«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҺӘР БЕЛГЕС ҮҘ ЭШЕНЕҢ "ТАБИБЫ" БУЛҺЫН!
+  - 


Бөгөнгө көндә автомобиле булмаған кеше юҡ тиерлек. Шуға күрә гәзит уҡыусылар был мәҡәләмдә әйтергә теләгәнемде бик яҡшы аңлар, тип ышанам.

Элегерәк өр-яңы "Калина" автомобиле һатып алғайным. Нисәлер йыл йөрөгәс, бер мәл машинамды ҡабыҙа алмай, бер килке интектем, танышымдың автомобиленә тағып, автоэлектрикка алып барҙым. Был һөнәрмән бик белемле, етеҙ егет булып сыҡты. Тиҙ генә сәбәбен таба һалып, үҙенең бер запчасын ҡуйғайны, машинам шунда уҡ гөрләп эшләй ҙә башланы. Әлеге кәрәк деталде магазиндан һатып алып килеп, йүнәтеүсе егеткә тапшырҙым. Әммә, мин килеүгә… әлеге электрик бөтөнләй башҡа урында тағы бер "боҙоҡ" тапҡан икән. Шул нәмәһен дә мотлаҡ алыштырырға кәрәк булып сыҡты. Шунһыҙ машина эшләмәйәсәк, йәнәһе. "Улай булғас, был запчасты мин юҡҡа алғанмынмы?" тип уйлана-уйлана, елкәмде ҡашый-ҡашый, магазинға барып, тағын бер деталь һатып алырға мәжбүр булдым. Был егеткә, әлбиттә, бер ни ҙә өндәшеп торманым, ике эш өсөн һораған суммаһын бирҙем. Үҙем табип булараҡ, автомобилде әҙәм организмы менән сағыштырып фекерләп, "эстән генә көлөп" сығып киттем. Ысынлап та, кеше, әйтәйек, бер юлы ике сәбәп арҡаһында - йөрәк инфарктынан һәм, шул уҡ ваҡытта мейе инсультынан үлмәй бит! Башҡаса был электрикка бармаҫҡа ҡарар иттем…
Үкенескә, автомобилдә һәм башҡа техникаларҙа бер ни ҙә аңламаған кешеләрҙе ана шулайтып, "төп башына" ултыртыусы "зирәктәр", һирәкләп булһа ла осрағылай. Стоматолог берәй пациенттың һыҙлаған тешенән тыш, бөтөнләйгә һау булған тағы бер тешен һурып алып, һуңына, уның урынына протез ҡуйып, шуның өсөн аҡса алған һымағыраҡ килеп сыға түгелме был? Нәҡ шулай ҙа баһа!
Шул уҡ "калинам" менән булған икенсе бер осраҡ та ныҡ ҡына хәтеремдә уйылып ҡалған. Прибор щитында двигатель һүрәте төшөрөлгән һары төҫтәге сигнал лампаһы янып, күңелде "өйкәй" башланы бер мәл. Машинаның инструкцияһына ярашлы, бигүк ашығыс булмаһа ла, тиҙ арала СТО-ға барып, машинаның двигателен тикшертеп, йүнәттереп алырға кәрәклеген беләм. Алып барҙым. Егеттәр автомобилдең бер ерен асып, үҙҙәренең "компьютерная диагностика" тигән нәмәләренә тоташтырҙылар. "Эй, афариндар, - тип уйлап торам, - хәҙерге заманда нимә генә уйлап сығармайҙар!" Экранда "проверьте исправность двигателя" тигән һымағыраҡ яҙыу сыҡты. Мастерҙарҙың береһе миңә: "У вас что-то с двигателем", - ти. "Уныһын мин былай ҙа беләм, егеттәр", - тием тегеләргә. "Свечаларын алыштырырға кәрәк…"- тиҙәр. "Алыштырығыҙ һуң..." Яҡындағы автомагазинға инеп, яңы свечалар һатып алып килдем. Алыштырҙылар. Әммә… Прибор һаман әлеге "двигателде" күрһәтә. "Проводтарын алыштырырға кәрәк", - ти икенсеһе. Әлеге магазиндан уларын да алып килдем. Проводтарҙы ла алыштырып ҡуйҙылар, әммә машинамдың хәле үҙгәрмәне. Ни эшләргә? "Һеҙгә фәлән СТО-ға барырға кәрәк", - тинеләр. Минән ярайһы ғына һиҙелерлек сумма аҡса ла һоранылар. Минең һорауым тәбиғи: "Ни өсөн?" "Беҙҙең эш өсөн. Компьютер диагностикаһы - шунса, свечалар, проводтар алыштырыу фәләнсә тора…" Стенала элеүле торған прейскурантты күрһәткәстәре, кеҫәмдән сығарып, һораған хаҡты бирҙем.
Икенсе СТО-ға барғас та, машинаһын йәһәт кенә йүнәттереп алған икән был тип уйлаһағыҙ - хаталандығыҙ. Унда ла әлеге комьютер менән тикшереп ҡаранылар. Бензин фильтры һатып алырға ҡуштылар. Яңы фильтрҙың файҙаһы булмағас, артҡы ултырғысын күтәреп, уның аҫтында торған бензин багын аса башланылар. Уларҙан ни эшләргә йыйыныуҙарын һораным. "Бак эсендә торған бензонасосты алыштырып ҡарарға кәрәк", - тиҙәр. Ул насостың күпме тороуы хаҡында һораштым. Хаҡы ҡиммәт. Был егеттәрҙең артабанғы "ярҙамынан" ҡырҡа баш тарттым. "Һеҙ егеттәр, һуҡыр көйөнсә һәрмәнеп, ҡараңғыла ниҙер эшләгән кешене хәтерләтәһегеҙ. Бензабакты кире ябығыҙ!" - тинем. Яптылар. Ярҙам итә алмағандары өсөн минән ғәфү үтенеп, оҙатып ҡалғандар икән тип уйлаһағыҙ, тағы ла хаталандығыҙ. Баштағы мастерҙар һымаҡ уҡ, һәр бер борған шөрөбө өсөн тип әйтерлек, хатта әлеге артҡы ултырғыс аҫтындағы бензобакты асып, ҡабат япҡандары өсөн дә, прейскурантҡа ярашлы сумманы, урыҫтар әйтмешләй, "добросовестно" алып ҡалдылар…
Аптырағас, карбюраторҙар йүнәтеү менән шөғөлләнгән шәхси СТО-ға киттем. Унда эшләгән Рөстәм исемле бер егетте беләм. "Һинең һөнәрең буйынса булмаһа ла, Рөстәм ҡустым, ҡарап ҡына ебәрсе…" Үҙемдең ҡайҙарға барып, ниҙәр алыштырғылағаным хаҡында һөйләп бирҙем. Рөстәм шунда уҡ двигателдең цилиндрҙарын тикшерә башланы… Ун-ун биш минуттан: "Ағай, машинағыҙҙың двигателенең дүртенсе цилиндры эшләмәй тора бит. Компрессияһы етеш булмау сәбәпле. Һеҙгә уның клапандарын алыштыртырға кәрәк. Баҙар янындағы СТО-ла Фәләнов Миша исемле моторист бар. Ана шул кеше һеҙгә йүнәтеп бирер…" "Рәхмәт, ҡустым, мин һиңә күпме аҡса тейешмен?" "Мин бер нәмә лә эшләмәнем бит, ағай, тик кәңәш кенә бирҙем. Бер тин дә кәрәкмәй…" Моторист Миша тиҙ арала машинамды йүнәтеп тә бирҙе. Яҡшы белгестәрҙең арабыҙҙа булыуына һөйөнөп, ҡайтып киттем.
Рөстәм тигәндән, шул хәлдән һуңғараҡ, был егеттең атаһы менән Ҡөрьән уҡыу мәжлесендә күрешергә тура килде. Уның атаһына - Наил Әхмәт улына әлеге хәлде һөйләп ҡыуандырҙым. Ә ул миңә Өфө ҡалаһына барғанында үҙе менән булған бер хәлде һөйләп көлдөрҙө. Баш ҡалаға барғанында машинаһы ниндәйҙер сәбәп менән насар эшләй башлаған икән. Яҡындағы СТО-ға мөрәжәғәт иткән. Шундағы бер мастер Наил ағайҙың ҡайһы яҡтан булыуын һорашып алғас, уға: "Һеҙҙең ҡалала Рөстәм исемле бер бик шәп белгес бар. Ҡайтыу менән шуға мөрәжәғәт итегеҙ, ағай. Машинаның ошо өлкәһе буйынса унан да яҡшы мастерҙы тапмаҫһығыҙ…" - тип әйткән икән…
Баштараҡ телгә алған мастер "что-то с двигателем…" тигәс, әрмелә хәрби госпиталдә табип булып бергә эшләгән хеҙмәттәшем - юғары категориялы хирург Владимир Иванович Быков атлы бер шаян, мәрәкәсел майор иҫемә төшөп китте. Бер һалдаттың эсе ауыртып, госпиталгә килгәне хәтеремдә. Уның "эсем ауырта" тиеүенән башҡа берәй аныҡ сиргә ишаралаусы объектив симптомдары (билдәләре) булмауы табиптарға, әлбиттә, ҡатмарлы ғына мәсьәлә булып торҙо (Хатта симулянттың һүҙенә лә табип башта ышанырға, сир булмауы асыҡланғанға тиклем уны һәр яҡлап тикшерергә бурыслы). Һәр төрлө һөнәрмәндәр (хатта невролог, психиатр ҙа) ҡарап та аныҡ һығымтаға килә алмаған шундай осраҡтар медицинала булыу ихтималлығын табиптар яҡшы белә (ул саҡта компьютер томографияһы тигән нәмә лә юҡ ине). Шул уҡ ваҡытта, эште оҙаҡҡа һуҙыуҙың да насар нәтижәгә килтереү ҡурҡынысы бар. Йәһәтләп, һәр төрлө өҫтәмә диагностик саралар үткәргәндән һуң, госпиталь начальнигы ҡарары буйынса табип консилиумына йыйылдыҡ. Әлеге һалдатты ҡараған һәр һөнәрмән үҙенең фекерен әйтә. Гастрит, сей яра, панкреатит, аппендицит, энтероколит һәм башҡа төр эс ауырыуҙары, хатта яман шештәр хаҡында берәм-һәрәм фекер алышып, уларҙы (аныҡ ошо һалдатҡа ҡарата) бер-бер артлы инҡар итеү процесы бара. Госпиталь начальнигы әлеге хирург Быковҡа һүҙ бирә: "Владимир Иванович, как вы думаете? Что у этого бойца?" Доктор Быков ашыҡмай ғына торҙо ла, хәйләле йылмайып, былай тине: "Виктор Васильевич, я думаю, что у данного солдата что-то с животом..." Артабан бер аҙ ғына пауза. Беҙ, ошоғаса баш мейеләребеҙҙе "көсәндереп" ултырған табиптар, барыбыҙ ҙа кинәт кенә көлөп ебәрҙек. Пациентта, әлбиттә, һис кенә лә көлкө ҡайғыһы юҡ, әммә ул да йылмайып ҡуйҙы. Әлеге доктор Быков (мин уның ифрат та белемле, оҫта хирург икәнлеген яҡшы беләм) артабан етди төҫ алды, һүҙен дауам итеп, һәр төрлө дәлилдәр килтереп, бик һирәк осрай торған бер сир хаҡында үҙенең фекерен әйтте. Башҡаларыбыҙ ҙа уның менән ризалашып, һалдатҡа операция кәрәклеге тураһында ҡарар сығарҙыҡ. Операция уңышлы тамамланды, күпмелер ваҡыттан һалдатыбыҙ йүнәлеп, казармаға ҡайтып та китте…
Ошо миҫалды килтереүем тигенгә түгел, ҡәҙерле дуҫтар. Тормошобоҙҙағы башҡа һәр өлкәлә лә, нәҡ ана шул табиптар һымаҡ, үҙ эшенә яуаплы ҡараусылар күберәк булһа ине, тимәксемен. Әлбиттә, кеше ғүмере менән бәйле булмаған теге йәки был һөнәрмәндең эшенең нескәлектәрен бүтәндәр, хатта начальнигы ла белмәүе мөмкин. Әммә, берәү ҙә күрмәй тип, башта бәйән ителгән һымаҡ, һәр төрлө "мутлыҡ" уйлап сығарыуҙар бер кемде лә матурламай. Һәр кешенең ҡылығын уның намыҫы контролдә тоторға тейеш, тип һанайым. Һәммәбеҙ ҙә үҙ эшебеҙгә Гиппократ анты биргән табип һымаҡ намыҫ менән ҡараһаҡ, тормошобоҙ тағы ла гүзәлерәк булыр ине…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.06.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru