«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МОҢЛО ҠУРАЙ, ЙЫРЛЫ ҠУРАЙ, ДӘРТЛЕ ҠУРАЙ…
+  - 

Урал ғына тауҙың, ай, башында,
Урай-урай үҫкән бер ҡурай.
Шул ҡурайҙы алып бер тарттыниһәң,
Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай.
(Башҡорт халыҡ йырынан)

Башҡорт халҡының беҙҙең заманға килеп еткән төп музыка ҡоралдарының береһе булып ҡурай һанала. Уның тураһында һүҙ сыҡҡанда, әлбиттә, иң беренсе булып бына ошо музыка ҡоралы тураһында фекер йөрөтөргә күнеккәнбеҙ.

Ҡурай тураһындағы легендала бер яуыз хандың мөгөҙө булыуы һәм был сер халыҡҡа таралмаһын өсөн ҡылған яуызлыҡтары арҡаһында бөтә халыҡтың ыҙа сигеүе бәйән ителә. Осраҡлы рәүештә тере ҡалған бер йәш егет алыҫҡа, бейек тауҙар араһына, алып барып ташлана. Хандың фекеренсә, ул аслыҡҡа һәм яңғыҙлыҡҡа сыҙай алмайынса, тиҙ арала һәләк булырға тейеш була. Әммә был егеттең төрлө үләндәр, тамырҙар менән туҡланырға һәм ҡорт тишкән үлән һабағынан көй сығарырға өйрәнеп китеүе уның ғүмерен оҙайта, хатта тора-бара үҙенең ауылдаштары, ата-әсәһе менән осраштыра. Шунан алып был үҫемлекте лә, көй сығарып уйнарлыҡ музыка ҡоралын да ҡурай тип атай башлағандар…
Ғалимдар раҫлауынса, был хәлгә 18 - 19 быуат үткән булырға тейеш. Һәр хәлдә, халҡыбыҙға киң билдәле булған "Сыңрау торна" көйө, мәҫәлән, мең йылдар элек ижад ителгән һәм шунан бирле ҡурайҙа башҡарылып килә, тип фараз итергә ныҡлы нигеҙ бар. Хәҙер ошо музыка ҡоралында уйнау оҫталығы буйынса күп һанлы конкурстар, бәйгеләр (мәҫәлән, Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Диаров һәм Әҙһәм Исҡужин иҫтәлектәренә арналған) үткәрелә. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа үткәрелеүсе ҡурай байрамдары был музыка ҡоралына өр-яңы һулыш һәм яҙмыш бирҙе тип әйтергә була. Атаҡлы ҡурайсылар Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәков, Ришат Рәхимов, Юлай Ғәйнетдинов, Нурғәли Кәйекбирҙин, Мөхәмәт Түләбаев ҡурай сәнғәтен өр-яңы бейеклеккә күтәрҙе.
Ә инде виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев ҡурайҙы, симфоник оркестрға һәм "Виртуозы Москвы" ансамбленә ҡушылып уйнап, бөтөн донъяға билдәле итте. 2009 йылда Париж ҡалаһында Башҡортостандың ЮНЕСКО-лағы презентацияһы "Ҡурай магияһы" исеме аҫтында үтеүе үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй.
Ҡурай (Реброплодник уральский - Pleurospermum uralense Hoffm) - үҫемлектәрҙең сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Был үҫемлекте белмәгән һәм күрмәгән ҡайһы бер кешеләр уны ҡамыш тип атап ныҡ яңылышалар. Ҡурайҙың русса исеме уның орлоҡтарының ҡырлы булыуынан алынған. Бынан тыш, ҡурайҙың һабаҡтары ла ҡырлы-ҡырлы. Бейеклеге 120 - 170 см. Ҡурай Урал тауының төньяғынан көньяҡ сиктәренә тиклем үҫә. Әйтергә кәрәк, ҡурай, Уралдан тыш, Алтай, Саян тауҙарында һәм Якутияла ла үҫә, ә музыка ҡоралы булараҡ тик башҡорттарҙа ғына таралған. Был, әлбиттә, быуаттар төпкөлөнә киткән ғәжәп бер сер. Бәлки, бер ваҡыт тарихсылар, философтар был йәһәттән үҙҙәренең фекерҙәрен әйтерҙәр тип ышанғы килә!
Ҡурай ҡайын урманы һәм ҡатнаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Бигерәк тә дымға байыраҡ үҙәк урындарҙы хуп күрә. Уйнар өсөн ҡурайҙы тау үҙәгенең башындараҡ үҫкәнен бысаҡ менән ҡырҡып алалар. Бындай урындарҙа ул йоҡараҡ, ә кипкәс, яңғырауыҡлыраҡ була. Танылған ҡурайсыбыҙ Ишмулла ағай Дилмөхәмәтов йыл һайын ҡурайҙарҙы Хәйбулла районының Әбеш ауылы янындағы "Айыу ҡоҙоғо" тип аталған урында йыйыр булған. "Һәр ваҡыт орлоҡтарын сәсеп ҡалдырам, икенсе йыл да үҫһендәр", - тип һөйләгәне һәм башҡаларға ла шулай эшләргә кәңәш итеүе һаман да хәтерҙә.
Ҡурайҙы сәсеп үҫтерергә теләүселәр ҙә юҡ түгел һуңғы йылдарҙа, әммә әлегә һөҙөмтәһеҙ. Шулай ҙа минең Сибай ҡалаһындағы ихатамда ҡурайҙың үҫеп сығыуы бөтмәҫ ҡыуанысҡа әйләнде. Күрәһең, сәселеп ҡалған орлоҡтар 7 - 8 йыл үткәс кенә шытым биргәндер.
Ҡурай күпләп үҫкән урындарҙы, ғалимдар һәм ҡурайсы-музыканттар тәҡдиме менән нигеҙләп, заказник сифатында дәүләт тарафынан һаҡлау сараһын күреү маҡсатҡа ярашлыраҡ булыр ине.
Быға тиклем ҡурайҙы тик музыка ҡоралы йәһәтенән файҙаландыҡ, маҡтаныҡ, хатта уға Баймаҡ районы Төркмән ауылы янындағы Туғажман тауында һәм тағы ла бер нисә райондар һәйкәл дә ҡуйылды. Данлыҡлы ҡурайсы Рәмил Ғәйзуллин 2001 йылда ҡурайҙы төп башҡарыусы музыкаль уйнау ҡоралы итеп, Башҡорт халыҡ инструменттары оркестры төҙөп, бөтә республика халҡын ҡыуандарҙы һәм музыка һөйөүселәрҙе, белгестәрҙе һоҡландырҙы. Оркестрҙың төрлө конкурстарҙа тик юғары баһаға лайыҡ булыуы һөйөндөрә. Хәҙер республика Хөкүмәте ҡарамағында ҡурайсылар ансамбле булыуы, республиканың дәүләт флагында һәм гербында ҡурайҙың һүрәте булыуы был үҫемлеккә ҡарата һөйөү һәм ихтирам тойғоһон уята. Ҡурайҙың дарыу үҫемлеге булараҡ ҡулланылышы нисек? Себер ғалимдары үткәргән химик анализдар күрһәтеүенсә, ҡурай үҫемлегенең өҫкө өлөшөндә һәм тамырҙарында кумарин, шул иҫәптән императорин, флавоноидтар, аскорбин кислотаһы, эфир майҙары, сапонин барлығы асыҡланды.
Себер халыҡ медицинаһында (ул унда күпләп үҫә) ҡурай үләнен үпкә ауырыуҙарынан, шул уҡ ваҡытта туберкулездан да ҡулланалар. Теш һыҙлағанда, һөйәк һынған осраҡтарҙа тамырҙарынан төнәтмә яһап эсәләр.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru