«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ТӘНЕҢ ГЕНӘ ТҮГЕЛ ЙӘНЕҢ ДӘ СӘЛӘМӘТ БУЛҺЫН!
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Гүзәл Роберт ҡыҙы ЙОСОПОВА - юғары категориялы табип-психотерапевт һәм табип-психиатр, БР-ҙың атҡаҙанған табибы, БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүсе, 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса "Иң яҡшы табип" премияһы лауреаты, Профессиональ Психотерапия Лигаһының мөхбир ағзаһы.

Хөрмәтле Гүзәл Роберт ҡыҙы, иң элгәре һеҙҙе уҡыусыларыбыҙ менән таныштырып китәйек әле.

- Мин Өфө ҡалаһында тыуһам да, Сибайҙа үҫтем: ваҡытында атайым менән әсәйемде шунда эшкә ебәргәндәр. Сибайҙың 2-се мәктәбендә уҡыным. Ҡаланы яратам, уны үҙемдең тыуған ҡалам итеп иҫәпләйем. Атайым, Роберт Абдулла улы Нагаев, тыумышы менән Ишембай районынының Петровск ауылынан, БДУ-ның тарих факультетын тамамлай, Асҡар ауылында мәктәп директоры була, һуңынан "Сибайский рабочий" гәзитендә баш мөхәррир вазифаһын башҡара, партия органдарында ла эшләй. Ул Сибайҙың тыуған яҡты өйрәнеү музейын тергеҙеүгә күп көс һала, уның директоры булып та эшләй. Әсәйем Динә Мөлөк ҡыҙы Нагаева Сибай медицина училищеһының директоры булды, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Атайымдың ата-бабалары юрматы ырыуынан, бер күренекле бабайыбыҙҙың кантон начальнигы булыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Атайым менән әсәйем Өфөлә уҡыған саҡтарында танышҡандар, өйләнешкәс, баш ҡалабыҙҙың Яңы таш түшәлгән урамындағы бер йортта, күренекле артист Арыҫлан Мөбәрәковтың ғаиләһе менән күрше булып йәшәйҙәр. Әсәйем - бөрйән ырыуы ҡыҙы, ул Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән. Уның атаһы - Мөлөк ҡартатайым заманына күрә билдәле шәхестәрҙең береһе булған. Бөрйән леспромхозы директоры вазифаһында байтаҡ йылдар эшләй, һал ағыҙыу контораһын етәкләй, район Советы депутаты, башҡарма комитет рәйесе лә була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Стәрлетамаҡта Ағиҙел йылғаһы буйлап фронтҡа тәғәйенләнгән ағасты һал менән ағыҙыу эшенә етәкселек итә. 1947 йылда уны Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының химлесхозы директоры итеп тәғәйенләйҙәр.

Үҙегеҙҙең шәжәрәгеҙҙе һәйбәт беләһегеҙме?

- Әлегә туған-тыумасаларыбыҙҙың, олораҡ быуын вәкилдәренең һөйләгәндәренә ҡарап, хәҙерге ваҡытта йәшәгән яҡын һәм алыҫ туғандарыбыҙҙың барыһын да тиерлек беләбеҙ. Шәжәрәбеҙ буйынса тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн Дәүләт архивына заказ бирҙек, унда табылған мәғлүмәттәр беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Шәжәрәбеҙ менән бәйле бер легенда ла бар ғаиләбеҙҙә. Бына мин, башҡа туғандарыма оҡшамайынса, зәңгәр күҙле, һары сәсле бала булып тыуғанмын. 1812 - 1814 йылдарҙа бер бабабыҙ башҡорт ғәскәрендә офицер чинында француздарға ҡаршы яуҙарҙа ҡатнашҡан икән, шунан француз ҡыҙын кәләш итеп Башҡортостанға алып ҡайтҡан, тигән риүәйәт булыуын ололар һөйләй торғайны. Йәнәһе, быуындар аша ошондай генетик сифаттар миндә лә сағылыш тапҡан.
Беҙгә нәҫел-нәсәб булғандар бик күп, бер нисә тапҡыр шәжәрә байрамдарын уҙғарҙыҡ, уларҙың береһен туғаныбыҙ Мәрйәм апай Солтанова Торатауҙа ойошторғайны. Тирмәләр ҡороп, туйғансы аралашып, фекер алышып ҡайтыу үҙе бер күңел байрамы булып иҫтә ҡала. Атайымдың ата-бабалары Ҡарамышевтар нәҫеленән була. Ҡыҙғаныс, әммә репрессия йылдарында улар юҡ ителә, ә уларҙың тоҡомдары икенсе бер фамилияларға күсә. Оләсәйемдең өс ир туғаны була, уларҙы төрлө балалар йорттарына ебәрәләр.
Алыҫыраҡ булған туғандарыбыҙ (3-4 туған) менән дә аралашып йәшәйбеҙ, мәҫәлән, Тимур улым бер һеңлемдең уға 5 туған тейешле балаларын яҡын туғандары кеүек итеп күрә.

Әсәйегеҙ билдәле табип булғас, һеҙ ҙә тормошоғоҙҙо медицина өлкәһе менән бәйләргә булғанһығыҙҙыр инде?

- Эйе, уның йоғонтоһон инҡар итеп булмай, әммә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҙ теләгем менән һайланым. Йәнә, туғандарыбыҙ араһында талантлы табиптар ҙа күп булды. Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Рәйсә апайымдың ғына өлгөһө ни тора: ул - билдәле табип-психиатр, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, һаулыҡ һаҡлау системаһында төрлө яуаплы вазифалар биләй, шул иҫәптән Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе, БАССР-ҙың социаль тәьминәт министры була. Уларҙың һеңлеһе, Роза апайым да ошо уҡ һөнәрҙе һайлап, теш табибы булып эшләне. Шуғалыр ҙа инде, мин үҙемдең дә табип буласағымды мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ белә инем. Әйткәндәй, минең бер туған энем Наил - билдәле хирург-эндоскопист, Республика клиник онкология диспансеренда эшләй, БР-ҙың атҡаҙанған табибы. Уның улы Таһир беҙҙең ғаилә династияһын дауам итә - хирургия буйынса ординатурала уҡып сыҡты. Наилә һеңлебеҙ стоматолог, физиотерапевт булып эшләне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр сир уны арабыҙҙан бик иртә алып китте.

Медицина өлкәһендә йөҙәр төрлө йүнәлештәр бар, ә һеҙ ни сәбәпле психиатрия һәм психотерапия өлкәләрен үҙ иттегеҙ?

- Мин мәктәптә уҡыған йылдарҙа әле иҫкә алған Рәйсә Мәһәҙиева апайым Башҡортостан психиатрия дауаханаһында табип-психиатр вазифаһында эшләне. Әсәйем кеүек үк, ул да минең өсөн бик абруйлы шәхес булды. Шул саҡта уҡ апайым эшләгән дауаханаға барып йөрөнөм, башҡа табиптар менән дә таныштым, улар үҙҙәре лә, уларҙың эшмәкәрлеге лә миңә оҡшаны. Һуңынан, Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡыған йылдарҙа, ошо дауахананың 18-се бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләнем, йыш ҡына төндәрен дежурҙа ҡала инем. Әйтергә кәрәк, бүлек мөдире Саймә Мөхәҙис ҡыҙы Һунарғолова күп нәмәгә өйрәтте мине, уға әле лә рәхмәтлемен.

Әммә һеҙгә хеҙмәт юлығыҙҙа анестезиолог-реаниматолог вазифаһын да башҡарырға тура килгән икән...

- Совет осоронда йәш белгестәр хеҙмәт юлын үҙҙәре теләгән ерҙә башлай алманы бит, ә ҡайҙа ихтыяж көслө, шул урындарға махсус комиссия ҡарары менән йүнәлтелә ине. 1983 йылда беҙгә, әле яңы ғына институт тамамлаған йәш белгестәрҙең тотош бер төркөмөнә, Өфөнөң 21-се дауаханаһына эшкә йүнәлтмә бирҙеләр. Был күп профилле дауахана яңы ғына асылған булғас, уны етерлек кимәлдә кадрҙар менән тәьмин итеү бик мөһим була. Анестезиология-реаниматология бүлегендә эшләү миңә оҡшаны, табип тәжрибәһен туплау яғынан да был бүлек бик әһәмиәтле. Медицинаны кешеләр һаулығы, уларҙың ғүмерҙәре өсөн барған көрәш фронты итеп күҙаллаһаң, анестезиология-реаниматология бүлеген алғы һыҙыҡҡа тиңләп була. Ошо бүлектә эшләү тәжрибәһе һине ҡотҡарыусы табип итеп формалаштыра, сыныҡтыра. Мин әле лә, әгәр ҙә ки берәй үтә ҡатмарлы осраҡҡа тап булһам, ҡаушап, юғалып ҡалмаясаҡмын: ауыр хәлгә тарыған кеше организмының синдромдарын беләһең икән, тиҙ арала тейешле ярҙам күрһәтеп була.
Мин 21-се дауаханала эшләгән сағымда ла етәкселәремдән, коллегаларымдан күп нәмәгә өйрәнә алдым, тип әйтә алам, эшемдән ҡәнәғәт булдым. Үҙ эшеңдең профессионалы булыр өсөн күп уҡырға, туҡтауһыҙ өйрәнергә кәрәк: өйрәнсек этабын үтмәйенсә оҫталыҡ килмәй. Мин анестезиология-реаниматология буйынса курс етәксеһе Владимир Анатольевич Легусҡа, ул саҡта кафедра мөдире булған Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улына рәхмәтлемен: уның кафедраһы эргәһендә клиник ординатура тамамланым. Әммә бер нисә йылдан һуң 21-се дауахананан китергә мәжбүр булдым, сөнки беҙҙең бүлектә даими ҡулланылған азот ҡатнашмаһына көслө аллергия башланды.

Студент саҡта уҡ эшләй башлаған элекке хеҙмәт урынына - клиник психиатрия дауаханаһына кире ҡайтырға ҡарар иткәнһегеҙ...

- Эйе, тап шулай. Медицинала әле лә иң яратҡан ике өлкәм бар: беренсеһе- психиатрия һәм психотерапия, икенсеһе - анестезиология һәм реанимация. Миңә ҡайҙалыр икенсе бер урында яңы эш урынын эҙләү кәрәк булманы, сөнки, әйткәнемсә, студент сағымдан уҡ миңә таныш булған психиатрия дауаханаһына бик теләп килдем. Ул саҡтағы баш табип Владимир Тимофеевич Пурик та мине хуплап ҡаршы алды, Санкт-Петербургтың В.М. Бехтерев исемендәге психиатрия институтына уҡырға йүнәлтмә бирҙе. Бында 30 йылдан ашыу эшләгән медицина фәндәре докторы, профессор Б.Д.Карвасарский ватан психотерапияһын үҫтереүгә күп көс һала. Әйткәндәй, медицина фәненең башҡа йүнәлештәре буйынса үҙәк ғилми институттар Мәскәүҙә урынлашҡан, ә Ленинградта (Санкт-Петербургта) психиатрия һәм психотерапия, медицина психологияһы буйынса бөтә донъяла танылыу тапҡан ватан мәктәбе формалаша. Мин унда 4 ай самаһы "шәхескә йүнәлтелгән төркөм психотерапияһы" тип аталған һөнәри йүнәлеш буйынса белемемде камиллаштырҙым. Был дауалау ысулын психотерапияла ҡулланылған башҡа бер техникаларҙың квинтэсенцияһы, тип әйтеп була, шуға күрә ошо бик үҙенсәлекле тәжрибәне үҙләштерә алдым.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙәм балаларын бик күп төрлө психик сирҙәр бимазалай. Медицина фәне уларҙы, ғилми яҡтан өйрәнеп, диагностикалау һәм дауалау юлдарын билдәләй. Сирле кешене бәғзе бер психик тайпылыштарҙан бөтөнләйгә ҡотҡарып булмаған хәлдә лә, уларға ярҙам итеү, хәлдәрен еңеләйтеү өсөн объектив диагноз ҡуя алыу мөһим. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Хәҙерге заман психиатрия фәнендә психик сирҙәрҙең эндоген һәм экзоген сығышлы булыуы асыҡланған. Эндоген психик ҡаҡшауҙар кешенең баш мейеһе эшмәкәрлегендәге нейрохимик тайпылыштар, нервылар системаһындағы генетик етешһеҙлектәр, башҡа бер эске биологик факторҙар менән бәйле хасил була. Мәҫәлән, баш мейеһенең нормаль эшләүе нейромедиаторҙар тип аталған химик матдәләр - дофамин, норадреналин, серотонин, аминокислоталар һ.б. менән көйләнә, төрлө сәбәптәр арҡаһында уларҙың балансы боҙолоуы мөмкин. Эндоген психик тайпылыштарға киң билдәле шизофрения, биполяр аффектив ҡаҡшау (эйфория, күңел күтәренкелеге тиҙ арала төшөнкөлөккә бирелеү, депрессив халәткә инеү менән алышына), эндоген депрессив ҡаҡшау (тышҡы тәьҫир менән бәйләнмәгән), башҡа бер психик сирҙәр инә. Уларҙың иң йыш күҙәтелгән симптомдарынан кешенең көндәлек тормошоноң эмоциональ фоны ныҡ түбәнейеүен, негатив кисерештәренең оҙаҡҡа һуҙылыуын, социаль дезадаптацияға тарыуын, ҡайһы бер когнитив функцияларының боҙолоуын (хәтер, иғтибар менән бәйле проблемалар) атарға була.
Экзоген характерҙағы психик сирҙәр кешенең психикаһына төрлө тышҡы хәл-ваҡиғаларҙың негатив тәьҫире һөҙөмтәһендә хасил була. Был осраҡта психик ҡаҡшауҙы интоксикация (алкоголь, наркотиктар, медикаменттар менән ағыуланыу), мейе травмаһы, инфекция, шеш, башҡа ауыр соматик сирҙәрҙең мейе эшмәкәрлегенә негатив тәьҫире менән аңлатыла. Сирлегә дөрөҫ диагностика эшләү өсөн яҡшы теоретик әҙерлек тә, эш практикаһы аша тупланған тәжрибә һәм оҫталыҡ та булыуы мөһим.

Һеҙгә пациенттар ниндәй проблемалар менән йышыраҡ мөрәжәғәт итә?

- Әлбиттә, һәр кем үҙ проблемаһы менән килә, ә улар күп төрлө. Яңғыҙлыҡтан интегеү, яҡындарын юғалтыуҙы ауыр кисереү, үҙ-ара мөнәсәбәттәр боҙолоуы, кешеләргә ышаныс тойғоһон юғалтыу, үҙеңде ситкә тибелгән итеп тойоу, үҙ-үҙеңә, мөмкинлектәреңә ышанысты юғалтыу, төрлө хис-кисерештәреңде көйләй һәм контролдә тота алмау, агрессив халәтеңдән сыға алмау һ.б. Пациенттар үҙҙәренең шәхесе менән бәйле проблемаларҙы ауыр кисерә: йәшәү мәғәнәһен юғалтыу, суицидаль уйҙар, ҡурҡыу, йыш хәүефкә бирелеү, йәш менән бәйле кризистар, башҡалар менән тыныс аралаша алмау, үпкәселлек, ғәҙәттән тыш шикселлек, йөҙәткес халәттән арына алмау һ.б. Яҡындарын алкоголь һәм наркотик бәйлелелектән арындырыу мөмкинлеге хаҡында кәңәш һорап килеүселәр ҙә була.

Психотерапевтың пациенттар менән эшләү алымдары күп төрлөлөр ул?

- Әлбиттә, психотерапия өлкәһендә һөҙөмтәлелеге иҫбатланған дауалау техникалары, көндәлек практикала ҡулланылған ысулдар күп. Айырым бер осраҡта ниндәй техниканы ҡулланыу пациенттың шәхси проблемаларын асыҡлағас ҡына билдәләнә. Пациент ниндәй һорау менән килә, ул нимәгә өмөт итә - был уның менән әңгәмә барышында асыҡлана. Һиңә өмөт менән, ярҙам итә аласағыңа ышанып, консультацияға килгән кеше менән, уның хәленә инеп, эмпатик әңгәмә генә уҙғарыуҙан артыҡ фәтеүә юҡ. Мин йәш белгестәргә гелән әйтә киләм: пациент менән һөйләшеү барышында уның проблемаһын асыҡлаусы предикторҙарҙы, йәғни күрһәткестәрҙе билдәләй алыу фарыз. Нимәгә таянып эш итергә, пациент һөйләгәндәрҙән ниндәй мәғлүмәтте "якорь" итеп алып, уны психологик бәлә биләмәһенән тартып сығарырға - консультацияның тәүге өлөшөндә был психотерапевтың төп маҡсаты. Тап ошо күрһәткестәр беҙҙең эш материалы булып тора: ошо ерлектә дауалау техникаһының ниндәй төрөн ҡулланыуҙы хәл итәһең.

Һеҙ эшегеҙҙә шәхсән үҙегеҙ уйлап тапҡан "ноу-хау", йәғни, "Урал легендалары" тип аталған метафорик ассоциациалар методикаһын да бик һөҙөмтәле ҡуллана, тиҙәр.

- Һәр бер кешенең тәбиғәт менән бәйле булыуын онотмайыҡ. Тәбиғәт күренештәре, үҫемлектәр һәм хайуандар доньяһы, төрлө предметтар кешенең аңында сағылыш таба, образдар тыуҙыра. Ошо ерлектә мин юғары художестволылыҡ менән төшөрөлгән карточкалар коллекцияһын төҙөнөм. Ул республикабыҙҙың иң гүзәл тәбиғәт күренештәре, хайуандар, үҫемлектәр, музей экспонаттары, кейем-һалым һәм ашамлыҡтар, кешеләр тормошон сағылдырған зауыҡлы фотоларҙан ғибәрәт. Ғәҙәттә, пациенттарым шул карточкаларҙы ҡарап сығып, үҙҙәренә иң ныҡ оҡшағандарын, яратмағандарын, йә иһә битараф булғандарын һайлап ала. Артабан әңгәмә барышында ошо карточкалар аша пациенттарҙың эске проблемаларын анығыраҡ асыҡлап була, был дауалау процесын дөрөҫ тоҫмаллау мөмкинлеген бирә.

Һуңғы ваҡытта төрлө сәбәптәр арҡаһында бик күп замандаштарыбыҙ депрессияға, йәғни ауыр һәм оҙайлы күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Ошо психологик тайпылыш хаҡында ниҙәр әйтер инегеҙ?

- Депрессив халәтте ҡәҙимге кәйеф насарайыуы менән бутарға ярамай. Мәҫәлән, яҡын кешең менән боҙолошоп китһәң, йә иһә эшеңдә етәксең тарафынан тәнҡит һүҙе ишетһәң - кәйефең төшә, әммә был оҙаҡҡа бармай. Психиатрияла, психотерапияла ғалимдар депрессияны үҙҙәренсә аңлата, ә миңә шәхсән күренекле рус һәм совет психиатры, МФА академигы Василий Гиляровский яҙып ҡалдырған билдәләмә яҡыныраҡ тойола: "Киләсәк ҡараңғы һәм перспективаһыҙ итеп тойола, ә үткәндәр яңылышыуҙар селтәре кеүек ҡабул ителә. Бер нәмә лә шатландырмай, һәм ашаған аҙығың да үлән кеүек тәмһеҙ була башлай. Һағыш һәм хәүеф йәнеңдә таш һымаҡ аҫылынып тора, һәм бер нәмә лә эшләйһе килмәй". Бынан башҡа ул депрессияға тарыған кешенең ҡараштары һүнеп ҡалыуына ла иғтибар иткән.
Клиник депрессияның тағы ла бер күрһәткесе - бик иртә уянып, хәүефле хис-кисерештәргә бирелеү, йөрәк тибешенең бер сәбәпһеҙ йышайыуы. Тәүлегенә ни барыһы 3-4 сәғәт кенә йоҡлаһа ла, кеше йоҡоһон дауам итә алмай. Йәнә бер симптом - тәүлек әйләнәһендә кәйефтең йыш үҙгәреп тороуы: иртә менән кеше үҙен насар тоя, күңелһеҙләнә, аппетиты булмай, төштән аҙаҡ кәйефе яҡшыра биргәндәй була, төнгә табан ул йәнә күңел төшөнкөлөгөнә бирелә.
Депрессия халәте кисергән кеше үҙенә тынғылыҡ тапмай, уның тормош сифаты ныҡ түбәнәйә. Бындай осраҡтарҙа кеше үҙ-үҙенә ярҙам итә алмай, ниндәйҙер албырғатҡыс шөғөлгә тотоноп та, үҙен бимазалаған проблеманан барыбер арына алмай. Берҙән-бер ҡарар - психотерапевҡа барып, консультация алыу. Һис шикһеҙ, тәжрибәле табип ауырлыҡ кисергән кешегә ярҙам итеү юлын таба ала.

Әммә беҙҙең халҡыбыҙҙың менталитеты шулай: психиатрға ғына түгел, психотерапевҡа йә иһә психологҡа барырға ынтылып тормайҙар, шикләнәләр, ятһыналар, оялалар...

- Бындай ҡараштан арынырға кәрәк. Беҙ Республика психотерапия үҙәгендә ҡабул иткән пациенттарҙы махсус теркәүгә (учетҡа) алмайбыҙ, улар хаҡында бер ҡайҙа ла, бер кемгә лә мәғлүмәт бирмәйбеҙ. Был ябыҡ проект, башҡа бер дауаханаларҙа эшләгән табиптар беҙ ҡабул иткән пациенттарҙың сирҙәре хаҡында бер нисек тә белә алмай. Шуға күрә бер ниндәй ҙә шик-шөбһәнең булыуы мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта тормошта һәр кемдең билдәле бер психологик проблемалары барлыҡҡа килеүе мөмкин, бынан бер кем дә гарантияланмаған. Һис бер шикләнеүһеҙ, ҡурҡыуһыҙ белгестәргә мөрәжәғәт итеү фарыз.

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәттә айырым кешеләрҙең, хатта үҫмерҙәрҙең агрессив, хатта ки енәйәти ғәмәлдәренең арта барыуы беҙҙе шаҡ ҡатыра...

- Ысынлап та, кешеләр араһында агрессив мөнәсәбәттәрҙең көсәйә барыуы һиҙелә. Бының сәбәптәре күп төрлө, иҡтисади һәм социаль тотороҡһоҙлоҡ, йәмғиәттәге негатив күренештәр, кешелеклек ҡанундарын һәм закондарҙы һанға һуҡмау, ғаиләләрҙә, мәктәптәрҙә конфликтлы ситуацияларҙың арта барыуы һ.б. Бына беҙ санитария талаптарын үтәргә күнеккәнбеҙ, ә психогигиенаға иғтибар аҙ. Яҡшыһы ла, яманы ла иң элгәре ғаилә мөхитендә формалаша. Ғаиләлә тупаҫлыҡ, ҡул күтәреү кеүек алама хәлдәрҙе булдырмау зарур. Ололар ҡылғанды балалар ҙа ҡабатлай бит, уларҙың үҙҙәрен башҡалар менән нисек тотоу моделе бик иртә формалаша. Телевизорҙа күрһәтелгән ауыр хәлдәр, негатив йөкмәткеле мәғлүмәттәр, агрессив күренештәр менән тулы фильмдар оло кешенең дә, балаларҙың психикаһына ла кире тәьҫир итә. Буллингҡа эләккән балалар менән айырым эш итергә кәрәк, был осраҡта психологҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Өфөлә Достоевский урамының 14 йортонда урынлашҡан Республика клиник психотерапия үҙәгендә, беҙҙең үҙәктә 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе тәжрибәле психологтар ҡабул итә. Һәр бер мәктәптең үҙенең психологы булыуы мотлаҡ, әлегә улар етешмәй, профессиональ кимәлдәре лә тейешле кимәлдә түгел әле. Ата-әсәләр ҡалабыҙҙа психологик ярҙам күрһәтеүсе үҙәктәргә лә мөрәжәғәт итә ала, мәҫәлән, "Ғаилә" республика ресурс үҙәгендә (СССР-ҙың 50 йыллығы урамы), Республика психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгендә (Октябрь Проспекты, 115/2), Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгендә (Пархоменко урамы, 133/1), "Индиго" психологик-социаль булышлыҡ итеү үҙәгендә (Шәфиев урамы, 12/2) һ.б. шундай махсуслаштырылған ойошмаларҙа бик тәжрибәле психологтар һәм психотерапевтар бушлай ярҙам итә.
Әгәр ата-әсәләр балаларында ниндәйҙер бер тайпылыштар булыуын белеп ҡала икән, ваҡытында белгестәргә барып, психологик коррекция эшләү мөһим. Ғөмүмән, психологик коррекция методтары ярҙамында кеше 45 йәштәргә тиклем үҙенең характерологик сифаттарын ыңғай яҡҡа үҙгәртеп, йәшәү рәүешен көйләй ала.

Психологтар кеше тормошонда уның аҫҡы аңының роле хаҡында ла күп яҙа. Психотерапияла пациенттарҙы уларҙың аҫҡы аңы аша дауалау ысулдары ҡулланыламы?

- XIX быуатта йәшәгән Австрия психологы Зигмунд Фрейд пациенттарының айырым бер психик тайпылыштарын дауалау маҡсатында уларҙан ниндәй төштәр күреүен һөйләткән. Ошо төштәрҙе анализлау аша ул пациенттарының эске психологик проблемаларын асыҡлай алған, уның психоанализ тип аталған методы психотерапияла әле лә ҡулланыла. Йоҡлаған кешенең өҫкө аңы уның аҫҡы аңын контролдә тотмай, шуға күрә унда хаотик рәүештә билдәле бер кү-ренештәр барлыҡҡа килә, тормошта үтәлмәй ҡалған эштәр, үкенесле, хатта аяныслы ваҡиғалар һ.б. төш формаһында күренә. Тап ошондай төштәр психотерапевҡа эш материалы була ала. Мәҫәлән, гештальттерапияла пациентҡа йоҡонан уяныу менән төшөндә ни күргәнен һүрәткә төшөрөргә ҡушалар. Һуңынан ошо нигеҙҙә психотерапевт билдәле бер рациональ һығымталар эшләй һәм пациентына тейешле кәңәштәр бирә. Рәсәйҙә әле "Рус психоаналитик йәмғиәте" тигән ойошма эшләп килә, төрлө ғилми-ғәмәли саралар менән бер рәттән, ошо өлкәлә профессиональ кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә. Аҫҡы аң менән өҫкө аң бәйләнештәрен гипноз сеанстары аша асыҡлап була, шуға күрә медицинала гипнотерапия техникаһын ҡулланған психотерапевтар бик һөҙөмтәле эшләй.

Һеҙгә ғаилә проблемалары менән дә килеүселәр барҙыр?

- Эйе, ирле-ҡатынлы пациенттар ҙа психологик ярҙам һорап килә. Уларҙың мөнәсәбәттәрендә ни сәбәптән бер-береһенә ҡарата кире хис-тойғолар хасил булыуын, ғаиләлә ҡапма-ҡаршылыҡтар, конфликттар башланыуын ғаилә психотерапевы тикшереп, анализлап, кәңәштәр биреп, ыңғай яҡҡа көйләп, тарҡалып барған ғаиләне ҡотҡара ала. Сит ил клиникаларында медиация ысулы киң ҡулланыла, бында психолог, йә иһә психотерапевт ир менән ҡатын араһында медиатор, йәғни аралашсы, яраштырыусы ролен үтәй. Конфликтология белгесе теләһә ниндәй ҡатмарлы, бәхәсле ситуацияларҙа кешеләр араһындағы низағтарҙы, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы "юҡҡа сығарып", улырҙы негатив хис-кисерештәренән арындыра ала.

Әүәл ошондай медиатор ролен муллалар үтәгәне билдәле...

- Дин, инаныстар аша кеше үҙ-үҙенә психологик ярҙам күрһәтә ала, әлбиттә. Әммә дин әһеленең бик аҡыллы, уйлы, кешеләрҙең тормош тәжрибәһен яҡшы белеүе кәрәк. Әгәр ҙә ки кеше бик ауыр хәлдәргә тарыһа, яҡындарын юғалтһа, яңғыҙлыҡтан интекһә, үҙенә ярҙам итә алырҙай бер кешеһе лә ҡалмаһа, уға мотлаҡ доға ҡылырға кәрәк. Намаҙға баҫһа - тағы ла яҡшыраҡ. Доға ҡылыусы яңғыҙ түгел, ул Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә ышана, был фани донъяла артабан йәшәй алырлыҡ көс-ҡеүәт ала. Ҡөрьән-Кәрим аяттарының психологик тәьҫир көсөн иманлы заттар бик яҡшы белә.

Көн һайын ҡатмарлы проблемалы пациенттарҙы ҡабул итеү, улар һөйләгәндәрҙе йөрәгең аша уҙғарыу психологик яҡтан ауыр түгелме?

- Бындай яҙмышты аңлы рәүештә һайлағанмын, эшемдән ҡәнәғәтмен, бәлки, һиңә һуңғы өмөтөн бағлап килгән кешегә ярҙам итә алыуым өсөн шатмын. Яратҡан һөнәрем менән бәхетлемен, тим. Кешеләргә төп теләгем - тән һәм йән сәләмәтлеген һаҡлап, бәхетле ғүмер кисерегеҙ!

Шулай итеп...
Гүзәл Роберт ҡыҙы менән әңгәмәбеҙҙе уның бер коллегаһының һүҙҙәре менән йомғаҡлау урынлы булыр: "Ул мине фекерҙәренең тослоғо менән һоҡландырҙы. Дауаханала уҙғарылған барса сараларҙы матур һәм килешле итеп ойоштора белә. Уға зауыҡ һәм нәзәкәтлек хас. Күп уҡый, һәйбәт музыка тыңларға ярата. Бер ҡасан да, бер кемгә лә ярҙам итеүҙән баш тартмай. Пациенттар уны күңел йылылығы, ихлас һәм яғымлы булыуы өсөн ярата".

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru