«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАБИПҠА КҮРЕНЕР ӨСӨН СӘБӘП КӘРӘКМӘЙ
+  - 

Беҙҙең көндәрҙә ысын ир-ат булыу - үҙеңде һәр саҡ тонуста тотоу тигәнде аңлата. Даими рәүештә медицина тикшереүе үтеп, сәләмәтлегеңде профилактик саралар менән нығытып торғанда, быға өлгәшеүе ауыр ҙа түгел. Әммә шуны оноторға ярамай - ир-аттарға ла медицина тикшереүе тыуғандан алып үткәрелә һәм ул үҫеш үҙенсәлектәрен һәм ауырыуҙарҙы иртә асыҡларға ярҙам итә, хатта тәҡдиреңә бирелгән тип һаналған яман шеш, туберкулез, ҡан һәм бөйөр сирҙәрен дә дауаларға мөмкинлек бирә.

Сабый ваҡытта кешенең нервылар системаһы үҫешенә һәм йәш буйынса нормаларға тап килеүенә иғтибар бирелә. Тыуыу менән һәр бала АПГАР шкалаһы буйынса нулдән алып 9 балға тиклем баһалана. Был һан ни тиклем юғарыраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ.
Имсәк балаларының енес системаһын ентекле тикшереү мөһим. Күкәйҙәр тән эсендә, ҡорһаҡта үҫешә һәм һуңынан тоҡсаға төшә. Ҡайһы берҙә был процесс яйлай йәки бөтөнләй туҡталып ҡала. Мәҫәлән, тоҡсала бары тик бер генә күкәй йәки ул буш булыу осраҡтары ла күҙәтелеүе мөмкин. Был осраҡта балалар хирургы йәки балалар урологынаң консультацияһы мотлаҡ!
Ҡорһаҡта, юғары температурала булғанда күкәй дөрөҫ эшләмәй. Тап шул сәбәпле малайҙарҙы йылы итеп урау, "парник эффекты" булмаһын өсөн подгузник кейҙереү ярамай.
Малайҙарҙың тормошондағы "ауыр осорҙар"ҙа - ярты йәштә, 1, 3, 5, 7, 15 һәм 16 йәштәрҙә - табип күҙәтеүе бигерәк тә мөһим. Тап шул осорҙа мөһим ағзаларҙың һәм системаларҙың үҫеүе йәки өлгөрөүе бара. Шуға ла был процестың күҙәтеү аҫтында булыуы яҡшы. Үҫештәге үҙенсәлекте ваҡытында күреп, ваҡытында төҙәтеү еңелерәк. Мәҫәлән, тештең ҡыйыш йәки салыш үҫеүен ваҡытында төҙәтергә мөмкин, әгәр инде һуҙып йөрөгәндә, уны операцияға алып барып еткерергә лә була. Йөрәктәге проблеманы асыҡлау, ҡайһы ваҡытта "еңел" режим билдәләп кенә лә уның ауыр ауырыуға әйләнеүенә юҡ ҡуймаҫҡа була.
Мәктәпкә барыу алдынан күҙҙәргә етди иғтибар бирелә һәм уларҙың көсөргәнешкә әҙерлеге тикшерелә. Улығыҙҙы "очкарик" итеп күргегеҙ килмәһә, окулистың әйткәндәрен теүәл үтәргә кәрәк. Әгәр нәҫелегеҙҙә насар күреүселәр булһа, табипҡа алдараҡ мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ. Хәҙер күреү һәләтен яҡшыртыусы һөҙәмтәле ысулдар бар. Уларҙың тап балаларға тәьҫире көслө.
12-14 йәштә медицина тикшереүҙәрендә үҫмерҙәрҙең йөрәгенә һәм енес ағзаларына ныҡ иғтибар бирелә. Сөнки йөрәк организмдың үҫешенән артта ҡалыуы ихтимал. Был осраҡта еңелсә күнекмә режимы, күпмелер ваҡытҡа тормош рәүешен үҙгәртеү зарур. Үҙ йәше өсөн талап ителгән нормаға еткәс, малай ҡабат ғәҙәти тормош алып бара аласаҡ.
Шулай уҡ енси ағзаларҙың һәм икенсел енси сифаттарҙың үҫешенә лә иғтибар итеү кәрәк. Был ваҡытта малайҙарҙа төктәр барлыҡҡа килә, күкрәк биҙҙәре ҡата, тауыш үҙгәрә, айырым тән өлөштәренең пропорционаллеге юғала. Былар барыһы ла - норма. Ошо норманан тайпылыш эндокринологта тикшерелеүгә нигеҙ булып тора. Медицина тикшереүендә буй-һын торошон дөрөҫләү өсөн ортопедтың ярҙамын һәм консультацияһын, дауалау физкультураһын, массаж тәғәйенләүҙәре лә мөмкин. 15-16 йәштә үҫмерҙәр хәрби хеҙмәткә әҙерлек буйынса бер нисә тапҡыр тикшереүҙәр үтә. Уларҙың организмы тулыһынса формалашып бөтә, әммә буйға үҫеү дауам итә. Был ваҡытта өлгөргәнлеккә һәм хроник ауырыуҙар булыу-булмауға ентекле тикшереү уҙғарыла.
Артабан инде дәүләттең күпселек ир-аттың һаулығына ентекле иғтибары оҙаҡҡа кәмей. Бары тик зарарлы производствола эшләүселәргә генә даими медицина тикшереүҙәре үткәрелә. Медиктар, һатыусылар һәм башҡа медицина кенәгәһенә эйә профессия кешеләре инфекция таратыу хәүефенә генә тикшерелә. Һәр ир-аттың даими юлдашы булып флюорография ғына ҡала. Ул ваҡытында үпкә туберкулезын йәки үпкә рагын асыҡларға ярҙам итә. Күптәр нурланғыһы килмәгән-лектән йәки күпләп бушлай тикшереүгә ышанмайынса, компьютер томографияһы ярҙамында дөйөм тикшереү үтеүҙе өҫтөн күрә. Был дөрөҫ түгел. Ябай ғына флюорография үпкә яман шешен беренсе стадияла уҡ асыҡларға ярҙам итә. Бындай шеш үҙен һиҙҙертмәй, әммә ваҡытында асыҡлап, унан хирургик юл менән ҡотолорға мөмкин.
45 йәштән алып ир-аттар даими медицина тикшереүенә мохтаж. Ҡан баҫымын тикшереү, кардиограмма, окулиста һәм урологта тикшереү үтеү "стандарт туплама"ға (флюорография, ҡандың, бәүелдең дөйөм анализы, терапевт, хирург, ЛОР) кәрәкле өҫтәмә булып тора. Үҫешкән илдәрҙә барлыҡ ир-аттар РSA (Простат Специфический Антиген) анализына ҡан тапшыра. Ул простата биҙенең яман шешен иртә асыҡларға ярҙам итә. Рәсәйҙә был анализ мотлаҡ түгел, бары тик уролог ҡушыуы буйынса ғына эшләнә.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru