«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЯУАПЛЫЛЫҠ ЮҒАРЫ БАҺАЛАНА
+  - 

"Барс" позывнойлы яугир Махсус хәрби операция зонаһында пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итә. Ул бала саҡтан хәрби булырға хыяллана, шуға, саҡырыу буйынса хеҙмәте тамамланғас, контракт төҙөй һәм армия сафында ҡала.

Белгәндәй, үҙ теләге менән БПЛА операторына ла уҡып ала. 2023 йылда үҙ теләге менән МХО зонаһына юллана. Бөгөн ул пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы вазифаһында хеҙмәт итә. "Был хәрби һөнәр эйәләренә яуаплылыҡ, сабырлыҡ, үҙ эмоцияларыңды контролдә тота алыу, тиҙ генә дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеү кеүек талаптар ҡуйыла. Үҙ аллы ҡарар ҡабул итә белеү үтә лә мөһим. Ҡурҡырға ярамай", - ти "Барс".
Уның батырлығы, хәрби уңыштары Жуков, генерал Шайморатов һәм шулай уҡ "Терроризмға ҡаршы операцияла ҡатнашҡан өсөн" миҙалдары менән билдәләнгән.
Ысынлап та, БПЛА операторы Махсус хәрби операция зонаһында бөгөн - иң кәрәкле һәм юғары түләүле хәрби һөрәрҙәрҙең береһе. Айлыҡ хеҙмәт хаҡы 220 мең һумдан башлана (званиеһына, вазифаһына һәм хеҙмәт стажына ҡарап). БПЛА операторҙарына, һөҙөмтәлелеккә ҡарап, 50 меңдән 500 мең һумға тиклем өҫтәмә түләү ҡаралған. Ул дошмандың техникаһын юҡ итеү йәки башҡа хәрби ҡаҙаныштар өсөн яҙыла. Әйтәйек, Leopard, Abrams, Challenger танкыларын юҡ итеү 500 мең һум премия менән баһалана.
Контракт төҙөгән хеҙмәткәр тулы социаль пакет ала. Улар, алғы һыҙыҡтағы башҡа яугирҙар кеүек үк, бөтә түләүҙәргә, льготаларға һәм социаль гарантияларға хоҡуҡлы.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар ҡаралған. Юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар, академик отпуск алып, контракт төҙөгән хәлдә, хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайта ала.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡалдырырға ла мөмкин.

Әйткәндәй, Башҡортостанда төбәктең граждандар объекттарын һәм инфраструктураһын, тәү сиратта, дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡлау өсөн резервсыларҙан "БАРС" территориаль отряды ойошторола. Резервсыға ай һайын, хәрби дәрәжәһенә һәм вазифаһына ҡарап, сборҙарҙа булмағанда 2 967 - 7 316 һум, сборҙар ваҡытында 24 720 - 60 967 һум түләнә.
Бынан тыш, резервсы сборҙар ваҡытында үҙе эшләгән ойошманан уртаса айлыҡ эш хаҡы ала. Мобилизация резервында булыу тураһында контракт төҙөгән граждандар Махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәй. Контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса хәрби комиссариатҡа йәшәгән урыны буйынса йәки 8-987-25-36-530 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.

Ҡасим Ғәҙелшин әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 154

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru