«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

УЛ - БУЛАСАҠ ОФИЦЕР
+  - 

МХО ветераны Радмир Әбүталипов хәҙер - Түбәнге Новгород юғары хәрби-инженер команда училищеһы курсанты. Был уҡыу йорто буласаҡ инженер ғәскәрҙәре офицерҙарын һәм пилотһыҙ системалар буйынса белгестәр әҙерләй.

Радмир 20 йәшендә үҙ теләге менән Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә башлай. Хәҙер уға 22 йәш. Егет үҙе әйтеүенсә, был ҡарарға ул үҙе килә һәм бының менән ғорурлана.
- Мин әсәйемә Махсус хәрби операция зонаһына юлланыуым тураһында әйтмәнем. Полигонда бер ай әҙерлек үткәс кенә хәбәр иттем. Әлбиттә, ул ныҡ хафалана, айырыуса бәйләнешкә сығып булмаған саҡта өҙгөләнә икәнен беләм. Яраланып, госпиталгә эләккәндә, уның менән бер ай һөйләшә алманыҡ, - ти буласаҡ офицер.
Тәүге тапҡыр ул йәрәхәтте мототөркөм менән яралыларҙы эвакуациялауға алып сыҡҡанда ала. Яугирҙар дошман БПЛА-һы һөжүменә дусар була. Хәрбиҙәргә ҡараңғы төшөүен көтөргә тура килә. Әммә, төн тип тормай, тағы FPV-дрон килеп төшә. Радмир шунда, үҙе әйтеүенсә, еңелсә яралана.
Икенсегә алғы һыҙыҡта торған иптәштәрен алмаштырырға барғанда йәрәхәтләнә. Алдан атлаған яугир шартлатҡысҡа бәйләнгән йәшерен сымға баҫа. Радмир шул мәлдә, боролоп, ике аҙым яһай, ләкин ергә ҡолап өлгөрмәй. Ярсыҡтар уға ла эләгә. Тыуған көнөндә яугир ВСУ контроле аҫтында булған 700 метр асыҡ ерҙән штурмлау төркөмөнә боекомплекттар алып барып еткерә. Шул рәүешле Радмир Әбүталипов командирҙың бойороғон теүәл үтәй, штурмовиктар кәрәкле боеприпастар ала. Ошо батырлығы өсөн ул IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградлана.
Шулай итеп, буласаҡ хәрби-инженер һәм пилотһыҙ системалар буйынса белгес киләсәген Рәсәй Армияһы менән бәйләргә ҡарар иткән. Бөгөн йәштәр, ғөмүмән, Ватанға хеҙмәт итеүҙе өҫтөн ҡуя. Бигерәк тә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре сафына эләгергә теләүселәр һаны арта. Бөгөнгө көндә Махсус хәрби операция биләмәһендә дрондар ярҙамында ҡуйылған хәрби бурыстарҙың 80 проценты үтәлә. Шуға ла Юғары баш командующий Владимир Путин һәм оборона министры Андрей Белоусов ҡарары менән Рәсәй Армияһында махсус подразделениелар булдырылған. Улар ғәскәрҙәрҙең яңы элиталы төрө һанала. Башҡортостанда ла пилотһыҙ системалар ғәскәренә йыйыу әүҙем бара.
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында тулы мәғлүмәтте башбат.рф сайтында һәм 122 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ быны Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була. Ғариза Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла ҡабул ителә.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru