
"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта тупаҫ табиптарҙы осратырға тура килә. Был хаҡта туғандарҙан, таныштарҙан ишетәм. Халыҡ ваҡытында медицина ярҙамы ала алмай. Беҙ һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһына ҙур өлөш индерҙек. Һәм беҙ тармаҡта эшләүселәр тарафынан ыңғай һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Һеҙ беләһегеҙ, мин табиптарға, шәфҡәт туташтарына ҡарата йылы һүҙҙәремде йәлләмәйем. Әммә тупаҫлыҡ осраҡтарына юл ҡуйырға ярамай", - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе БР Башлығы хакимиәтенең Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковскаяға был проблеманы айырым ҡарарға ҡушты. Хәҙер һәр дүшәмбе һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин оператив кәңәшмәлә медицина хеҙмәткәрҙәренең эш сифаты хаҡында доклад яһарға тейеш буласаҡ. "Һорауҙарҙы туранан-тура ошонда министрға бирергә кәрәк, ә ул үҙ сиратында муниципалитет башлығына еткерергә тейеш. Был министрҙың, район башлығының һәм баш табиптың яуаплылығында, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. - Аңлайым, бәлки, кешенең кәйефе булмаҫҡа мөмкин. Әммә насар кәйефте өйҙә ҡалдырығыҙ. Һәм кешеләр менән матур мөнәсәбәттә булығыҙ. Юғиһә, тура эфирҙа баш табиптарҙы эштән ебәрә башлаясаҡмын".
Башҡортостан Башлығының ҡаты тәнҡитенән һуң Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин пациенттарға тупаҫ мөнәсәбәт күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарата етди саралар күреләсәге тураһында белдерҙе. "Медицина этикаһына һәм пациенттар менән әңгәмәләшеүгә ҡағылышлы һорауҙарҙа минең ҡараш принципиаль булып ҡала. Пациенттарына тупаҫлыҡ күрһәткәндәргә һәм бындай ҡылыҡтарға күҙ йомған етәкселәргә ҡарата ҡарарҙар ҡаты буласаҡ", - тип белдерҙе министр.
Пациентҡа ҡарата итәғәтле мөнәсәбәт - медицина хеҙмәткәре эшенең элементар нормаһы, әгәр етәксе был принциптарҙы коллективҡа еткерә алмай икән, "тимәк, беҙҙең юлдарыбыҙ айырыла" икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды министр. Уның әйтеүенсә, контролде көсәйтеү кәрәк булған учреждениелар билдәләнгән. Унан башҡа яҡын арала һаулыҡ һаҡлау системаһының барлыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн этика һәм деонтология һорауҙары буйынса өҫтәмә дәрестәр ойоштороласаҡ.
Әйткәндәй...
Билдәле дауалаусы Әбүғәлисина: "Ауырыу менән көрәшеү өсөн табиптың өс сараһы бар: һүҙ, үҫемлек, бысаҡ", - ти. Һүҙҙе ул беренсе урынға ҡуя. Гәзит уҡыусылар табиптарҙың тупаҫ һүҙе тураһында ни әйтер?
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|