
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика властарының АЗС-тарға яғыулыҡ ташыуҙы арттырыуы һәм бөтә профилле предприятиеларҙың көсөргәнешле эшләүе тураһында хәбәр итте, төп бурыс - яғыулыҡ баҙарын тулыландырыу һәм ығы-зығыны туҡтатыу, тип билдәләне.
- Макроиҡтисади сәбәптәр ҙә, субъектив сәбәптәр ҙә бар. Ләкин АЗС-тарҙа беҙ ҡытлыҡты тоймайбыҙ. Бында логистика менән һорауҙар күп. Яғыулыҡ ҡойоу станциялары структураһы бик "сыбар", беҙҙә ике йөҙҙән ашыу "Башнефть" автозаправкаһы станциялары эшләй, шәхси АЗС-тар ҙа бар. "Башнефть" АЗС-тары булмаған райондар бар, уларҙа иһә шәхси эшҡыуарҙарға таяналар. Ә уларҙың күләме бәләкәй һәм яғыулыҡ һатып алыу мөмкинлеге булмау сәбәпле, тотош райондар бензинһыҙ ҡала - быға юл ҡуйырға ярамай. Бындай минуттарҙа Хөкүмәт тулы көскә эшләргә тейеш. Кемдер, канистрҙар менән һатып алалар, тип, кешеләрҙе тәнҡитләргә, барыһын да уларға япһарырға тырыша - ысынында был улай түгел. Төп бурыс - логистиканы яйға һалыу. Канистрҙар менән бәйле проблема бар, ләкин ул хәл иткес әһәмиәткә эйә түгел. Беҙ ҡарар ҡабул иттек һәм уны үтәүҙе талап итәм - беҙ яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп һатыуҙы тыйҙыҡ. Ажиотажды ла кәметергә кәрәк, ул да ныҡ ҡамасаулай. Нефть эшкәртеү заводтарынан яғыулыҡ ебәреүҙе 1,5 тапҡырға арттырҙыҡ, шуға күрә ығы-зығы баҫылыр тип өмөтләнәбеҙ.
Республика етәксеһе шулай уҡ Башҡортостандың ҡала һәм район башлыҡтарына яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп һатыуҙы тыйыу тураһында күрһәтмәнең һәм АЗС-тарҙа индерелгән нормаларҙың үтәлешен күҙәтеп барырға ҡушты.
Теманы дауам итеп...
БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, июндә яғыулыҡ етештереү күләме йыллыҡ план күрһәткестәре менән бер кимәлдә булды. "Республикала 500-ҙән ашыу яғыулыҡ ҡойоу станцияһы эшләй. Уларҙың күбеһе яғыулыҡ етештереүселәр менән тура бәйләнештә. Июнь айында яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәне һәм йыллыҡ план күрһәткестәре менән бер кимәлдә булды. Бөгөнгө хәлде иҫәпкә алып, был яғыулыҡ бөтә ил буйынса тигеҙ бүленә. Һуңғы көндәрҙә айырыуса бензинға һәм дизель яғыулығына ихтыяж артты. Ҡайһы бер осраҡта юғары ихтыяж ажиотажға килтерә, яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сират хасил була, хатта алыпһатарлыҡ һәм спекуляция осраҡтарын күҙәтәбеҙ, - тип хәбәр иттеләр БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан. - Шуны әйтергә кәрәк, етештереүсе компаниялар "Прогресс", "Точка", UfaOil кеүек заправка станцияларын яғыулыҡ менән тәьмин итмәй. Был ҙур булмаған яғыулыҡ ҡойоу станциялары нефть өлкәһендәге күмәртә баҙарының ҡатнашыусыларынан яғыулыҡ һатып ала. Уларҙың һатыу хаҡы уртаса хаҡтарҙан күпкә юғарыраҡ".
Шулай итеп, республика яғыулыҡ ҡойоу станцияларында яғыулыҡ ҡытлығы юҡ. Етештереүселәрҙең хаҡтары тотороҡло бер кимәлдә һаҡлана һәм контролдә тотола. Бөгөн яғыулыҡты республиканың яғыулыҡ ҡойоу станцияларына бүлгәндә, киләһе факторҙар иҫәпкә алына:
- рациональ территориаль бүлеү, юлда барған һәр водитель теләгән бер станцияла яғыулыҡ ҡойоп алыу мөмкинлегенә эйә;
- яғыулыҡҡа сират булмаһын өсөн торлаҡ йорттар күпләп урынлашҡан ерҙәге заправка станциялары етерлек күләмдә тәьмин ителә.
Хөрмәтле республика халҡы, хәлде аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һәм түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалыуығыҙҙы һорайбыҙ:
- машинағыҙға яғыулыҡты кәрәк булғанда ғына ҡойоғоҙ;
- яғыулыҡты транспорт сараһының багына тура ҡойоғоҙ;
- дәүләт органдарының һәм эре компанияларҙың рәсми мәғлүмәттәренә таянығыҙ.
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|