«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

НЫҠЛЫ ТЫЛ - ЕҢЕҮҘЕҢ ЯРТЫҺЫ
+  - 

Үткән аҙнаның йома төнөндә Wildberries маркетплейсының Тамбов өлкәһендәге Котовск складына украин дрондары һөжүме һөҙөмтәһендә логистика үҙәгенең 7 хеҙмәткәре һәләк булған, 25 кеше яраланған. Ә шәмбе төнөндә дошман аппараттары Мәскәү өлкәһенә ябырылды. Һөҙөмтәлә Ногинск нефть базаһы биләмәһендә янғын сыға. Яҡындағы бала табыу йорто хәүефһеҙ урынға күсерелә.

Мәскәү мэры Сергей Собянин һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ҡалаға яҡынлаған 85 дрон юҡ ителгән, ә 19 июль кисенән алып Мәскәү өлкәһе төбәктәренә табан осоролған 400-ҙән ашыу шартлатҡыс аппараттың күбеһе бәреп төшөрөлгән. Мина ярсыҡтарынан йәрәхәтләнгән 7 кеше Мәскәү өлкәһе Домодедово дауаханаһына килтерелгән, шуларҙың өсәүһе - сит ил граждандары. Дошман дрондары Подольск, Домодедово, Одинцово ҡалаларында торлаҡ йорттар өҫтөнә төшөп шартлай, янғындар сыға. Был турала Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев хәбәр итә. РФ Тәфтиш комитеты Котовск һәм Электросталь логистика үҙәктәренә һөжүм һөҙөмтәһендә тыныс граждандар һәләк булыуы сәбәпле, теракт тураһында енәйәт эше ҡуҙғатты. Рәсәй Ҡораллы көстәре Киевҡа төбәп, "Кинжал" баллистик, "Циркон" ракеталары һәм дрондар менән көслө яуап уты асты: 19 июлгә ҡарай төндә Украинаның хәрби-сәнәғәт комплекстары һәм логистика үҙәктәрен, пилотһыҙ осоусы шартлатҡыс аппараттар йыйыу-етештереү пункттарын юҡҡа сығарҙы, тип хәбәр итә хәрби эксперт Анатолий Матвейчук "АиФ" аҙналығына.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, дошман дрондары ямғырҙан һуң ҡотороп үрсегән бәшмәк төҫлө тиҫтәләп йөҙәрләгән һанда Рәсәй өҫтөнә яуҙырыла, ә иң яманы: тыныс граждандар ғүмерен өҙә, торлаҡ йорттарҙы емерә, яндыра һәм иң ҡурҡынысы - был хәл, кемдер комментарийҙа әйтмешләй, "көндәлек, ғәҙәти" күренешкә әүерелә бара. Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенә туҡтауһыҙ террористик һөжүме менән Украина ҡурҡытыу маҡсатын ғына күҙҙә тотмай, ә көнбайыш партнерҙары иғтибарын да йәлеп итмәксе. Шул уҡ ваҡытта улар граждандар объекттарына һөжүмдең хәрби енәйәт икәнлегенә күҙ йома.
Әйткәндәй, "Европа икегә бүленә" бара, тип яҙа донъя мәғлүмәт сығанаҡтары: Евросоюздың өстән бер өлөшө Киев режимына ярҙам итеүҙән баш тарта. Spigel немец журналы яҙып сығыуынса, 2023 йылда Украинаға хәрби ярҙам яҡлы 21 илдән бөгөнгө көнгә 14 кенә ил тороп ҡалды. Хатта ки Австрия, Германия, Греция, Италия, Португалия һәм Франция Рәсәйгә ҡаршы әҙерләнгән 21-се санкция пакетын йомшартыуҙы талап иткәнлектән, Евросоюз әлегә был документ буйынса килешеүгә өлгәшә алмай. Тик был илдәр, үкенескә күрә, үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта һәм санкцияны бөтөнләй юҡҡа сығарыу яҡлы түгел.
Шуныһы ҡыҙыҡ: Рәсәйгә мөнәсәбәтендә айырыуса Германия лидерының ыңғайға үҙгәреүе һәм Мәскәү менән килешеүгә ынтылыуы һиҙелә. Баҡтиһәң, аҫтына һыу үтә башлаған икән. Канцлер Мерцтың үҙенең таныуынса, "илдәге энергетика көрсөгөнөң сәбәбе - Рәсәйҙән газ килмәүендә". Ләкин тарих ағышын һәм әҙәм баштарын бутаусы һәр ваҡыт табылып ҡына тора. Отставкаға киткән Кир Стармер урынына килгән Британияның яңы премьеры Энди Бернем вазифаһына инер-инмәҫтән ГФР канцлеры Фридрих Мерц, Франция президенты Эмманюэль Макрон һәм НАТО-ның генераль секретары Марк Рютте менән телефондан һөйләшә һәм Украинаға ярҙам мәсьәләһен нығытып ҡуя. Өҫтәүенә, ошо көндәрҙә Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ) етәкселеге Киев режимын күтәрмәләү маҡсатында 690 млн доллар кредит бүлеү планын хупланы. Шулай итеп, Европалағы оппозицион көстәрҙең кәйефе Евросоюздың Рәсәйгә ҡаршы сәйәсәтен үҙгәртә алыуы икеле, тип фаразлай сәйәси күҙәтеүселәр.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Ҡартлыҡ бәхет була алмай. Ҡартлыҡ - тыныслыҡ һәм бәлә генә була ала. Уны хөрмәт итһәләр, ҡартлыҡ тыныслыҡ кисерә. Онотһалар һәм яңғыҙлыҡта ҡалдырһалар, ул бәләгә әүерелә.

(В. Сухомлинский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru