«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"ҒӘЛИӘ" МӘҘРӘСӘҺЕНӘ - 120 ЙЫЛ
+  - 

Быйыл көҙ Өфөлә легендар "Ғәлиә" мәҙрәсәһе асылыуға 120 йыл тула. Юбилей сараларына Рәсәй, БДБ һәм мосолман илдәренән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Был турала Ғәлиә мәҙрәсәһенең юбилейына арналған түңәрәк өҫтәлдә Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин белдерҙе.

Мәҙрәсә ни бары 13 йыл эшләп өлгөрә. Ошо ҡыҫҡа ғына дәүерҙә унда күренекле шәхестәр - дипломат, Советтар Союзының ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов, башҡорт шағирҙары Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандың башҡа күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре уҡып сыға. Белем усағының төп үҙенсәлеге шунда: уҡытыуҙа дин менән бер рәттән теүәл фәндәргә лә ҙур иғтибар бүленә. Әммә 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң "Ғәлиә" мәҙрәсәһе ябыла, уның бинаһында йәш эшселәр һәм крәҫтиәндәр мәктәбе асыла.
Түңәрәк өҫтәлдә Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин белем усағының тиҙ арала уңышҡа өлгәшеүенең сере иң тәүҙә мәҙрәсәгә нигеҙ һалыусы, мәғрифәтсе Зыя Камалиҙың шәхесенә бәйле булыуын билдәләне. Педагогия фәндәре докторы, профессор Таһир Әминов "Ғәлиә" мәҙрәсәһе уҡытыу алымдары менән алдынғы булыуы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, белем усағында бик көслө уҡытыусылар коллективы булған, үҙҙәре китаптар, методик ҡулланмалар яҙған. Төплө, фәнни нигеҙле китаптар хатта юғары уҡыу йорттарында ҡулланылған.
1989 йылда "Ғәлиә" мәҙрәсәһе ҡайтанан тергеҙелә. СССР Министрҙар кабинетының дин эштәре буйынса совет ҡарары нигеҙендә Европа СССР һәм Себер мосолмандарының Үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы беренсе юғары уҡыу йорто - имамдар һәм дин әһелдәре әҙерләү буйынса ике йыллыҡ мәҙрәсә асыла.
2001 йылда Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән "Ғәлиә" мәҙрәсәһенең бинаһы Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына ҡайтарыла. Шулай итеп, абруйлы уҡыу йорто буласаҡ Рәсәй ислам университеты менән берләшә. "Беҙҙең Рәсәй ислам университеты "Ғәлиә" мәҙрәсәһе тарафынан булдырылған дини белем биреү традицияларын дауам итә һәм Рәсәйҙә иң яҡшы биш ислам университеты иҫәбенә инә", - тине Рәсәй ислам университеты ректоры Ғүмәр Тажетдинов. Мәҙрәсәнең тарихи бинаһында капиталь ремонт үткәреү планлаштырыла, тип өҫтәне ул.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru