
Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы үтә. Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналған ҙур байрам илебеҙҙең 78 төбәгенән йыр-моңға маһир, милләтенең күркәм сифаттарын үҙҙәрендә туплаған, халыҡ йыры һәм бейеүе, йолалары һәм уйындары кеүек жанрҙарҙа үҙ халҡы ижадын сағылдырған 10-18 йәшлек балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе йыйҙы. Ҙур сарала барлығы 85 ижади төркөм һәм тиҫтәгә яҡын солист ҡатнаша.
Рәсәй Президенты Владимир Путин, фольклориаданы ойоштороусыларҙы, унда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләү хатында, беҙ Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың уникаль йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау мәсьәләләренә өҫтөнлөк бирәбеҙ, уларҙың сағыу, үҙенсәлекле сәнғәте менән ғорурланабыҙ, тип билдәләне.
24 июндә фестиваль "Башҡортостан" дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда "Дуҫлыҡ бейеүҙәре" менән башланды. Артабан ҡатнашыусылар милли кейемдәрҙә Ленин урамы буйлап Совет майҙанына тиклем парадта уҙҙы.
Фольклориаданы тантаналы асыу Рәсәй халыҡтары әкиәттәре, легендалары һәм йырҙары тупланған "Тылсымлы китап" сюжетына ҡоролған вокаль-хореографик сығыш менән башланды. Унда быуындан-быуынға тапшырыла килгән мәҙәни хәтерҙе һаҡлап ҡалыу идеяһы символлаштырылды. Шулай уҡ тамашасылар "Урал батыр" эпосы донъяһына сәйәхәт ҡылды, "AY YOLA" һәм башҡа популяр төркөмдәрҙең, билдәле йырсы Марина Девятованың сығышын тыңланы.
Фестивалдең икенсе көнөндә, 25 июндә, баш ҡаланың Беренсе май, Дим, "Тулҡын", Иван Якутов исемендәге парктарында концерттар үтте. Кисен Совет майҙанында төбәктәр коллективтары һәм "AY YOLA" төркөмө ҡатнашлығында ҙур концерт ойошторолдо. "Торатау" конгресс-холында "Фольклор һәм балалар. Йола аша берҙәмлеккә" ғилми-ғәмәли конференция белгестәрҙе йыйҙы. Унда Мәскәү, Брянск, Мурманск, Пенза ҡалаларынан, Курск һәм Калуга өлкәләренән, Татарстан һәм Удмурт республикаларынан килгән балалар һәм Рәсәй халыҡтарының фольклорын өйрәнеүсе белгестәр ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостандан фольклор коллективтары етәкселәре саҡырылғайны. Сарала Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә, шул иҫәптән халыҡ уйындарының тәрбиә системаһындағы булған роленә һәм балалар фольклорын актуалләштереү өсөн ҡулланылған заманса алымдарға бәйле бик күп һорауҙар күтәрелде.
Бөгөн, 26 июндә, Совет майҙанында Zainetdin этно-шоу төркөмө ҡатнашлығында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһы була.
III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылдарҙың фекерҙәре.
Тамара Пуртова, В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры: Башҡортостан етәкселегенә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Беҙ матди булмаған мәҙәни байлыҡ реестрын төҙөйбөҙ, әлеге ваҡытта уға 90 объект индерелгән. Башҡортостан Республикаһы 6 объект менән беренсе урында тора. Был - дәүләт органдары һәм учреждениялары тарафынан йылдар дауамында даими рәүештә бик уңышлы башҡарылып килгән эш һөҙөмтәһе ул.
Сергей Самсонов, Луганск ҡаһының "Рапсодия" бейеү ансамбле етәксеһе: Фольклориада - беҙҙең өсөн глобаль сара. Тиҙерәк барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ла күргебеҙ, бындағы барлыҡ эмоцияларҙы үҙебеҙгә һеңдереп, тыуған яғыбыҙға алып ҡайтҡыбыҙ килә.
Майя Швейд, Ханты-Манси автономлы округынан "Тром-Ёван-Мокут - Тром-Аганские ребята" ансамбле етәксеһе: Фольклориадала икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Быға тиклем Чебоксарҙа булғайныҡ. Башҡортостан беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Балалар тауҙарға ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та баҡты. Беҙҙә бит тигеҙлектәр генә. 2002 йылда барлыҡҡа килгән коллектив ханты милләтенең үҙенсәлекле мәҙәниәтенең һаҡсыһы булып тора һәм шуның менән ул әһәмиәтле лә инде
Әнүәр Вәхитов, оҙон көй оҫтаһы, Көйөргәҙе районы: Беҙ атай-әсәйем менән Күмертау ҡалаһында йәшәйбеҙ. М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө һанлы Башҡорт гимназия-интернатында белем алам, әле бишенсе синыфты тамамланым. Халыҡ йырҙары, милли уйын ҡоралдары менән биш йәшемдә ҡыҙыҡһына башлағанмын. Тәүге тапҡыр сәхнәгә алты йәшемдә "Шайморатов генерал" йыры менән сыҡтым. "Аҡбуҙат" фольклор ансамбленә йөрөнөм. Ә оҙон көйҙәр яратыуым Римма Васильевна Бабенко етәкселегендә "Уралым"ды өйрәнеүҙән башланып китте. Фольклориадаға һайлап алыныу өсөн Өфөнән килгән комиссия алдында сығыш яһаным. Мәскәү ҡалаһынан уҡ шылтыратып, Башҡортостан исеменән солист булараҡ сарала ҡатнашыуым тураһында әйттеләр.
Роберт Хәмиҙуллин, "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе: Иптәшем Алина Рауил ҡыҙы менән икәүләп нигеҙ һалған "Дарман" ансамбле Өфө районының Шамонин ауылында бына инде 15 йыл эшләп килә. Хәҙер коллективта төрлө йәштәге төркөмдәрҙә 150-гә яҡын бала шөғөлләнә. Республикала, Өфө районында булған бер сара ла беҙһеҙ үтмәй. Тәү сиратта үҙ милләтебеҙҙең матурлығын күрһәткән бейеүҙәр ҡуйыу теләге менән эш башлағайныҡ һәм әлегәсә ошо принциптан тайпылмаҫҡа тырышабыҙ. Фольклориадаға беҙҙе 250 коллектив араһынан һайлап алдылар. Сарала ҡатнашыр өсөн әҙерләнгән "Ғәзиз ерем" һәм "Йыйын" тигән сәхнә сығыштарында башҡорт егеттәренә хас ҡылыс уйнатыу (фланкировка), сыбырҡы шартлатыу, уҡтан атыу кеүек һәләттәрҙе сағылдырырға тырыштыҡ.
Айһылыу ДАУТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА