
Үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡараған, хатта, ҡатын-ҡыҙ эше түгел, тип иҫәпләнгән һөнәрҙә лә үҙҙәрен бына тигән итеп күрһәткән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ етерлек. Таксист булып, оҙон юлдар үткән биш бала әсәһе Розалия ХИСМӘТУЛЛИНА тураһында ла бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә булыр ине. Әлбиттә, һәр ғаилә һынау аша үтә. Розалия ла ире Артурҙы МХО-ға оҙатҡандан һуң, ҡул ҡаушырып ултырмай. "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә - МХО-ла йөрөгән яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүме, гуманитар йөктө ойоштороуҙа ҡатнашыумы - береһенән дә ситтә ҡалмай. Әүҙем тормош позицияһы Розалияға һынауҙарҙы еңел үткәрергә һәм киләсәккә ышаныс менән бағырға көс бирә.
Розалия, иң башта гәзит уҡыусыларҙы үҙең тыуып-үҫкән яҡтар менән таныштырһаң ине.
- Мин Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылы ҡыҙы. Бәләкәй генә ауыл булһа ла, Ҡурғашлы элек гөрләп торҙо, унда урман хужалығы үҫешкәйне. Икмәк бешереү цехы, МТС, ашхана, яғыулыҡ-майлау колонкаһы, балалар баҡсаһы, мәктәп - йәшәү өсөн бөтөн шарттар ҙа бар ине. Беҙҙә махсус-һөнәри техник училище ла булды хатта. Эш менән мәшғүлдәр һаны ете йөҙгә етә ине заманында. Ситтән килеп тә эшләнеләр. Бына шундай ҡайнап торған ауылда тыуып-үҫтем мин.
Туғыҙынсы класты тамамлағас, Өфөгә Республика иҡтисад лицейына уҡырға килдем. Баштараҡ ауыр булды, әлбиттә, һағынып илай ҙа торғайным. Атай-әсәй, туғандарға туҡтауһыҙ хаттар яҙам. Яҙған хат ярты ай бара, яуап ярты айҙан ғына килеп етә. Холҡомда сәмселлек тигән сифат көслө минең, ауыр саҡтарҙа ла "Мин бында уҡырға тип килдем, түҙ!" тип бойороҡ бирә инем үҙемә. Атай-әсәйҙең дә ышанысын аҡларға кәрәк ине.
Бала саҡтан китаптар уҡырға яраттым. Лицейҙы тамамлағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетына уҡырға индем. Бында мине уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем алып килде, әлбиттә. Элек беҙ бит уҡытыусыларҙы шундай юғары бер кимәлгә күтәреп, ныҡ хөрмәт итеп ҡарай инек. Бөтә ерҙә лә төплө белем биргән, кәрәк саҡта кәңәш менән ярҙам иткән ысын уҡытыусылар уҡытты. Шуға ла был һөнәр хыял булып бөрөлөнгәндер инде күңелдә.
Студент йылдары шулай уҡ күңелдә онотолмаҫ эҙ ҡалдыра. Күптәр өсөн ул артабанғы тормош юлына фатиха бирә. Шулай түгелме ни?
- Миңә университетта алты йыл уҡырға тура килде. Тәүге йылды уҡырға инә алманым да, рабфакҡа барҙым. Ул саҡта рабфакта уҡығандарға ла ятаҡтан урын һәм стипендия бирәләр ине - шундай бәхетле дәүергә эләгеп ҡалдыҡ беҙ. Бөтөн имтихандарҙы ла "биш"кә биргәс, мине факультетҡа автоматик рәүештә ҡабул ителәр. 1-2 курстарҙа студент отрядтарына ойошоп, Подымаловала ике йыл картуф уңышы йыйырға йөрөнөк. Әлеге кеҫә телефонлы йәштәрҙән айырмалы, беҙ әҙерәк совет заманының матур йолаларына ла эләгеп ҡалдыҡ шулай. Матур, тием, сөнки йәштәрҙе берләштерә торған бер үҙәк һымаҡ була торғайны ул студент отрядтары. Биш йыл буйы төркөмдөң старостаһы ла булдым әле. Был да мине алдыңа алғанды мотлаҡ башҡарып сығырға тигән яуаплылыҡҡа өйрәткәндер, моғайын.
Буласаҡ ирегеҙ Артур Хисмәтуллин менән тәү осрашҡан мәл ҡасан булды? Уның менән дә тап университетта уҡыған саҡта танышаһығыҙ бит инде?
- Артур - Баймаҡ егете. Ғаиләләрендә иң өлкән бала. Уның менән Өфөлә таныштыҡ. Танышыу ҙа осраҡлы ғына килеп сыҡты. Ул саҡта кеҫә телефондары бар ине инде. Артур миңә үҙенең телефон һандарын әйтте лә, ярым шаяртып: "Минең матурым" тип яҙып ҡуй", - тигән булды. Тоттом да "Минең матурым" тип яҙып ҡуйҙым һәм бөгөнгө көнгә тиклем ул шулай Матурым булып йөрөй. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөмәнек, осрашыуҙарға ваҡыт яғы тар, уҡый инем бит. Ғәҙәттә, телефондан ғына һөйләшә торғайныҡ. Ул: "Нимә эшләйһең?" - тип һорай. Мин: "Китап уҡып ултырам", - тип яуап бирәм. Аралашыуҙарыбыҙ башлыса шундайыраҡ диалогтарға ҡорола торғайны. Бер йылдан өйләнешергә ҡарар иттек. Беренсе Этҡол ауылының килене булып киттем. Беҙҙең яҡтарҙа, шөкөр, йолалар еренә еткереп атҡарыла: Артурҙың ата-әсәһе һоратырға килде, башта никах уҡыттыҡ, шунан айырым туй эшләнек; һандыҡ, ҡаралдылар төйәп, кейәү йортона килен итеп төшөрҙөләр, "Һыу юлы күрһәтеү" һымаҡ йолаларҙы ла теүәл үтәнеләр...
Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Башта фатир ҡуртымланыҡ. БДПИ-ны тамамлап, аспирантураға уҡырға ингәйнем, ятаҡтан урын бирҙеләр. Мин электән фольклор, бигерәк тә башҡорт йырҙарындағы мөхәббәт темаһы менән ҡыҙыҡһына инем. Шуға ла аспирантуралағы етәксем филология фәндәре докторы, ғалим Әхмәт Сөләймәнов булды. Аспирантурала уҡыу менән бер рәттән, БДПУ-ның филология факультетында лаборант булып эшләп тә йөрөнөм. Унан бер-бер артлы ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы.
Ун йыллап йәшәнек беҙ дөйөм ятаҡта. Унда - үҙе бер ҡыҙыҡ тормош. Ятаҡта торған кешеләр бөтәһе дә ябай, бер-береһенә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торалар. Балалы кешеләр өсөн ятаҡ бигерәк тә уңайлы. Балаларым студенттар менән уйнайҙар, ярҙам кәрәкһә, улар ихлас ярҙамлашалар. Ниндәйҙер эш менән китергә тура килһә, студенттар баланы ҡарап ҡалалар. Ҙур бер ғаилә һымаҡ аралашып, ҡайнап йәшәйһең инде. Айырыуса башҡортса һөйләшергә яратҡан Азамат улыбыҙға яҡшы булды. "Бына был ағай башҡорт, бына был апай башҡорт", ти ҙә, шулар менән рәхәтләнеш гәпләшә, йә уларҙы бүлмәгә саҡыра, йә үҙе уларға барып инә. Шуға ла балаларым аралашыусан булып үҫтеләр.
Бер мәл эштә ҡыҫҡартыуҙар башланды. Мин дә, водитель булып эшләп йөрөгән ерҙән Артур ҙа эштән киттек. Шунан Артур таксист булып эшләй башланы ла, тәүәккәлләп, үҙенең исеменә ИП асты. Мин ул мәлдә ике ҡыҙым тәрбиәләнгән балалар баҡсаһына эшкә күскәйнем.
Әйткәндәй, университетта өсөнсө курста уҡығанда уҡ әле водителлеккә уҡып, танытма алғайным. Бер ял көндө таксист булып эшләп ҡараным һәм балалар баҡсаһында эшләгән бер айлыҡ эш хаҡын ошо бер тапҡырҙа алып ҡайттым. Был миңә оҡшап ҡалды һәм мин дә таксист булып эш башланым.
Таксист булып эшләүе ауыр түгелме? Юлда ниндәй генә хәлдәргә тарымайһың да ниндәй генә кешеләр менән осрашмайһың, тигәндәй.
- Миңә был эш оҡшай. Яратам руль артында йөрөргә. Машинаның тауышынан уҡ уның төҙөкмө-юҡмы икәнен беләм, һөйрәйме-юҡмы икәнен аңғарам. Үҙем ремонтҡа алып барам. ИП асҡас, беҙҙең машиналар күбәйеп китте бит инде. Водитель итеп егеттәрҙе эшкә алдыҡ, ә машиналарҙы ремонтҡа барыбер үҙем алып йөрөтәм.
Аҡсаның тәмен белеүҙә түгел эш, аҡсаң булғас, һин, тимәк, күберәк эш атҡара, хыялдарыңды тиҙерәк тормошҡа ашыра алаһың. Булгак ауылынан өй һатып алып, шунда күсенгәс, балаларҙы шул ауыл мәктәбенә уҡырға биргәйнем. Тик улар был ауылды үҙ итмәне, сөнки унда төрлө милләт балалары уҡый. Ә минең балаларым үҙебеҙҙең тел мөхитендә тәрбиәләнә, туған телдә һөйләшә бит инде. Азаматыбыҙ беренсе кластан алып Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында уҡыны. Әминә лә шунда беренсе класҡа барҙы. Балаларымды ике йыл ярым Булгактан Өфөгә йөрөтөп уҡыттым. Шул арала үҙем Өфөлә фатир эҙләнем. Ниһайәт, хәҙер бына өс йыл инде Өфөлә йәшәйбеҙ. Булгакта өй алғандан һуң тағы ике ҡыҙыбыҙ - Асия менән Айһылыу донъяға килде. Балалар бәләкәс булһа ла, алмашлап таксиҙа эшләнек - Артур ҡайта, мин сығып китәм - бына шулай.
Ҙур ғаилә минең хыялым ине. Үҙебеҙҙең ғаиләлә беҙ өс бала - ағайым, ҡустым һәм мин генә инем. Бәләкәй саҡта ултырғыс түшәктәрен ҡурсаҡ итеп төрөп, дуҫ ҡыҙҙар менән уйнағанда: "Их, минең дә апайым йә һеңлем булһа ине", - тип теләй инем. Етенсе класта уҡығанда тарихтан уҡытҡан директорыбыҙ Ғәлимйән Ишбулатов: "Ҙурайғас, һеҙ Башҡортостан өсөн нимә эшләр инегеҙ?"- тигән һорау бирҙе. Мин: "Биш бала табыр инем", - тип яуап бирҙем. Ошолай тип әйткәнем өсөн ул миңә "бишле" ҡуйғайны. Тимәк, ул хыялым ярылып ятмаһа ла, бәләкәйҙән үк күңелдә йәшәгән. Эйе, ҡыҙҙарым күп булһын ине, тип хыяллана торғайным. Аллаға шөкөр, шуға ла дүрт ҡыҙ, бер малайым бар. Әле бәләкәс ҡыҙҙарым балалар баҡсаһына йөрөй.
Артур ҙа, мин үҙем дә шулай бер ҡасан да эшһеҙ торманыҡ. Шуға ла иркен йәшәй алдыҡ, тип әйтә алам. Үҙебеҙҙән бер нәмәне лә ҡыҙғанманыҡ. Ҡунаҡҡа саҡырһалар, ҡунаҡҡа йөрөнөк, үҙебеҙ ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Башҡортостан буйлап сәйәхәт иттек, тәбиғәткә сыҡтыҡ. Концерт-тамашаларға ла йөрөнөк. Аҡса юҡ, тип, үҙҙәренән ҡыҫып ултырған кешеләр ҙә була бит. Беҙ тулы ҡанлы тормош менән йәшәнек.
Кейәүгә сығыуығыҙҙы атай-әсәйегеҙ нисек ҡабул иткәйне?
- Һоратырға килгәс, үҙ-ара нимә һөйләшкәндәрҙер, мин уныһын белмәйем. Әсәйемдең: "Ярай, беренсе һоратырға килгән кеше Аллаһтан була", - тигәнен хәтерләйем. Атай-әсәйем Артурҙы хөрмәт итеп торалар. Мин әсәйемә үҙебеҙҙең ғаиләгә бәйле хәлдәрҙе, килеп тыуған ауырлыҡтарҙы, һөйләмәйем. Артур менән үҙебеҙ ултырып һөйләшәбеҙ. Кеше бит, ғәҙәттә, үҙ проблемаһын йә әхирәтенә, йә әсәһенә һөйләй. Ә мин ирем менән уртаҡлашам, кәңәшләшәбеҙ, бөтәһен дә бергәләп хәл итәбеҙ.
Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү, ошо мөхитте һаҡлау һеҙҙең ғаиләлә төп талап булып тора, шулаймы?
- Ултырып ҡына: "Һин башҡортса өйрән, һин уны белергә тейешһең", - тип әйтеү балаға тамсы ла тәьҫир итмәй. Иң тәүҙә атай-әсәй үҙе башҡортса һөйләшергә тейеш. Беҙ балалар бәләкәй саҡта телевизорҙы ситкә алып ҡуйҙыҡ, сөнки ул саҡта бик йәмһеҙ, ҡурҡыныс йәнһүрәттәр килеп сыҡҡайны. Өйҙә һәр саҡ "Юлдаш" радиоһы һөйләп торҙо. Юлда барғанда ла башҡортса ғына музыка тыңлайбыҙ. Шунлыҡтандыр, Азамат та, Азалия ла ретро йырҙарҙы яратып үҫтеләр. Бөтөн белгән ретро йырҙарын дуҫтарына, класташтарына ла өйрәттеләр. Ғөмүмән, күрәһегеҙҙер, йәштәр араһында хәҙер ретро йырҙар модаға инеп китте бит.
Беҙ ятаҡта йәшәгәндә Зөлфәт Ишбаев: "Азамат башҡортса матур һөйләй", - тип, уны "Тамыр" студияһына тапшырыуҙарға алып йөрөнө. Азалия ла "Тамыр"ҙа өс йәшенән эшләй башланы. Әле лә эшләй. Әминәбеҙ унда дүрт йәшенән йөрөй. Биш кенә йәшендә "Башҡортостан" концерт залында "Тамыр" концертын алып барыусы булды. Балаларым "Тамыр"ҙа нығындылар. Шундай мөхит, мәктәптә башҡортса уҡыу, тәрбиә - бөтәһе лә йәш быуындың башҡорт телен белеп, башҡорт рухлы булып үҫеүендә мөһим роль уйнай. Беҙҙең Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында шундай мөхит урынлаштырылған да инде, тәртип яғы бик һәйбәт. Шуға ла баш ҡаланың башҡорт ғаиләләрендә тәрбиәләнгән балалар ошо гимназияла уҡырға атлығып тора.

Әйттем бит, 8-9 йыл беҙ телевизор ҡараманыҡ. Быйыл ҙур экранлы телевизор бүләк иткәйнеләр, уны ла анда-бында ғына тоҡандырып алабыҙ. Асия менән Айһылыу бер-бер артлы тыуҙылар, икәү булғастар, улар гел бергә уйнайҙар, уларға күңелле. Урамдан уйнап инәләр, ҡул йыуалар, ашап алалар, унан инде яратҡан шөғөлдәре менән булышалар - пазл йыйырға, һүрәт төшөрөргә тотоналар. Тағы ла шул: мин балалар менән өлкәндәр һымаҡ һөйләшәм, яратҡанда ғына сөсөлдәп алам да, унан һуң үҙемдең өлкән кеше талаптарына ҡайтам. Беҙгә килгән кешеләр, ғәҙәттә: "Һиндә биш бала икәне һиҙелмәй ҙә ул", - тип әйтәләр. Ысынлап та, өй эсендә бер кем дә тауышланмай, нимәлер талап итеп дауламай, мыжымай, һәр береһенең үҙ эше бар. Мин балаларҙы: "Бөтөн проблемаларҙы ла хәл итеп була, һәр ауырлыҡтан сығыу юлы бар", - тип өйрәтәм. Азамат улыбыҙ ҙа үҙаллы егет булып үҫте. Беҙ эштә саҡта һеңлеләрен үҙе кейендереп, мәктәпкә йә балалар баҡсаһына, йә "Тамыр"ға үҙе алып бара. Балаларҙы театрға спектаклдәргә йөрөтәм. Башҡортостан буйлап сәйәт итеү - шулай уҡ иң яратҡан мәлдәребеҙ.
Таксист булып эшләгәс, кем менән генә осрашмайһың да, ниндәй генә хәлдәргә шаһит булмайһыңдыр. Иҫтә ҡалған ваҡиғалар ҙа байтаҡтыр?
- Мин бишенсегә ауырлы булғанда ла рулдә инем. Ауырға ҡалғанымды әле генә белгәнмен, мөҙҙәте бәләкәй генә. Сибайҙан Айһылыу исемле ағинәй миңә ултырып, Өфөгә юлланды. Һөйләшеп киләбеҙ. Бына бер саҡ ул минең йөҙөмә тура ҡарап: "Бишенсегә ҡыҙың булһа, исемен Айһылыу тип ҡуш. Айһылыу тигән исем утта янмай, һыуҙа батмай", - тине. Минең бик ныҡ аптырауым әле булһа иҫтә. Бына шулай, бишенсегә оҙон керпекле, ҡап-ҡара күҙле һылыу ҡыҙыбыҙ тыуып, уға Айһылыу исеме бик таман ғына булды ла ҡуйҙы.
Эйе, юлда төрлө кешеләр тап була, "Таксист ҡатындың машинаһына ултырмайым!" тигәндәр ҙә, ихласлап, һөйләшеп һүҙе бөтмәгән кешеләр ҙә була. Һөйләшеп барып, юлды ҡыҫҡартайым, күңеллерәк тә булһын, тип һүҙ ҡушһаң, өңшәйеп, яуап бирмәгәндәр ҙә осрай. Йәштәр йыш ҡына: "Апай, һеҙ уҡытыусымы?" - тип тә һорайҙар ине. "Эйе, уҡытыусылыҡҡа уҡыным, тик уҡытманым, шулай ҙа тормошта мин уҡытыусымын", - тием. "Ҡатын-ҡыҙ башың менән юлда йөрөргә ҡурҡмайһыңмы?" - тип һорағандар ҙа бар. Юҡ, ҡурҡмайым. Юлда йөрөгәндә бер үк ерҙәрҙе төрлө миҙгелдә үтеп китәһең, һәр миҙгел һине үҙ төҫө менән оҙата бара. Көҙ ағастар сағыу төҫтә, шул урындан яҙ үтәһең, ағастар инде һоро-моро булып ултыра; яҙ шарлап һыу аға, шунан ул урындан көҙ ҙә үтәһең, инде һыу кәмегән, һайыҡҡан була... Һәр миҙгел үҙ төҫөн, үҙ матурлығын бүләк итә. Тәбиғәттең төрлө ваҡытына һоҡланам. Белорет тауҙары буйлап үтеү үҙе бер мөғжизә бит. Бер урында сағандар күп, икенсе урында имәндәр ҡаршылай. Малдар көтөүҙән ҡайта, аттар сабышып үтә, яҡында ғына башын текә тотоп болан баҫып тора, ағастар араһында тейене, төлкөһө күҙгә салына. Ямғырмы, йәйғормо, томанмы, һәр мәлдең үҙ матурлығы, шуға тәбиғәт күренештәрен гел фотоға төшөрөп йөрөйөм. Унан һуң, юлда бит кешеләр менән дә танышаһың.
Таксист булыуымды балалар ҙа аңлап ҡабул иттеләр. Артур ҙа ҡыуана ине, сөнки берәүҙең дә ҡатыны ире менән йәнәш йөрөп, таксист ролен үтәмәй. Хатта ҡайһы бер егеттәрҙең: "Их, минең ҡатыным да, өйҙә генә ятҡансы, шулай машина менән сығып, аҡса эшләһәсе", - тип, ярым шаяртып әйткәндәрен дә ишеткәнем булды.
Һеҙҙең ирегеҙ Артур инде өс йыл МХО-ла. Уның Махсус хәрби операцияға юл алыуы нисегерәк булды?
- Мобилизация ваҡытында МХО-ға киткән егеттәр араһында Артурҙың туғандары ла, таныштары ла бар ине. Бер мәл Артур: "Мин дә барам", - тип ысҡындырҙы. Ул саҡта мин: "Юҡ, бармай тораһың, ваҡытың әле килеп етмәгән", - тинем. Күпмелер ваҡыттан бер туған ҡустымдың контракт төҙөгәнен ишеттек, ул хәрби кеше ине. Был хәбәрҙе ишеткәс, Артур ҙа дәртләнде, уны тыйып тоторлоҡ түгел ине инде. Балалар менән ултырып һөйләштек тә: "Ярай, беҙҙең атай даланлы кеше, барып ҡайтһын", - тип ризалаштыҡ. Бына хәҙер өс йылдан ашыу инде ул Махсус хәрби операцияла. Ошо арала оло ҡайғы ла кисерҙек: ҡустым, рота командиры Шәрәфетдинов Руслан Әмин улы ике йыл элек МХО-ла һәләк булды.
МХО һеҙҙең тормошоғоҙға үҙгәрештәр индергән. Үҙегеҙ ҙә "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы менән ул яҡтарҙа булып ҡайттығыҙ. Хатта бер тапҡыр ғына түгел, бер нисә тапҡыр...
- Беренсе, икенсе сәйәхәтемде үҙемдең һәләк булған ҡустымдың яҡты иҫтәлегенә бағышланым. Ул йөрөгән яҡтарҙы барып күргем килде. Ҡустым тураһындағы хәтер йәшәһен, тинем.
Ул яҡтар үҙенә тартып тора. Быйыл шулай өс тапҡыр Донецк, Луганск яҡтарына барып килдек. Элекке һуғыш ваҡытында ла агитбригадалар йөрөгән бит, тыуған яҡтарынан сәләм алып килеп, рухи көс өҫтәгән. Шуның кеүек, беҙҙең сәйәхәт ваҡытында артистар ҙа була. Улар госпиталдә егеттәр алдында ҡурай уйнай, үҙебеҙҙең йырҙарҙы башҡара, шиғырҙар уҡый - бына шундай йылы осрашыуҙар бүләк итәләр. Беҙҙең менән сәнғәт оҫталары Айгиз Ханов, Илнур Һибәтуллин, Гөлсөм Бикбулатова, артабан Зәйнетдин, Альбина Килдейәрова, Эльмира Юлдашевалар барғайны. Барып төшәһең, яугирҙарыбыҙ беҙҙе киң йылмайып сәләмләй. Алып барған күстәнәстәрҙе ҡыуанып ҡабул итәләр һәм рәхмәт әйтәләр. Беҙҙе унда әллә ниндәй ҡунаҡхана йә башҡа уңайлыҡтар көтөп тормай. Окоп шәмдәрен яндырып, блиндаждарҙа йәшәйбеҙ, һалдат ашаған ризыҡты ашайбыҙ. Шул окоп шәмдәре менән тимер мейестәрҙә блиндаждарҙы йылытабыҙ, тимер һауытта һыу йылытып эсәбеҙ. Юл мажараларына ла тарыйһың, ҡыҙыҡ ваҡыттар ҙа була...
Күҙҙәренән күренеп тора: егеттәр тормош ҡәҙерен, туған ер ҡәҙерен белергә өйрәнгән. Шуға ла Башҡортостандан барған һәр кемгә, күстәнәстәргә, сәләмдәргә бик шаттар. Хатта балалар яҙған хаттарҙы ла ҡәҙерләп асып, күҙҙәренә йәш алып уҡырға тартынмайҙар. Шәхсән минең унда барыуымды Артурым көтөп ала, "Еңел булып ҡала һин килеп китһәң", ти. Бына шулай, ил күргәнде күрәбеҙ, ауырлыҡтарҙы күҙгә элмәҫкә, уларҙы тормош кәртәһенә әйләндермәҫкә тырышабыҙ. Унда барып ҡайтҡас, үҙебеҙҙең йәшәйешкә шөкөр итәбеҙ. Луганск яҡтарындағы емерек өйҙәрҙе күргәндән һуң, әлбиттә, тормошто нығыраҡ баһаларға өйрәнәһең.
"Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итә башлағас, тормошом да үҙгәреп киткәндәй булды. Ойошманың ҡыҙҙары ихлас, ышаныслы, бер-беребеҙгә яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ, бер-беребеҙгә кәңәш-төңәш итәбеҙ. Гуманитар ярҙам, концерт бригадалары менән МХО биләмәләренә барыуҙан тыш, бында, үҙебеҙҙә лә сараларыбыҙ байтаҡ: МХО-ла йөрөгән яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашабыҙ, уларҙың балалары менән төрлө уйын-конкурстар үткәрәбеҙ, ҡарттар йортона барабыҙ, аллеяларҙа ағастар ултыртабыҙ. Был йәмәғәт эшендә мин үҙемде таптым, тип әйтәм. Был, әлбиттә, түләүһеҙ эш, киреһенсә, үҙеңдең сығымдарың, үҙеңдең күңел яҡтыһы менән уртаҡлашаһың. Был минең үҙемә оло ҡәнәғәтләнеү бирә.
Һеҙ "Башҡорт ғаиләһе" конкурсында ла ҡатнаштығыҙ түгелме?
- Эйе, былтыр Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән "Өлгөлө ғаилә" республика конкурсына балаларҙың эштәрен ебәреп, "МХО ғаиләһе" номинацияһында еңдек. Бүләкләү тантанаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтте. Шулай уҡ Башҡортостан юлдаш каналы үткәргән "Минең атайым" конкурсында еңеүгә өлгәштек. Бүләк - балалар бүлмәһен ремонтлау ине. Әле беҙҙең фатирҙа шул эштәр атҡарыла.
Ғөмүмән, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, МХО ғаиләһе тип ҙур хөрмәт менән ҡарайҙар. Артурҙың бергә эшләгән һөнәрҙәштәре, дуҫтары, шулай уҡ "Киске Өфө" гәзите коллективы (Артур редакцияла оҙаҡ ҡына ваҡыт водитель һәм фотохәбәрсе булып эшләгәйне) айырыуса иғтибарлылар, һәр ваҡыт хәлен һорашып торалар. Бына ошондай мөнәсәбәт күңелгә йылылыҡ өҫтәй.
Үҙемдең тормошом, эшләгән эштәрем менән ҡәнәғәтмен. Аллаға шөкөр, ирем һәр яҡлап мине күтәрмәләп тора. Бер ҡасан да "юҡ" тип әйтмәй, киреһенсә, бөтөн башланғыстарыма ҡеүәт кенә өҫтәй. Үҙебеҙ тапҡан мал-мөлкәт, үҙебеҙ яратып башҡарған эш, үҙебеҙ теләп кенә, көтөп кенә алған аҡыллы, тәрбиәле балаларыбыҙ бар. Атай-әсәйҙәребеҙ ярҙам итеп тора. Дуҫтарыбыҙ күп. Былар бөтәһе лә үҙеңде бәхетле тойорға һәм алға ышаныс менән ҡарап йәшәргә ярҙам итә лә инде. Донъялар тынысланып, атайҙар тыуған яҡтарға иҫән-имен әйләнеп ҡайтһа, бәхеттәребеҙ түңәрәкләнер, Алла бойорһа, тим. Шул көндәрҙе өҙөлөп көтәбеҙ, доғалар бағышлайбыҙ. Еңеү яуланасағына һис шигебеҙ юҡ!
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА