«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЕЛӘК ҮҪТЕРЕҮ СЕРЕ
+  - 

Июль

Емеш биреп бөткәндән һуң еләктең бөтә иҫке, ауырыу һәм зыянланған япраҡтарын йолҡоп алырға. Етерлек итеп һыу ҡойоп, еләк төптәре тирәһендәге тупраҡты йомшартып, артыҡ мыйыҡтарын йолҡоп ташларға кәрәк.
Июль айында баҡса еләгенә ҡайын еләге талпаны төшөүе бар. Зыян күргән үҫентеләрҙең япраҡтарын ҡырҡып алып яндырырға кәрәк. Шунан бөтә түтәлгә 60 градус тирәһе эҫе һыу йәки марганцовканың эҫе иретмәһен һибергә. Әгәр ҙә үҫемлеккә башҡа төр ҡоротҡос бөжәктәр эйәләһә, химик йәки биологик инсектицидтар һибергә кәрәк. Шулай уҡ халыҡ кәңәштәренә мөрәжәғәт итергә була. Был осорҙа еләк япраҡтарын таптар баҫа (төрлө ауырыуҙар сәбәпле), онло ысыҡ сире, күгәрергә мөмкин. Быларҙың барыһын да коллоид көкөрт ҡушылған 1 процентлы бордос шыйыҡсаһын һибеп (10 л һыуға 100 г препарат), бөтөрөргә була.

Август

Йәй аҙағында еләк төптәрен тәрән ҡаҙып йомшартып, һәр төпкә берәр балғалаҡ комплекслы ашлама һалырға. Август аҙағына тиклем еләк мыйыҡтарын тупраҡҡа ултыртып, ҡыуаҡлыҡтарға даими рәүештә һыу ҡойоп торорға. Ғөмүмән, йәйҙең икенсе яртыһында - көҙ башында еләккә һыуҙы ваҡытында ҡойорға кәрәк.

Сентябрь

Был айҙа киләһе йылда емеш бирә торған сәскә бөрөләре барлыҡҡа килә. Шуға күрә сентябрҙә еләккә һыу һибергә онотмау мөһим.

Октябрь

Октябрҙә еләк ҡышты яҡшы сыҡһын өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы хәстәрләйҙәр. Бының өсөн түтәлдәргә һыу ҡойорға, тупрағын йомшартырға, ҡый үләндәренән таҙартырға кәрәк. Еләк төптәрен торф, серемтә (перегной) йәки серетмә (компост) менән күмәләр.

Ноябрь

Тупраҡтың өҫкө ҡатламы туңыңҡыраһа (5-7 см-ға тиклем), түтәлдәргә мульча йәйергә кәрәк. Был үҫемлектәрҙең ерҙән йолҡолоп сығыуына ҡаршылыҡ тыуҙыра. Ә ҡар ятһын өсөн өҫтөнә сыбыҡ-сабыҡ, топинамбур япраҡтары, ҡурай еләге йәки кукуруза һабаҡтарын йәйеп һалалар. Был рәүешле еләк ҡышты яҡшы сыға.
Бына ошондай тәү ҡарауға ябай, әммә мотлаҡ башҡарылырға тейеш тәрбиә эштәре баҡса еләген ауырыуҙарҙан һаҡларға, яҡшы уңыш алырға ярҙам итә.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Бөгөн донъя нәфрәт менән сирләй. Әгәр ҙә беҙ ошоға ҡаршы дарыу тапмаһаҡ һәм нәфрәтләнеүселәрҙе күрә алмауҙы дауам итһәк, үҙебеҙ нәфрәт һаҙлығына батасаҡбыҙ.

(И. Ильин).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru