«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАҒИҘӘЛӘР - БАШҠОРТСА
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфө урамдарына электр самокаттарын ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында башҡорт телендә мәғлүмәт плакаттары урынлаштырылды.

Иллюстрацияларҙы кикшеринг сервистарының береһе Өфө рәссамы Зилә Шинова менән берлектә әҙерләгән. Плакаттар самокат ҡулланыусыларға хәүефһеҙлектең төп талаптары тураһында иҫкәртеү маҡсатын тотоп эшләнгән. Уларҙа - Мостай Кәрим, Салауат Юлаев, башҡорт айыуы, Өләсәй-бал ҡорто һәм милли кейемдәге ғашиҡ пар. Һәр персонаж ҡағиҙәләрҙең береһен һүрәтләй. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ошо рәүешле биреү, уларҙы республика халҡына мөмкин тиклем аңлайышлы еткерергә ярҙам итә.
Әммә ҡайһы бер яҙыуҙарҙа орфографик грамматик хаталар булыуы ла асыҡланды. Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев социаль селтәрҙә Өфөләге яңы проектҡа ҡарата фекерен белдерҙе: "Идея бик һәйбәт һәм ваҡытлы, әммә уны урын-еренә еткереп эшләмәгәндәр, - тип белдерҙе беренсе вице-премьер. - Бынан ары башҡорт телендәге барлыҡ текстарҙы ла белгестәргә тикшереүгә биреүҙе һорайым".
Урал Килсенбаев Өфө ҡала хакимиәте ҡарамағында эшләгән "Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәре тураһында"ғы законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссияға мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. Бынан тыш, республикала эшләп килгән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология һәм Топонимия хеҙмәттәре ярҙам итергә әҙер булыуын, "Баштәржемә" ресурсы барлығын иҫкә төшөрҙө. "Ошо мөмкинлектәр менән файҙаланығыҙ. Туған телгә килгәндә, ҡаланы биҙәүҙә хаталар булмаҫҡа тейеш".

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Өфөлә электр самокаттарында һәм башҡа шәхси мобиль транспорт сараларында йөрөү ҡағиҙәләренә Ҡала хакимиәтенең 2024 йылдың 10 октябрендә донъя күргән 1710-сы ҡарары менән ҡайһы бер сикләүҙәр индерелгән. Документҡа ярашлы:
- төп урамдар киҫелешендә (149 урын) тиҙлек сәғәтенә 5-15 км менән сикләнә;
- парк зоналарында - 15-20 км/сәғ;
- уҡыуҙар осоронда инеп-сығыу урындары урамға ҡараған 32 мәктәп янында - 15 км/сәғ.
Электр самокаттарҙа йөрөү ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы шаһиты булһағыҙ, фотоларҙы "Самокаттар: йәмәғәт контроле" (@samokat_ru_bot) чат-ботына ебәрегеҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.26 | Ҡаралған: 91

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru