«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЯУҘА ЛА, ТЫНЫС ТОРМОШТА ЛА...
+  - 

Һуғыш яланы хәрби техниканы ғына түгел, уны идара иткән кешеләрҙе лә үҙгәртә, ти "Себер" бригадаһының "Тир" позывнойлы БПЛА хеҙмәте начальнигы.

Был хаҡта ул "Горобзор" мәғлүмәт-яңылыҡтар порталына биргән интервьюһында әйтә. Әңгәмә барышында яугир ни өсөн компьютер уйындары менән мауығыусы йәштәр пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренең нигеҙен тәшкил итеүен, хәрби дрон операторының тыныс тормошта ҡулланылған пилотһыҙ аппарат менән идарасының айырмаһын аңлата. Уның һүҙҙәренсә, киләсәктә "Баба-Яга" дроны ярҙамында ер эшкәртәсәктәр икән.
"Хәрби шарттарҙа һәм тыныс тормошта эшләгән дрон операторҙарын шартлатҡыстар менән эш итеү оҫталығы айыра. Йәғни, беҙ ҡәҙимге булмаған боеприпастар менән көн һайын эшләйбеҙ. Уларға зарарлаусы элементтар өҫтәп һалабыҙ, ҡуйылған маҡсатҡа ҡарап, фугас көсөн арттырабыҙ. Ошонан сығып, БПЛА операторы пилот ҡына түгел, ә инженер, химик һәм тактик та, тип әйтергә була", - ти "Тир".
Бай тәжрибә туплаған яугир Рәсәй Ҡораллы көстәренең элитаһы һаналған пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә эләгергә теләүселәргә, ҡулды күнектереү өсөн, тәүҙә Liftoff кеүек симуляторҙарҙы үҙләштерергә кәңәш итә. Унан һуң махсус курстарға йөрөргә мөмкин, унда дәрестәрҙе, ғәҙәттә, фронтовик-инструкторҙар бирә, тип аңлата ул.
"Һәр саҡ ябайҙан башларға һәм яйлап ҡатмарлы мәсьәләләргә күсергә кәрәк. Әгәр уҡыу барышында ямғырҙа ла, ҡар яуғанда ла эшләй алыуыңды аңлаһаң, әгәр дошманды табыу өсөн ерҙәге һәр нәмәне өҫтән күрергә өйрәнһәң, әгәр сабырлығың етерлек булһа, тимәк, һин - беҙҙең кеше", - ти "Тир".
Уның һүҙҙәренсә, фронтта алған тәжрибә юғалмаясаҡ, уны тыныс тормошта ла ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Геодезия өлкәһе, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары - уларҙың барыһы ла ошо йүнәлештәге махсус белгестәргә мохтажлыҡ кисерә икән.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда пилотһыҙ системалар операторҙарын туплау эше әүҙем бара. Хеҙмәткә 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Шулай уҡ 45 йәшкә тиклемге йәштәгеләр водитель, сапер, ашнаҡсы кеүек хәрби һөнәр буйынса ҡарала.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ быны Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты аша ла эшләп була. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында ҡалдырырға ла мөмкин.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 
Ҡартлыҡ бәхет була алмай. Ҡартлыҡ - тыныслыҡ һәм бәлә генә була ала. Уны хөрмәт итһәләр, ҡартлыҡ тыныслыҡ кисерә. Онотһалар һәм яңғыҙлыҡта ҡалдырһалар, ул бәләгә әүерелә.

(В. Сухомлинский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru