«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ОЯҺЫНДА НИ КҮРҺӘ...
+  - 

Мәктәп уҡыусылары йәйге каникулдарға туҡтау менән уларға бәйле проблемалар башланыуы бер бөгөн түгел, ләкин был хәл ни сәбәптәндер үҫмерҙәрҙең ата-әсәләрен әллә ни борсомой.

Уның ҡарауы, полицияға һәм балиғ булмағандар менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә эш һәм мәшәҡәттәр өҫтәлә. Уларҙың эше республика район-ҡалаларында нисек ҡуйылғандыр, ә бына баш ҡалабыҙ Өфөлә балиғ булмағандар тәртибен күҙәтеүсе рейдтар йыш үткәрелә, үҫмерҙәр менән аңлатыу эштәре алып барыла. Ләкин бындай өгөт-нәсихәт, ғәҙәттә, балаларҙың бер ҡолағынан инһә, икенсеһенән сығып та китә.
Шуға күрә полиция хәҙер йәмәғәт тәртибен боҙоусы үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре аша эш итергә - улар исеменә протокол төҙөп, ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешергә булды. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфөнөң "Беренсе май" паркында ял итеүселәр бер төркөм иҫерек һәм шау-гөр килеүсе үҫмерҙәр тәртибенә ҡарата ялыу яҙып, ризаһыҙлыҡ белдергәндән һуң, баш ҡаланың Калинин районы полицияһы менән Йәмәғәт хәүефһеҙлеге һәм балиғ булмағандар тәртибен күҙәтеүсе идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында бында киске сәғәт һигеҙҙән алып төн уртаһына ҡәҙәре рейд төркөмдәре сыға башланы. Киске сәғәттәрҙә өлкәндәр ҡарауынан тыш йөрөгән бер нисә үҫмерҙең ата-әсәләренә балаларын тәрбиәләү буйынса бурыстарын тейешле үтәмәгәндәре өсөн протокол төҙөлдө, тип хәбәр итәләр Өфө Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенән.
Шул уҡ үҫмерҙәр ҡайнап торған дөйөм ҡала йәмәғәт транспорты хәрәкәтенә лә килеп ҡыҫыла һәм йыш ҡына хәүефле авария ваҡиғаларына сәбәпсе була. Күптән түгел "Дром" автомобиль порталының йәмәғәтселек ҡатнашлығында үткәрелгән һорау алыуҙарынан күренеүенсә, республика водителдәре бер тауыштан тип әйтерлек ике тәгәрмәсле хәрәкәт ҡатнашсыларын өнәп етмәүҙәре, хатта яратмауҙары хаҡында белдерҙе. Улар фекере буйынса төҙөлгән антирейтингта иң күп тауыш йыйып, самокатта йөрөүсе үҫмерҙәр беренсе урынға сыҡҡан. Самокатсылар, "ҡағиҙә" булараҡ, юл хәрәкәте тәртиптәренә төкөрөп тә бирмәй. Тротуарҙа - йәйәүлеләр араһынан, ә транспорт юлдарында машиналар араһынан кәйелеп-кәйелеп йөрөүҙе һөнәр итеп алған һәм бының менән үҙҙәренең, йәнәһе лә, шәплеген күрһәтергә теләй.
Икенсе урында - мотоциклда йөрөүселәр. Улар дөйөм транспорт юлы рәттәре араһында ҡыуышыу ойоштора, юл һыҙаттарынан елдерә, мотоциклдарын көслө тауыш сығарыуға көйләп ала.
Өсөнсө урында - велосипедта йөрөүселәр. Уларҙы, ғәҙәттә, "ташбаҡа" тип кәмһетергә ярата водителдәр. Тап шул яй йөрөүе һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүҙәре менән улар юл ҡатнашсылары араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Опрос һорауҙарына яуап биреүселәр самокатсы үҫмерҙәрҙе уларҙың бер ниндәй ҙә үҙ-үҙҙәрен һаҡлау инстинкты булмағаны өсөн яратмай, ә мотоциклистарҙы рәт араларынан уҙышыусы "хам"дар тип атай.
Юлдарҙағы ошондай көсөргәнешле хәлдәрҙе әлеге лә баяғы Дәүләт автоинспекцияһы контроле көйләй. Май аҙаҡтарында улар иғлан иткән "Ҡаршы һыҙат" махсус операцияһы ғәмәлдә булды һәм был сара юл хәрәкәте ҡатнашсыларын күп кенә күңелһеҙ хәлдәрҙән аралап ҡалғандыр, тип ышанғы килә. Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, 29 майҙа республика юлдарында мең ярымдан ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусы теркәлгән. Шуларҙың 110-ы - ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан, 55 кешенең машина йөрөтөргә документы булмаған, 34 водитель балалар йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған, 29 кеше руль артына эскән килеш ултырған, шуларҙың дүртәүһе ошо ғәйеп менән ҡабатлап тотолған. Ошо әҙәмдәр әлеге тәртипһеҙ үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре булған хәлдә, ниндәй тәрбиә һәм ғаилә йоғонтоһо хаҡында һүҙ алып барылыуы мөмкин!..

Фирүзә ИШБИРҘИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 108

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru