
Башҡорт бейеүен башҡарыусылар (3-15 йәшлектәр) араһында "Байыҡ" республика балалар телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды.
Быйыл телевизион проекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән меңдән ашыу бала ҡатнашты. Финалға 550 йәш бейеүсе сыҡты. Әбйәлил, Учалы, Хәйбулла, Ҡырмыҫҡалы, Дүртөйлө райондарынан, шулай уҡ Салауат, Сибай, Күмертау, Өфө ҡалаларынан ҡатнашыусылар айырыуса әүҙемлек күрһәтте.
Проект етәксеһе һәм продюсеры Рита Өмөтбаева һүҙҙәренсә, "Байыҡ" республика балалар телевизион конкурсының һәр миҙгеле республиканың бейеү сәнғәте күгендә яңы талантлы исемдәр ҡабыҙа - уның үҙенсәлеге шунда. Фестиваль һәүәҫкәр хореография сәнғәтен үҫтереү өсөн этәргес бирә, балаларҙың һәм йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен әүҙемләштерә.
- Бейеү быуындарҙы берләштерә. Быйыл конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһына өс йәш тулды. "Байыҡ" - ҡатнашыусылар тәжрибә, идеялар һәм илһам менән уртаҡлашҡан майҙансыҡ ул. Йәш таланттар башҡорт сәхнәһе легендалары менән бейене. Мәҫәлән, Әбйәлил районынан Йәсминә Сәфиуллина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина менән легендар "Заһиҙә" номерын башҡарҙы. "Урал ынйылары" ансамбле малайҙары Риф Фәтих улы Ғәбитов менән "Еҙ үксә"не өҙә баҫып бейене, - тип һөйләне Рита Өмөтбаева.
"Байыҡ - 2026" балалар телевизион конкурсында Гран-приға түбәндәгеләр лайыҡ булды: "Соло малайҙар" категорияһында - Самир Латипов, 13 йәш, Өфө ҡалаһы; "Соло ҡыҙҙар" категорияһында - Айлина Хәбибуллина, 9 йәш, Ғафури районы (һүрәттә); "Дуэт" - Регина һәм Роберт Хужиндар, Өфө ҡалаһы; "Бәләкәй ансамблдәр" - "Урал ынйылары" өлгөлө бейеү ансамбле, Әбйәлил районы; "Парлы ансамблдәр" - "Йүрүҙән" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Салауат районы; өлкәнерәктәр категорияһында "Парлы ансамблдәр" - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының "Аҡйондоҙ" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Өфө ҡалаһы. Башҡа финалсылар башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсының I, II, III дәрәжә лауреаттары исеменә лайыҡ булды һәм "Байыҡ" проектының исемле бүләктәрен алды.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|