«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ИКМӘКТӘН БАШ ТАРТЫРҒАМЫ?
+  - 

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә "үрсеп" киткән белдекле һәм шарлатан блогерҙар бер тауыштан кешенең туҡланыу рационындағы ниндәй генә ризыҡҡа тыйыу һалмай! Шул уҡ ваҡытта улар интернет-файҙаланыусыларҙың кисә генә яратып тәғәмләгән аҙығына бөгөн шикләнеп, хәүефләнеп ҡарай башларға мәжбүр итә, кәйефте төшөрә, аппетитты юғалта.

Ошо сәбәпле һорау тыуа: кеше организмының айырым өлкәләре буйынса махсуслашҡан медицина белгестәренең кәңәштәренә ҡолаҡ һалырғамы, әллә үҙҙәрен "нутрициолог" тип атаған яңы тармаҡ блогерҙарына ышанырғамы? Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың барыһы менән дә шул йәһәттән ризалашырға була: бөгөн, ысынлап та, составы яғынан да, экологик ҡараштан сығып та ейгән ризығыбыҙ араһында ағыуға тиң хәүефлеләре лә күп. Мәҫәлән, теге йәки был продуктҡа һәр төрлө, йәнәһе лә, рөхсәт ителгән химик матдәләр, консерванттар, пальма майы, тоҙ, шәкәр һәм башҡа яһалма тәмләткестәр ҡушып етештереү сиктән тыш хәүеф нөктәһенә килеп етте.
Мин үҙем, мәҫәлән, иң төп изге ризыҡ һаналған икмәктән баш тартҡан бер танышымды беләм, сөнки, бер яҡтан, уға бойҙай, арыш, һоло кеүек иген ононан бешерелгән икмәктәге глютен (латин теленән һүҙмә-һүҙ "елем") ярамаһа, икенсенән, икмәккә ҡушылған баяғы "тәм-йәм" биреүсе ҡушылмалар, шул иҫәптән, сәнәғәт сүпрәһе тип аталған ҡамыр ҡабартҡыс хәүефләндерә. Һөт, эремсек һәм бигерәк тә колбаса кәштәһенә ул хәҙер яҡын да юламай. Һуң улай булғас, перәник йә печенье ҡушып, сәй йә кофе эсергә ҡаламы инде? Юҡ! Кондитер изделиелары бигерәк тә ҡот осҡос ҡушылмаларҙан хасил булған нәмәләр (уларҙы ризыҡ тип әйтергә лә тел әйләнмәй хатта).
Сәйҙе күп эсәбеҙ. Әммә ҡиммәтле, шуға ла, бәлки, сифатлы сәй һатып алырға һәр кемдең дә мөмкинлеге юҡ. Арзандары иһә сәй етештереү ҡалдыҡтарынан төрөлгән матур ҡаплы тауар ғына. Сәй организмдан тимер, кальций, калий кеүек файҙалы минералдарҙы йыуҙыра, ҡан баҫымын күтәрә икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Шуға күрә анемия, остеопороз, гипертониянан яфаланыусыларға сәй һәм кофе менән мауыҡмау хәйерле, тип яҙа әлеге белгестәр.
Кофе хаҡында ла бик күп "ҡурҡытҡыстар" мәғлүм. Ләкин күптән түгел был эсемлек хаҡында тағы бер мәҡәләгә юлыҡтым. Американың Science Daily тип аталған ғилми журналы хәбәр итеүенсә, составындағы кофеин ваҡытлыса ҡан баҫымын күтәрһә лә, кофе хроник гипертония менән янамай. Белгестәр ошо йәһәттән 315 мең кешенең һаулығын өйрәнеүсе 13 фәнни хеҙмәтте анализлап сыҡҡандан һуң ҡан баҫымы сиренең кофе менән бәйлелеге булмауын асыҡлаған.
Белешмә: гипертония - ул ҡан баҫымының тотороҡло рәүештә 140/90 һәм унан да юғары кимәлдә булыуы. Уны "шым" ауырыу тип тә йөрөтәләр, сөнки кеше был хәленең билдәләрен тоймаҫка ла мөмкин. Ваҡытында дауаланып, ҡан баҫымын даими контролдә тотоу кәрәк, юғиһә, ул инфаркт, инсульт менән янай. Өлкән кешеләрҙең 31 проценты гипертония менән сирләй. Ә инде кофеинға килгәндә, ул мускулдар торошон активлаштыра, ҡайһы саҡ йөрәк ҡағыуға килтерә. Был ваҡытта ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Кофе, энергетиктар эскәс йәки шоколад ашағандан һуң ярты сәғәттән ике сәғәткә тиклем ваҡытлыса ҡан баҫымы күтәрелә, шул уҡ ваҡытта кофе составындағы файҙалы фитохимик матдәләр ҙә үҙләштерелә. Шулай булһа ла табиптар кофены көнөнә 4 сынаяҡтан артыҡ эсергә ҡушмай. Ҡан баҫымы 160/100 булған осраҡта бер сынаяҡ менән сикләнергә кәрәк, тип кәңәш итә табиптар.
Шулай итеп, сама белеп ҡулланғанда, кофе организмды хроник сиргә килтермәй, киреһенсә, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервылар системаһын һаҡлай, шәкәр сире, бауыр (цирроз, фиброз), йыуан эсәк яман шешен тотҡарлай, эсәк микрофлораһын көйләй, файҙалы бактериялар менән байыта. Ә бына ауыр йөрәк сирлеләргә, хроник ҡан баҫымы менән яфаланыусыларға, ашҡаҙан-ашҡаҙан аҫты биҙе, үт юлында таш булғандарға кофенан баш тартырға кәрәк.

Әлиә КӘРИМОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru