«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КИЛЕШЕҮГӘ ӘҘЕР ТҮГЕЛДӘР
+  - 

3-6 июндә Санкт-Петербургта булып үткән 29-сы Халыҡ-ара иҡтисад форумы (ПМЭФ) үткән аҙнаның мөһим ваҡиғаһы булды. Дөрөҫ, форум асылған көндө украин дрондары үҙҙәренсә "сәләмләне": Питерҙың Кронштадт, Киров, Красносельский райондары объекттары пилотһыҙ осоусы шартлатҡыс аппараттар һөжүменә дусар ителде.

Үҙенең был ҡылығы менән Киев режимы Рәсәй сәйәсәтенең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләргә мәжбүр итәсәк. Рәсәй төпкөлөнә һөжүм маҡсатын Зеленский тактик маҡсат итеп алған булһа ла, стратегик йәһәттән ул үҙ илен хәүеф аҫтына ҡуя: Рәсәйгә бынан ары һәләкәтле эҙемтәләргә килтерәсәк ысын һуғыш юлын һайлауҙан башҡа юл ҡалмаясаҡ, тип билдәләй эксперттар. Питер өҫтөндәге ҡара һөрөмгә ҡарамаҫтан, ПМЭФ-2026 эшен уңышлы дауам итте: дүрт көн эсендә төрлө илдәр менән 6,642 трлн һумлыҡ 1 084 килешеү төҙөлдө. Был юлы иҡтисад форумы үҙ майҙанында донъяның 140 иленән 24 меңдән ашыу эре бизнес, банктар, дәүләт структуралары һәм халыҡ-ара ойошмалар вәкилдәрен, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары журналистарын ҡабул итте. Шулар араһынан Сәғүд Ғәрәбстаны делегацияһы менән БРИКС илдәре вәкилдәренә айырым иғтибар бүленде.
Әйткәндәй, форум эшендә ун йыл эсендә тәү тапҡыр АҠШ менән Германия делегацияһы ла ҡатнашты һәм был, уларҙың санкциялар яҡлы илдәр иҫәбендә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Рәсәй менән эшлекле диалогты тергеҙеү ихтималлығына асыҡтан-асыҡ ишара булды. Икенсенән, был көнбайыш донъя тарафынан Рәсәйҙе иҡтисади "ҡамауҙа" ҡалдырырға маташыуҙарҙың юҡҡа сыға барыуын күрһәтһә, иҡтисади мәнфәғәттәрҙең сәйәси тыйыуҙарҙан өҫтөн булыуын да раҫлап тора. Нисек кенә булмаһын, ПМЭФ шуны күрһәтә: донъя иҡтисады глобаль күпселек яғына ауыша: БРИКС илдәре донъя тулайым продуктының 40 проценттан ашыуын, йәғни тотош иҡтисад үҫешенең яртыһын тәьмин итә, ә иҡтисад йәһәтенән иң үҫешкән иҫәпләнеүсе АҠШ, Канада, Италия, Британия, Франция, Германия, Япония илдәрен берләштереп тороусы G7 төркөмө өлөшө - ни бары 18 процент тәшкил итә. РФ Президенты кәңәшсеһе Антон Кобяков әйтеүенсә, ошондай шарттарҙа Европа илдәренә Рәсәй энергоресурстары менән ашламалар әһәмиәтен тейешенсә баһаларға ваҡыт етте. Көнбайыш инвесторҙарының Рәсәйҙә эшләү мөмкинлегенә ҡыҙыҡһыныуҙары арта барыуы йәнә лә шуны раҫлап тора: Рәсәй өсөн бер ниндәй "ҡамау-кәртәләр" ҙә юҡ. Владимир Путин ҡатнашлығында үткән пленар ултырыш һәм унда РФ Президентының сығышы форумдың төп мөһим ваҡиғаһы булды. Киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, уның сығышын бөтөн донъя күҙәтте. Үҙенең телмәрендә ул иҡтисадты үҫтереүгә һәм инвестиция климатының асыҡлығы, тотороҡлолоғона төп иғтибарҙы йүнәлтте. Уның билдәләүенсә, Рәсәйҙең нефть һәм газ килеменә бәйлелеге 50-нән 20 процентҡаса кәмене, ә санкциялар арҡаһында еврозонаның үҙ-үҙен күрәләтә зыянға дусар итеүе 1,5- 2,4 трлн евроға барып баҫты. Европаның фәҡирләнә барыуына шул факт та асыҡ дәлил: былтыр уларҙың дәүләт бурыстары 81,7 процентҡа тиклем артты. Иң насар күрһәткестәр Греция буйынса - 146 процент, Италияның - 137, Францияның - 115 процент һ.б., ә Рәсәйҙең дәүләт бурысы кимәле ни бары 16,4 процент. Белгестәр билдәләүенсә, Владимир Путиндың пленар ултырыштағы сығышы эске иҡтисади көн тәртибенә һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә аныҡ йүнәлеш бирҙе. Был йүнәлеш - донъяның өс иң эре иҡтисад ҡеүәте иҫәбенә инеү. Президент киләсәктең өс төп технологияһын айырып күрһәтте: яһалма интеллект, автоном системалар һәм цифрлы платформалар. Рәсәйҙә иҡтисад үҫеше инфляцияның түбәнәйә барыуы менән үрелеп барырға тейеш һәм ул ысынлап та әкренәйә бара, ә йыл ахырына 5,2 процентҡа яҡынлашасаҡ.
Махсус хәрби операция темаһына ҡағылышлы, Рәсәй Президенты Зеленскийҙың Владимир Путинға асыҡ хаты буйынса аңлатма бирҙе һәм уның йөкмәткеһендә хаяһыҙлыҡ (хамство) билдәләре булыуын билдәләне, Киев яғының шәхси осрашыуға ынтылышына икеләнеү менән ҡарауын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта бындай осрашыуҙың украин яғы өсөн Рәсәй ғәскәрҙәре һөжүмен туҡтатырға маташыу икәнен билдәләне. Ә Мәскәүгә оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән ышаныслы килешеү кәрәк. Ҡыҫҡаһы, Путин Украина конфликтын тамамлауға теләге барлығын, ләкин Киевтың әлегә тыныс килешеүҙәргә әҙер түгеллеген белдерҙе һәм Зеленский менән шәхси осрашыуҙың мәғәнәһен күрмәүен әйтте.
Британияның хәрби аналитигы Александр Меркурис фекеренсә, Көнбайышта Украина армияһының (ВСУ) уңышһыҙлыҡтарын танымаҫҡа башҡаса әмәлдәре юҡ, сөнки ВСУ-ның бер-бер артлы биләмәләр юғалтыуының төп сәбәбе - һәләкәт кимәлендә ғәскәр составы һанының етешмәүе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Европа элитаһы һуғыш темаһына ҡотҡо таратыуҙан туҡтамай. Донъя мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, 8 июндән Рәсәйҙең көнбайыш сигендә НАТО киң ҡоласлы 12 көнлөк хәрби-һауа көстәре күнекмәләре башларға йыйына, унда Төньяҡ Атлантика альянсының 20-гә яҡын союздаш илдәре ҡатнашасаҡ. Күнекмәләрҙең төп этаптары Дания, Финляндия, Норвегия, Швеция, Испания территорияларында үткәреләсәк. НАТО-ның Хәрби-һауа көстәре командалығы мәғлүмәттәре буйынса, күнекмәләрҙә 150-200-ләгән хәрби самолет көнөнә 150 осош яһаясаҡ, тип күҙаллана. Был күнекмәләрҙең маҡсаты - коллектив оборона бурыстарын башҡарыуға әҙерлекте нығытыу, тип иғлан ителә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru