«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
АТАЙҘАР ҘА, ӘСӘЙҘӘР ҘӘ АЙЫҠЛЫҠ ӨЛГӨҺӨ КҮРҺӘТҺЕН!
+  - 


Ҙур ир кеше мотлаҡ араҡы эсергә тейеш, тип уйлай торғайным бала саҡта. Был һүҙҙәрем кемгәлер сәйер тойолор, бәлки. Шул уҡ ваҡытта, бәғзеләр, айырыуса, тиҫтерҙәрем минең менән фекерҙәш булыуы ла бик ихтимал. Күптән түгел гәзитебеҙҙә Сәғиҙулла Рәсүловтең "Беҙ эсергә атайҙарҙан өйрәндек" тип аталған мәҡәләһе донъя күргәйне. Ул да ошо фекерҙе ҡеүәтләгәндәй бит.

Хөрмәтле ҡорҙаштар һәм ҡорҙашбикәләр, фекерҙәребеҙҙе төйнәп, бала сағыбыҙға, йәшлегебеҙгә тағы бер аҙ сәйәхәт итеп алайыҡ әле. Тыуған илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеү, колхоз-совхоздарҙа тырышып эшләү менән бер рәттән, ул заманда, үкенескә, халҡыбыҙ тарафынан хәмергә лә һәүетемсә "хөрмәт" йөҙө күрһәтелә ине лә баһа! Ысынлап та, йәштәрҙең никах туйын үткәреү, яңы тыуған сабыйҙың "тәпәйен йыуыу", кемделер әрмегә оҙатыу йә иһә ҡаршы алыу, алыҫтан ҡунаҡ килһә, күрше-тирәгә "ҡунаҡ күрһәтеү", Яңы йыл, тағы башҡа бихисап байрамдарҙы билдәләүҙәр ололарҙың мотлаҡ хәмер табыны менән ойошторола ине бит. Шунда йыйылышып ултырған ҡунаҡтарҙың гармунға ҡушылып, матур итеп урам көйҙәрен йырлашыуҙары, дәртләнеп бейеүҙәре, бер-береһенә уйынлы-ысынлы шаяртып көлөшөүҙәре ғәйәт матур күренеш булып иҫебеҙҙә ҡалған.
"Йәгеҙ әле, тотоғоҙ, ҡоҙалар (туғандар, иптәштәр, дуҫтар…), ней бер ялындырып ултыраһығыҙ", тип, бер-береһен ҡыҫтай-ҡыҫтай араҡы менән һыйлауҙарҙы кемдең ишеткәне юҡ? "Эсеп ебәр, һалғанын, һорама ҡайҙан алғанын! Эсеп ебәрһәң һалғанын, баҫа йөрәк янғанын… Эстәкәнең буталлы, уң ҡулыңа тот әле! Ҡоҙаҡайың йырлап биргәс, ҡылҡылдатып йот әле!.." Бына ошондай күңелле мәжлестәрҙе ситтән ҡарап, күреп йөрөгән бала кешенең йөрәгендә улар, әлбиттә, бик гүзәл саралар булып һаҡланып ҡала. Шундай тантаналарҙы хәмерһеҙ үткәреүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ булып үҫкәнбеҙ. Ололарҙың һәр һүҙен, ҡылығын дөрөҫкә һанап өйрәнгән сабый аңында башҡаса ниндәй фекер тыуыуы мөмкин?.. Унан, иртәгеһен, "ҡунаҡ ашы - ҡара-ҡаршы" тигән йолаға ярашлы, сиратлап, бер-береһен саҡырышырға тотоналар. Урам буйлап матур ауыл көйҙәре йырлап йөрөгән ҙурҙарҙың да кәйефе ана шул хәмер эсемлеге тәьҫирендә икәнлеген күреп, йырҙарын да отоп алып, хатта эстән генә көйләп йөрөй сабый.
Тағы шуныһы хәтеремдә уйылып ҡалған: араҡыны тик ағайҙар, йәғни ир кешеләр генә эсергә тейеш, тигән инаныуҙа үҫтем. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙарҙың, йәғни, апайҙарҙың эсеп-иҫереп йөрөгәнен әллә ни иҫләмәйем. Тәмәке тартыуҙы ла фәҡәт ирҙәр эше тип һанай торғайным. Сөнки бала сағымда ҡатын-ҡыҙ затының тәмәке тартҡанын бөтөнләйгә күрмәй үҫтем.
Дуҫ малайҙар менән "иҫерек" уйнағаныбыҙ хәтеремдә. Кепкаларыбыҙҙы ҡырын кейеп, пальто төймәләрен ысҡындырып ебәреп, болғаңлай-болғаңлай, ҡултыҡлашып, ысын ауыл көйҙәрен, хатта "зимагорҙар"ҙы йырлап йөрөгәнебеҙ ҙә иҫемдә: "Зимагорҙар толчокта, ҡайғырмайҙар мал юҡҡа. Ҡайғырһалар - ҡайғыралар араҡылары юҡҡа…Э-эх!"
Яҡташтар араһында бәғзе берәү эскелектән сыға алмай аҙаплана икән, уның хаҡында "нурмы белмәй эсә" тип кенә әйтәләр ине. "Унда-бында "төшөргөләп" алыуҙан зыян юҡ, тик ана шул "сама" тигән нәмәне генә белергә кәрәк", тигән заң инеп оялай ине шул бала кешенең аңына. Уның ҡарауы, оло әбей-бабайҙарҙың йылына ике мәртәбә хәмерһеҙ генә ураҙа һәм ҡорбан ғәйете байрамдарын йә Ҡөрьән уҡыу мәжлестәрен үткәреүенә "иҫкелек ҡалдығы" тип, көлөп кенә ҡараныҡ. Мәктәптә өлкән кластарға етеп, кесе синыф балаларына "ағай" булып алғас, әлеге нәмәнең тәмен татып ҡарау теләге үҙеңдән бер тотам ҡалмай, эҙәрлекләп алып йөрөй. Шулай булмаҫҡа ни, инде буйға үҫеп, балиғ булып, буйтым араҡы эсә торған йәшкә килеп еттек бит… Ә берәй уҡытыусы ағайҙың "ҡырын тейәп" йөрөгәнен күрһәң (ундайҙар булманы түгел), бала кешегә шул етә ҡала - эскелеккә, кемдер әйтмешләй, рәсми рөхсәт алдың, тигән һүҙ! "Өлгөрөп" етеүең уңайы менән, атай-әсәйҙәрҙән йәшерен рәүештә, берәй аулаҡ өйгә йыйылышып, "бөйөк" байрамдарҙы, "өлгөргәнлек аттестатын" билдәләүҙәр ҙә изге йолаға әүерелде. Хәҙерге көндә, әле булһа "аулаҡ өйлө һәм гармунлы" йәшлегебеҙҙе һағынып йырлайбыҙ. Әммә ана шул аулаҡ өй мәжлестәре лә хәмерһеҙ булманы бит.
Совет хөкүмәте ул саҡ илдәге эскелеккә әллә бөтөнләйгә битараф булдымы икән, тигән һорау килеп тыуа. Юҡ, әлбиттә! "Совет Башҡортостаны" гәзитендә эскеселәрҙе тәңҡитләгән "Ҡыҙған табала", "Элеп алдым, һелкеп һалдым" тигән рубрикаларҙа, "Һәнәк" журналында уларҙы ныҡ ҡына "һелкеткеләп" ала торғайнылар. Һәр милиция бүлегендә айнытҡыстар эшләп килде. Эскелек арҡаһында кешеләр эштән дә ҡыуылғыланы. Магазиндарҙа араҡы һатыуҙы сикләү ысулдарын да ҡулланып ҡаранылар. Бер тракторсы ағай аҫылынып үлгәс, улының: "Эшкә һуңлаған өсөн управляющий атайымды әрләгән. Атайым шуға ғәрләнеп, аҫылынған", - тип һөйләгәнен иҫләйем. Ҡалай яман управляющий!.. Ул ағайҙың иҫерек йөрөгәнен дә хәтерләйем, әммә, уның үлемендә барыбер әлеге "уҫал хужа" ғәйепле тип уйланым.
Бер осор ауылыбыҙҙа ғәйәт ҡыҙыҡ спектакль ҡарағайныҡ. Бер ғаиләне күрһәтәләр ине. Мәмғәле исемле йыуаш ир һәр саҡ уҫал ҡатынына буйһоноп, уға ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшә алмай ғүмер итә. Ҡатыны аш-һыу тирәһәндә лә булдыҡһыҙ, эштән арып ҡайтҡан иренә һыуынып бөткән аш ҡына ашата. Әммә көндәрҙән бер көндө, ғүмерҙә лә хәмер эсмәгән был ир өйөнә иҫереп ҡайта һәм үҙенең "ҡатылығын" күрһәтә. Шул көндән алып ҡатын "аҡылға ултыра", ирен иргә һанай, хөрмәт итә башлай… Ҡарап ултырыуға ҡыҙыҡ тойолһа ла, был спектакль - көнкүрештә эскелекте асыҡтан-асыҡ рекламалауға тартым ине. Хәмер эсеүҙе хуплаусы нәфис фильмдар ҙа булманы түгел, телевидениеларҙа бер мәл араҡы һәм һыраны ла бик матур итеп рекламаланылар. Ҙур килем алыу маҡсаты менән, әҙәм балаһын араҡыға алдаштырып, шайтандың ҡуштандары бихисап милләттәшебеҙҙе юлдан яҙҙырышыуы ошо булғандыр.
Шайтан тигәндән, Изге Ҡөрьәндә Иблис мәлғүндең (Аллаһ Тәғәлә тарафынан ләғнәтләнгән) заман ахырыһына ҡәҙәре әҙәм балаларына һәр насар нәмәне гүзәл итеп күрһәтеп, уларҙы юлдан яҙҙырып йөрөйәсәге хаҡында әйтелә. Кешеләрҙе аҙҙырыр өсөн әлеге шайтандың уларға алдан да, арттан да, уңдан да, һулдан да киләсәге Ҡиәмәт көнөнә тиклем дауам итәсәге тураһында ла аят бар. Мәжлестәрҙә эскелекте данлап йырланған матур йырҙар ҙа ана шул шайтан мәлғүндең мәкере булһа кәрәк. Ҡөрьән-Кәримдә хәмер эсеү ҡәтғи тыйыла! Был изге Китапты әҙәм балаһы (хатта Бәйғәмбәр ҙә!) яҙмаған бит, уның һәр һүҙе - Аллаһы Тәғәләнеке. Ундағы һәр аят Раббыбыҙ тарафынан Бәйғәмбәргә вәхи ҡылынған (күңеленә һеңдерелгән). Үҙен мосолман тип һанаған кеше бына ошоға һис икеләнеүһеҙ ышанырға бурыслы. Шуға күрә лә "Ҡөрьән шул ваҡытта яҙылған" тип түгел, ә "Аллаһ тарафынан төшөрөлгән" тип кенә әйтеү дөрөҫ була.
Эйе, йәшерен-батырыны юҡ, беҙ үҫкән осор, үкенескә, илдә динһеҙлек тантана иткән дәүергә тура килде шул. Мәктәптәрҙә, башҡа һәр ерҙә ошо юҫыҡта ныҡ ҡына атеистик пропаганда алып барылды. Комсолмолға ингәндә "Аллаға ышанаһыңмы?" тигән провокацион һорау ҙа биргеләйҙәр ине. Әлеге эскелекте арҡанлай алырҙай динебеҙҙе ныҡ ҡына баҫырҙылар шул. Беҙҙең атай-әсәйҙәрҙе лә утыҙынсы йылдары мәктәптә ана шул рухта тәрбиәләргә тырышҡандарҙыр… Бәхеткә, уларҙың күптәре мәктәпкә бармаҫтан алда үҙҙәренең ата-әсәһенән (беҙҙең ҡартатай һәм ҡәртәсәйҙәр була инде) күпмелер кимәлдә имани рухтағы тәрбиә алып өлгөргән булғандар, сүтәки.
Бөгөнгө хәлебеҙгә килгәндә, әлхәмдүлиллаһ, илебеҙҙә динде ҡыҫыу юҡ. Хәмер эсеүҙе бөтөнләйгә тыйыусы шундай гүзәл динебеҙ булыу беҙҙең өсөн оло бәхет бит. Йәштәребеҙҙең һуңғы осор күпләп дингә килеүенә һөйөнөп бөтә алмайым. Ин шә Аллаһ, киләсәктә халҡым күпләп иманға килеп, эскелек тигән ана шул афәттән бөтөнләйгә ҡотолор, тигән ышанысым бар. Һуңғы йылдары унда-бында күп кенә никах туйҙары мосолманса, йәғни, хәмерһеҙ үткәрелеү миҫалдары менән танышмын. Республикабыҙҙа бөгөнгө көндә киң йәйелдерелгән ағинәйҙәр хәрәкәтен дә ихлас күңелдән хуплайым. Улар тырышлығында бер-бер артлы "айыҡ ауылдар" барлыҡҡа килеүе үҙе ҙур бәхет бит! Шул хәрәкәтте уңышлы етәкләүсе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваға бөтә гәзит уҡыусылар исеменән рәхмәт һүҙҙәре әйтке килә. Күптәре дин юлында булған был гүзәлдәребеҙ тап бына ошо юҫыҡта ауыл-ҡалаларыбыҙҙа бик файҙалы эштәр атҡара. Бәғзеләре ваҡытлы матбуғат сараларында ла әүҙем сығыш яһаусы ағинәйҙәребеҙҙең ошо эшенә Аллаһ Сөбхәнә үә Тәғәлә ярҙам бирһен, оло әжер-сауабын ҡайтарһын.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru