«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕРКӘҮЕК
+  - 

Бесән ваҡыты. Һутҡа туйынған үләндәр бер аҙ ҡарая төшкән. Болонлоҡтар төрлө-төрлө сәскәгә күмелгән. Ошондай фонда алыҫтан уҡ күренеп, муйыл еҫе аңҡытып ултырған үләнде еркәүек (лабазник, таволга вязолистный - Filipendula ulmaria (L.) Maxwim) тип атайҙар. Ҡайһы бер урындарҙа уны аҡбаш үлән, ерегүлән, еркүлән, ерекләүек, еркәүләп, ерек ҡураһы тип тә йөрөтәләр.

Еркәүек иртә яҙ уҡ үҫеп сыға. Яйлап ҡына япраҡ яра, ҡыуаҡлана һәм июндең урталарында сәскә ата. Сәскәләре ваҡ ҡына булып, ап-аҡ йәки көрән аҡ төҫкә инә. Еркәүек йәй буйына сәскә ҡоймай, тирә-яҡты биҙәп ултыра. Шуға ла тәбиғәттең иң баҙыҡ биҙәктәренең береһе булып һанала. Юҡҡа ғына Франция уға болон батшаһы тигән исемде бирмәгән икән.
Еркәүек бөтә Европала, Рәсәйҙең бик күп ерҙәрендә: дымлы болондарҙа, ҡыуаҡтарға бай булған шишмә, йылға буйҙарында, урман аҡландарында күпләп үҫә. Ул бигерәк тә ҡырҡылған ағас диләнкәләрендә йыш осрай.
Уның һабаҡтары тура күтәрелгән, шыма, осона тиклем япраҡтар менән ҡапланған. Тамырсаһы йыуан, үрмәләүсән. Ҡыйғас япраҡтары бысҡы ситле, осҡо япрағы башҡаларынан ҙурлығы менән айырылып тора. Ул 3 - 5 өлөшкә бүлкәтле.
Еркәүекте кеше бик борондан файҙалана белгән. Был турала уның исеменең килеп сығыу тарихы һөйләй. Үрҙә күрһәтелгәнсә, уның бер нисә исеме бар, һәм улар бөтәһе лә ерек һүҙе менән бәйләнгән. Ә ерек ағасы менән был үләндең ниндәй уртаҡлығы бар һуң, ниңә уларҙың икеһе лә бер һүҙ тамырынан? 1969 йылда Ленинградта сыҡҡан "Боронғо төрки һүҙлеге"нең 257-се битендә "йер" һүҙе тураҡларға, ярғыларға, һындырырға тигән мәғәнәне бирә, тиелгән. Йәғни һүҙ яһаусы - "к" аффиксы ҡушылғас, ҡылым предмет мәғәнәһен ала, йәғни тураҡланыусы, ярылыусы, һыныусы. Сағыштыр: көрә-к - көрәк, илә-к - иләк һ. б. Ерек ағасының бик мурт, тиҙ һынып барыуын иҫәпкә алһаҡ, уға исем ошо билдәһенә ҡарап бирелгәнлегенә төшөнөрбөҙ. Ә еркәүек ерек кеүек үк бик мурт, тиҙ генә һынып барыусан. Тимәк, ул да атаманы шул уҡ билдә буйынса алған икән. Ә "ерек" һүҙе, күреүебеҙсә, бик боронғо. Төрки халыҡтарының дөйөм тарихына, беҙҙең эраның беренсе мең йыллығына барып тоташа. Еркәүек эсемлеге. 50 г яңы ғына өҙөп алынған еркәүек сәскәләре, 60 г бал, 1 л һыу. Сәскәләрҙе һыуҙа ҡайнатып алалар ҙа 30 минут һыуыталар. Артабан, бал һалып, һыуытҡысҡа ҡуялар.
Болон сәйе. Шәкәр һалмайынса ла тәмле сәй әҙерләп була. Еркәүек сәскәләрен һыуҙа ҡайнатып, бер тәүлеккә тондорорға ҡуялар. Икенсе көндә төнәтмә тәмләнә.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru