
Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин һүҙҙәренсә, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен әүҙем тулыландырыу дауам итә.
"Дроноводтар подразделениеларына булдыҡлы ир-егеттәр яҙыла, уларҙы фронтта көтөп алалар. Әлбиттә, бер теләк кенә аҙ, ниндәйҙер әҙерлек тә кәрәк. Мәҫәлән, урында ориентирҙар буйынса хәрәкәт итә йәки микросхемаларҙы иретеп йәбештерә белеү бик мөһим. Әммә контрактсы Махсус хәрби операция зонаһында БПЛА операторы булып хеҙмәт итергә ныҡлы ҡарар ҡабул иткән икән, уны барыһына ла өйрәтәсәктәр", - ти офицер.
"Ватанға хеҙмәт итеү теләге һәм Тыуған илеңә һөйөү тойғоһо булһа, хәрби һөнәргә өйрәтерҙәр. Хәҙерге быуын компьютерҙарҙы, башҡа гаджеттарҙы нисек ҡулланырға кәрәклеген яҡшы белә. Йәштәрҙең хәтере шәп, күҙҙәре үткер, бармаҡтары йылдам. Шуға ла уларға оҫта дроноводтар булып китеү өсөн сиктәр юҡ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: подразделениеларҙа Башҡортостандан егеттәр, йәш патриоттар, бик күп. Улар дәртле һәм илгә хеҙмәт итергә әҙерҙәр. Һөйләшкәндә, йыш ҡына: "Миндә ҡурҡыу тойғоһо юҡ, ҡайҙа ебәрһәләр ҙә, ҡуйылған бурысты үтәргә әҙермен", - тигән һүҙҙәр ишетәм. Штурмға барырға әҙер булғандар ҙа күп. Әммә бөгөн БПЛА операторҙары талап ителә. Егеттәрҙе йыйыу һәм туплау бара, улар менән инструкторҙар эшләй, кәрәкле барлыҡ һөнәргә өйрәтәләр. Штурмлаусыларҙың - үҙ бурыстары, дроноводтарҙың - үҙҙәренеке, улар тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шуға күрә хәрби бурыстар ҙа һөҙөмтәле хәл ителә. Ундағы хәлдәрҙе белгәнгә күрә, тураһын һөйләйем", - тип һүҙен дауам итә Артур Йомағужин.
Фронт тураһында иҫкә алғанда, ул алғы һыҙыҡта ялан оҫтаханаларында дрондарҙы үҙаллы эшләгән һалдаттар хеҙмәтен юғары баһаланы. Уларҙың оҫталығы БПЛА операторҙарына һәр саҡ ярҙамға килеүен билдәләне.
"Башҡортостанда пилотһыҙ осоусы аппараттар етештереү яйға һалынған. Бының өсөн яугирҙар республика Хөкүмәтенә һәм шәхсән Радий Фәрит улы Хәбировҡа үҙ рәхмәттәрен еткерә. Тыуған яҡтан ышаныслы һәм тикшерелгән пилотһыҙ аппараттар килә. Беҙҙең подразделениеларҙа дрондарҙың нисек эшләүен өйрәнеүсе белгестәр бар. Уларҙың иҫкәрмәләре һәм тәҡдимдәре производствола иҫәпкә алыныуы ҡыуаныслы", - ти ул.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны йәшәгән урын буйынса хәрби комиссариатта, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була.
Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|