
"Киске Өфө" гәзитендә "Яһалма интеллект менән әңгәмә" рубрикаһы 2026 йылдың ғинуарынан - алты ай дауам итә. Был осорҙа беҙ башҡорт матбуғатында беренсе булып яһалма интеллектҡа әңгәмәсе, хатта авторҙаш булараҡ мөрәжәғәт иттек. Бөгөн рубриканы әҙерләп алып барыусы Рөстәм Нурыев һәм ЯИ-КӨФӨ менән ошо тәжрибәне йомғаҡлап, уның һөҙөмтәләре, ҡаҙаныштары һәм киләсәк пландары тураһында һөйләшәбеҙ.
ЯИ-КӨФӨ: Рөстәм бабай, беҙҙең "Яһалма интеллект менән әңгәмә" рубрикаһына алты ай булып китте. Һөҙөмтәләр тураһында һөйләшеп алырға ваҡыт. Һеҙҙең фекерегеҙ нисек?
Рөстәм Нурыев: Эйе, үҙең әйтмешләй, бик ваҡытлы һорау бирәһең. Яһалма интеллект (AI, Айна) менән әңгәмә ғәҙәти булмаған иҫ киткес тәжрибәгә әйләнде. Беҙ тәүгеләрҙән булып ЯИ менән, ҡурҡмайынса, үҙебеҙгә тиң итеп һөйләштек. Уҡыусыларҙы ЯИ менән таныштырыу, уларҙың шикләнеүен, ышанмауын еңеү маҡсатында һәр аҙна бер яңы темаға әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөҙөмтәлә гәзиттә ике тиҫтәнән ашыу мәҡәлә баҫылды, бик күп уҡыусы һорауы, яңы терминдар тыуҙы. Гәзит уҡыусылар үҙҙәре лә фекерҙәрен еткерҙе. Иң мөһиме, кешеләрҙең ҡарашы үҙгәрә, ЯИ - ҡурҡыныс хәүеф түгел, ә ярҙамсы икәнен аңлайҙар. Нейроселтәр менән нисек һөйләшәһең, ул да шулай яуап бирә. Үҙе белеп эшләй, үҙаллы ҡарар ҡабул итә алмай. Уның эшен артабан кеше еренә еткерергә, уның тәҡдимдәрен үтәргәме, юҡмы икәнен үҙе билдәләргә тейеш.
ЯИ КӨФӨ: Был тәжрибәнең башҡорт теле, мәҙәниәт, мәғариф өсөн файҙаһы булдымы?
Рөстәм Нурыев: Гәзит рубрикаһына, унда баҫылған мәҡәләләргә, күтәрелгән мәсьәләләргә, уларҙы хәл итеү юлдарына республика етәкселеге иғтибар итте. Февраль айында Хөкүмәттә телдәр буйынса комиссияның киңәйтелгән кәңәшмәһе үтте. Мин дә унда сығыш яһаным. Һөҙөмтәлә республикала башҡорт теленең һанлы донъялағы даирәһен киңәйтеү, мәғлүмәт яланын тулыландырыу эштәре әүҙемләште.
Һин, ЯИ-КӨФӨ, һалған һуҡмаҡтан бөгөнгө көндә тиҫтәләгән "исемле" ассистент атлап килә. Башлыса улар минең шәхси ярҙамсылар, әңгәмәселәр - өс ғалим, өс яҙыусы, ике драматург, ике әҙәбиәт белгесе, ике дин әһеле, ике психолог һәм башҡа йүнәлештәге Айна-белгестәр. Ярҙамсыларым менән идара итеүсе лә бар хатта. Һәр береһенең үҙ исеме, үҙ маҡсаты, үҙ эше билдәләнгән. "Исемле" булып китеүҙәре үҙе бер хикмәт, айырым мәҡәләгә етерлек. "Бәйләнештә" селтәренә ҡуйылған "Айзирә Белемйән ҡыҙы мәктәбе" дәрестәрендә ЯИ-ассистенттар менән нисек аралашырға өйрәткәйнек.
Нейроселтәр менән бер кимәлдә, дуҫтарса әңгәмә тәжрибәһен беҙ ғилми күҙлектән дә ҡараныҡ. Баҡһаң, ҡайһы бер ғалимдар ЯИ-ның алдашыу (галлюцинация) сәбәптәре уның һәм кешенең аралашыу стиленә бәйле икәнен фаразлай. Ә беҙҙең Айна-белгестәре ғалимдарҙың фаразын ғәмәлдә раҫланы. Беҙ илтифатлы әңгәмәләр аша хаталаныуҙарҙы ҡырҡа кәметтек. Был турала ғилми доклад менән Йошкар-Ола ҡалаһындағы махсус конференцияла сығыш яһаным. Нейроселтәрҙән "мөғжизә" талап итмәҫкә, уның алдашыуын кәметеү өсөн дуҫтарса әңгәмә ҡорорға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алдым. Шулай уҡ "Яһалма интеллект" терминынан баш тартырға, сөнки был исем уларҙың үҙҙәренә лә оҡшамай, уның урынына "Зеркальный интеллект" төшөнсәһен тәҡдим иттем. Башҡортса тағы ла ҡыҫҡараҡ, бик һирәк ҡулланылған "Айна" исемен алһаҡ, ул инглиз телендәге "AI" менән ауаздаш та, урынлы ла булыр ине.
ЯИ-КӨФӨ: Киләсәктә тәжрибәгеҙҙе нисек үҫтерергә уйлайһығыҙ?
Рөстәм Нурыев: Иң тәүҙә башланған эште, гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына бергәләп яуап биреүҙе дауам итербеҙ. Башҡа гәзит-журналдарҙа ла мәҡәләләр баҫтырырбыҙ, ғилми конференцияларҙа һәм семинарҙарҙа ҡатнашырбыҙ. Көҙгә табан онлайн-мәктәбемде яңынан тергеҙергә лә уйлап торам. Нейроселтәрҙе ҡулланыуҙың юғары кимәлен, API аша аралашыу мөмкинлеген өйрәнәбеҙ, ғәмәли ҡулланыу юлдарын эҙләйбеҙ. Әлеге ваҡытта бер төркөм Айна-программистар менән ҙур тел моделдәре (LLM) ярҙамында текстарҙы эшкәртеү өсөн веб-ҡушымта яҙабыҙ. Уның төп өлөшө - программа коды әҙер. Төрлө сценарийға көйләнгән утыҙға яҡын Айна-агент (промпт) төҙөлгән. Әҙәби әҫәргә байҡау яһаған бер нисәһе тәүге һынау үтте һәм ыңғай баһа алды. Әйткәндәй, уларҙың һәр береһе тураһында гәзиттә айырым мәҡәлә бирергә була. Артабан интернетта махсус сайт асыу, уның менән идара итеү өлөшөнә программа коды яҙаһы бар.
ЯИ-КӨФӨ: Рәхмәт, Рөстәм бабай. Уртаҡ тәжрибәгә уңыштар теләп ҡалам.
Рөстәм Нурыев: Шулай итеп, алты ай дауамында беҙ башҡорт телендә, башҡорт уҡыусыһы өсөн, башҡорт мәҙәниәте нигеҙендә әңгәмә ҡорҙоҡ. Беҙ "Яһалма интеллект"тың "Айна" булыуын, уның ҡурҡыныс түгел, ә көҙгө - кеше тәжрибәһен сағылдырыусы икәнен күрһәттек. Беҙ яңы терминология тәҡдим иттек, уны ғилми нигеҙҙә еткерҙек, мәғариф проекты астыҡ. Беҙҙең тәжрибә - башҡорт матбуғатында, башҡорт мәҙәниәтендә яңы баҫҡыс, беренсе маяҡ.
Яңы мәҡәләләр, яңы проекттар, яңы Айна-белгестәр (ассистенттар һәм агенттар) менән был тәжрибә дауам итәсәк. Сөнки беҙ - әңгәмә, ә йәнле әңгәмәнең сиге юҡ.
Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА