«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЮЛДАР, ЮЛДАР...
+  - 

Баш ҡаланың төп урамдарының береһе һуңғы йылдарҙа водителдәрҙе иң ныҡ көйөндөргән участкаларҙың береһе булғандыр. Һәр хәлдә, күптән көтөлә ине Зәки Вәлиди урамындағы юлды тәрән колеяларҙан азат итеү һәм юл япмаһынан ҡалҡып сығып торған ер аҫты канализацияһы люктарын рәтләү.

Ләкин был ғәмәлдең тиҙ генә башланып, тиҙ генә тамамланып ҡуйылырын берәү ҙә көтмәгәндер. Аҙ ғына ваҡыт эсендә юлдың иҫке асфальтын ҡырҙырғандан һуң, ике көн дә үтмәне, "Дортрансстрой"ҙың юл хеҙмәткәрҙәре Воровский урамынан Карл Маркс урамына тиклемге арала юлды яңыртып та ҡуйҙы. Эштәр башлыса төндәрен башҡарылды, хәрәкәт өсөн юлдың яртыһы ғына ябылып, автомобилистарға артыҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙырылманы. Хәҙер юл һыҙаттарын һыҙып сығаһы һәм төрлө юл билдәләрен рәткә килтерәһе генә ҡалды. Шулай ҙа эшләп була икән дә!
Эйе, йәйҙәрен ҡалаларҙа һәм баш ҡалала юлдар һәм башҡа объекттар ремонтлана икәне ғәҙәти хәл. Өфө ҡала хакимиәтендә, мәҫәлән, был йәйҙә 14 юл участкаһы ремонтланасаҡ икәнен белдерҙеләр. Шуларҙың иң күләмлеһе, әлбиттә, әле генә телгә алынған Зәки Вәлиди урамындағы юл ине. Өфө - Аэропорт юлындағы колеяларҙан да биҙерәп бөткәйне водителдәр - унда ла эштәр тамамланды. Дим һәм Затондан Өфөгә илткән юлдарҙа, Менделеев һәм Пархоменко, Маршал Жуков урамдарындағы юл участкаларында ла асфальт ялтырап ята. Шулай уҡ Калинин һәм Киров райондары биләмәләрендәге баҡсасылыҡ ширҡәттәренә барыу юлдарын яңыртыу ҙа планлаштырыла. Билдәләнеүенсә, республика Башлығы һәм Хөкүмәте хуплауы менән ошо йылдар эсендә баҡсаларға илткән 36 км оҙонлоғондағы юл япмалары яңыртылған.
Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов юлдар ремонтлағанда ҡала карьерҙары материалдарын да файҙаланырға кәңәш итте. "Был материалдар өсөн аҡса түгергә кәрәкмәй, бөгөн ҡала бюджетын экономиялау бик мөһим", - тине Рөстәм Динислам улы.

Альмира ДӘҮЛӘТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 88

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru