«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺЫУ БУЙЫНДА
+  - 

Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йыл башынан Башҡортостанда һыу буйҙарында 17 кеше һәләк булған, уларҙың 4-һе - балалар.

Өфө районының Михайловка ауылы янындағы "Лукоморье" ял базаһы пляжында ҡотҡарыусылар 19 йәшлек егетте һыуҙан сығара. Реанимация саралары үткәрәләр, тик ул файҙа бирмәй. Ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы уның үлемен билдәләй. Был фажиғәле хәлдең шаһиттары әйтеүенсә, егет иҫерек булған.
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында Һаҡмар йылғаһында һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар. Фажиғә өлкәндәрҙең күҙ алдында булған: бала йыһазландырылмаған урында ҡарауһыҙ һыу инеп йөрөгән. Дүртөйлө районының Күсәргес ауылы янында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водолаздары Ағиҙел йылғаһынан 41 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Ир менән ҡатын һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында ял иткән. Кәмәлә йөрөгән саҡта ул түңкәрелеп китә һәм ирле-ҡатынлы икәүһе лә һыуға ҡолай. Ҡатындың ҡотҡарыу жилеты булған, шуға күрә ул йөҙөп сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире батып үлгән.
Республика Башлығы йылға-күл буйҙарындағы был хәлгә ҡарата борсолоу белдерҙе: "Баймаҡ, Дыуан, Дюртөйлө, Шишмә райондарында дүрт ғаилә ҡот осҡос ҡайғы кисерҙе, иң ҡәҙерле кешеләрен - балаларын юғалтты. Бөтә фажиғәләр ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында килеп сыҡты", - тип яҙа Радий Хәбиров МАКС-тағы мөрәжәғәтнамәһендә.
Республика етәксеһе халыҡты ял иткәндә айырыуса һаҡ булырға саҡыра, Башҡортостанда хәүефһеҙ, яҡшы йыһазландырылған пляждар күп булыуын билдәләй.
"Башҡортостанда һыуҙа хәүефһеҙ ял итеү урындары һаны арта бара. Быйыл уларҙың һаны 392-гә етте. Шул иҫәптән махсус йыһазландырылған 197пляж асылды. Тағы ла булдырыласаҡтар әле. Уларҙың күбеһе туристарҙы ылыҡтырған матур Нуриман (20) һәм Мәләүез (16) райондарында урынлашҡан. Һыу буйында ял өсөн шуларҙы һайлағыҙ. Ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ", - тип өндәй Республика Башлығы.
Шулай уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ла иҫкәртә:
- рәсми һәм йыһазландырылған пляждарҙа ғына һыу инегеҙ;
- кәмәлә йөрөгәндә һәр ваҡыт ҡотҡарыу жилетын кейегеҙ;
- һыу буйында балаларығыҙҙы аҙға ғына ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 127

Киске Өфө
 
Күңелһеҙ кешеләрҙе тыңлап, өмөтһөҙ әҙәмдәрҙе төҙәтергә тырышып, алтын ваҡытыңды әрәм итмә. Был - ауырыу маҡсаттар һәм алдатҡыс ынтылыштар.

(О. Уайльд)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru