтә. Махсус әҙерләү үҙәгендә уҡып алғас, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре сафын тулыландыра. "Башта ябай дрондарҙы өйрәндек, һуңынан яйлап уларҙың хәрби төрҙәрен үҙләштерҙек. Алғы һыҙыҡта самолет һымаҡ пилотһыҙ осоусы аппараттар, квадрокоптерҙар, төрлө ҙурлыҡтағы разведкалау, һөжүм итеү аппараттары ҡулланыла", - тип аныҡлыҡ индерә ул.
Яһалма зиһен принциптарында эшләгәндәре лә бар икән. Уларҙы ярымавтоматтар тип атайҙар. Оператор, ҡуйылған бурысҡа ҡарап, уның программаһына тейешле алгоритмдар индерә, һөжүм, йә разведкалау, уға ярашлы, автоматик рәүештә бара.
"Оператор өсөн физик әҙерлек тә бик мөһим. Ҡайһы саҡта позицияға тиклем 10-15 километр ара үтергә тура килә. Бөтә ҡорамалдарҙы үҙ иңеңдә йөрөтәһең. Шул уҡ ваҡытта ҡаршы яҡтың дрондарынан һаҡланырға ла кәрәк.
БПЛА операторҙары бер команда булып эшләй. Ғәҙәттә, ике кешенән тора ул. Тейешле аппаратураны тиҙ генә эш хәленә килтереү үҙеңә яңғыҙ ғына мөмкин түгел. Өҫтәүенә, йыш ҡына бер юлы бер нисә дрон осороп ҡына ҡуйылған бурысты үтәп була", - ти "Дон".
Ысынлап та, БПЛА операторы Махсус хәрби операция зонаһында бөгөн - иң кәрәкле һәм юғары түләүле хәрби һөнәрҙәрҙең береһе. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡытын 2026 йылдың 30 июненә тиклем оҙайтты. Билдәле булыуынса, республикала контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 миллион һум күләмендә билдәләнгән. Айлыҡ хеҙмәт хаҡы 220 мең һумдан башлана (званиеһына, вазифаһына һәм хеҙмәт стажына ҡарап). БПЛА операторҙарына, һөҙөмтәлелеккә ҡарап, 50 меңдән 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләү ҡаралған. Ул дошмандың техникаһын юҡ итеү йәки башҡа хәрби ҡаҙаныштар өсөн яҙыла.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|