
Мин хәрби табип булып хеҙмәт итеп йөрөгән гарнизондан бер саҡырым тирәһендәге ауыл ситендә Фазанка тип аталған бер күл бар ине. Йәйге эҫелә уның буйы һыу инеүсе бала-саға менән тула. Ял көндәре ололар ҙа унда килеүсән. Шулай бер ял көндө, ике улымды эйәртеп, мин дә килдем. Сисенеп, башҡаларҙан ситтәрәк, аулағыраҡ урын табып, беҙ ҙә һыуға төштөк.
Күпмелер ваҡыттан, халыҡтың иң күп йыйылған урынында балалар ҙа, ололар ҙа ни өсөндөр мыжғып алып киткәндәй тойолдо. Ололар йөҙөү, сумыу буйынса ярышалар ине, буғай. Уларға әллә ни иғтибар ҙа итмәй, улдарым менән мин, ярыша-ярыша йөҙөп, уйнауыбыҙҙы дауам иттек. Тағы бер ун минут тирәһенән, әлеге халыҡ йыйылған урынға яҡыныраҡ барып килгән өлкән улым Салауат: "Атай, бер бала батҡан, буғай, шуны эҙләйҙәр икән баянан бирле", - тине. Һыуҙа мыжғып, селбәрәләр һымаҡ сумып, йөҙөп йөрөгән балаларҙың кемеһе сумып, кемеһе кире сыҡҡанын абайламай ҡалғандар, күрәһең. Мин дә улар янына барып, һыу төбөнә сумып, эҙләнеп йөрөгән ололарға ҡушылдым. Күл һыуы буръяҡ булғанға күрә, күҙҙе асмай сумабыҙ, әлбиттә. Тағы биш-ун минут үткәс, сираттағы сумыуымда, һыу төбөндә бер баланың аяғынан тотоп алдым. Тәрәнлеге ике-өс метр самаһы булған был һыу төбөнә сумып еткәнсе, үпкәмдәге тыным бөткәйне. Өҫкә йөҙөп сыҡтым да, ныҡ ҡына тын алып, ҡабаттан сумдым. Бала сағымдан һыуға сумып, оҫта ғына йөҙөп өйрәнгән булыуым бында ярҙам итте. Һул ҡулым менән малайҙың бер аяғынан тотоп, икенсе ҡулым менән ишеп, ҡабат өҫкә ҡалҡып сығыуыма йәнә тыным бөттө. "Бына, таптым, алығыҙ", тип кенә ҡысҡыра алдым яҡындағы кешеләргә. Ике ир, малайҙы тотоп алып, ярға ҡарай йөҙөп китте. Улар артынан мин дә эйәрҙем.
Ярға алып сыҡҡас та, табип кеше булараҡ, был үҫмергә, һис кисекмәҫтән, беренсе ярҙам күрһәтергә тотондом (батҡанына кәмендә ун биш минут үткән булыуына ҡарамаҫтан). Ҡарамаҡҡа 11-12 йәшлек ине был үҫмер. Муйынындағы барлау тамырына баҫып, йөрәге туҡтағанын раҫланым, был хаҡта тирә яғымда торған тиҫтәләгән шаһиттарға ла әйттем… Тубығыма йөҙтүбән һалып, үпкәһендәге ҡыуын ҡоҫторҙом, унан салҡан әйләндереп, ергә һалдым да, ауыҙына өрөп, яһалма тын алдыра, йөрәгенә массаж яһарға тотондом. Шул арала госпиталдән ашығыс ярҙам машинаһы ла килеп етте. Фельдшерҙан оҙон энәле шприц менән адреналин һорап алып, йөрәгенә укол да ҡаҙаным, әммә баланың йөрәген эшләтеп ебәреп булманы. Үлем осрағын раҫлау хаҡындағы акт төҙөгәндән һуң, фельшер уны "санитарка" машинаһына һалып, алып китте. Ошоноң менән эш тамам булһа, бәлки, был хаҡта яҙып та тормаған булыр инем…
Малайҙы ҡотҡарып булмаҫын алдан белеп тә, ни өсөн бына ошо эштәрҙе башҡарған тип уйлайһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар? Эйе, табип бурысын атҡарыуым ине быныһы. Әгәр ҙә һыуҙан сығарғас та "Ярҙам күрһәтеүҙән бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ, малай үлгән бит инде" тип, ҡул һелтәп китеп барған хәлдә, һуңынан минең үҙем менән ни булыр ине тип уйлайһығыҙ? Дөп-дөрөҫ! Ошо хәлдән һуң ике-өс аҙна үткәс, минең ҡабул итеү бүлмәмә бер ҡатын килеп инде. Һаулыҡ һорашҡас, үҙен таныштырҙы. Әлеге күл буйындағы ауылдың кешеһе - батып үлгән малайҙың әсәһе икән.
- Доктор, минең улыма һыу буйында һеҙ беренсе ярҙам күрһәтеп маташҡанһығыҙ тип ишеткәйнем…
- Эйе, тыңлайым һеҙҙе. Ярҙам күрһәтеп маташыу ғына ла түгел, улығыҙҙың кәүҙәһен һыу төбөнән табып, һөйрәп сығырыусы ла мин инем…
- Улымды һыуҙан сығарғанда уның беләгендә пульсы булған икән тип ишеттем…
Бына эш ниҙә! Әлеге ваҡиғаны тағы иҫләнем. Малайҙың йөрәгенә мин массаж яһаған саҡта бер ҡатын килеп, уның беләгенән тотҡолап: "Пульсы бар, ахырыһы…" тип һөйләнә ине шул. "Малайҙың батып үлгәненә ун биш минуттай ваҡыт үткән, йөрәге лә эшләмәй, ниндәй пульс тураһында һүҙ алып бараһығыҙ! - тигәйнем уға етди ғына. - Һеҙ үҙегеҙҙең бармаҡ осондағы пульсығыҙҙы тояһығыҙ!.." Фельдшер менән үлем осрағын аныҡлау акты төҙөгән арала әлеге ҡатындың "Мин - экстрасенс, хәҙер йөрәген эшләтеп ебәрәм" тип, мәйет янында ҡулдары менән сәйер хәрәкәттәр яһауына әллә ни иғтибар ҙа итмәгәйнем… Ошо хаҡта әлеге малайҙың әсәһенә бик ентекләп һөйләп бирҙем.
- Һыу аҫтында тын алмай биш-алты минуттан артыҡ ятҡан кешенең баш мейеһендә кире ҡайтарып булмаҫлыҡ (необратимый) процестар башлана, унан бер кем дә тере ҡалмай. Ә һеҙҙең улығыҙ бик оҙаҡ ваҡыт булған бит күл төбөндә. Экстрасенстарҙы күберәк тыңлаһағыҙ, улар тағы әллә ниҙәр һөйләр һеҙгә!
- Шунан тағы, госпиталдән "скорый" һуңлап килгән, тип тә әйтәләр… - тине әсә кеше, тауышы бер аҙ ҡалтыранғандай тойолдо.
- Әйткәндәй, госпиталдән "ашығыс ярҙам" бик тиҙ килеп етте, - тинем уға мөмкин тиклем тынысыраҡ итеп, - тик, әлеге әйтмешләй, малай үлгән ине. Улығыҙҙың кәүҙәһен һыу төбөнән сығарған мәлдә "скорый" ярҙа көтөп торған хәлдә лә хатта, минең урында берәй күренекле медицина профессоры булһа ла, уны бер кем дә ҡотҡара алмаҫ ине. Оло ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың нервыһын бөтөрөп, унда-бында йөрөмәҫкә кәңәш итәм.
Минең мөмкин тиклем асыҡлап, тыныс итеп аңлатыуым әсә кешенең күңеленә барып етте булһа кәрәк - башҡаса килеп бимазалап йөрөмәне. Ә шулай ҙа… күңелдә ниндәйҙер күңелһеҙ тойғо ҡалды. Минең урында, бәлки, кемдер берәү: "Нишләп балағыҙҙы һыу буйына ҡарауһыҙ ебәргәнһегеҙ, фәлән дә төгән…" - тип, был ҡатынды ҡыҙҙырып та сығарыр ине. Әммә мин әсә кешенең ауыр хәлен аңлап, сабырлыҡ күрһәтергә тырыштым да инде…
Тағы бер шундай сетерекле хәл. Күлдә генә түгел, хатта бассейнда ла бер ҡыҙ бала батып үлгән ваҡиға хәтеремдә. Шул уҡ беҙҙең гарнизонда. Быға мин шаһит булманым, әммә баланы ерләгәндә ата-әсәһенең ҡайғыһын уртаҡлашыуҙа ҡатнаштым. Һыуҙың тап-таҙа, үтә күренмәле булыуына ла ҡарамаҫтан, ете-һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың һыу төбөнә киткәнен был юлы ла абайламай ҡалғандар. Әлеге әйтмешләй, сумып йөрөймө ул, батып барамы, күп балалар араһында иғтибар итмәгәндәрҙер, күрәһең. Унда беҙҙең госпиталдең хирургия бүлеге мөдире подполковник Болтыков Владимир Анатольевич та һыу инеп йөрөгән булған. Һыу аҫты күҙлеге кейеп, бассейн трассаһы буйлап, унда-бында тиҙлеккә йөҙөп йөрөгән был табип әлеге ҡыҙҙың һыу төбөндә хәрәкәтһеҙ ятҡанын шәйләп алған. Сумып, уны һөйрәп алып сыҡҡан. Был ҡыҙҙың да йөрәге туҡтаған булған. Күпме ятҡаны билдәһеҙ, әммә, массаж яһап, ауыҙына өрөп тын алдыра башлағас, ҡыҙҙың йөрәге эшләп киткән, үҙаллы тын да ала башлаған. Тик, әлеге әйтмешләй, баш мейеһе "үлеп" өлгөргән булған. Госпиталгә алып килгәс, яһалма тын алдырыусы аппарат ярҙымында өс-дүрт көн ятҡандан һуң, баланың йөрәге ҡабаттан туҡтаған… Һуңынан докторҙың прокуратураға саҡыртылып, аңлатмалар яҙып, көйөп йөрөгәне хәтеремдә. Был осраҡта баланың ата-әсәһе, бассейнда "терелтелгән" ҡыҙҙары госпиталдә дөрөҫ дауаламау сәбәпле үлгән, тип ялыу яҙғандар. Бер ниндәй ҙә ғәйепһеҙ әлеге табип барыбер үҙенең "дөйә түгеллеген" иҫбатларға мәжбүр булған...
Һүҙ аҙағында. Был табиптар ҡалай булдыҡһыҙ, ике кешенең ғүмерен ҡотҡарып ала алмаған, тип, әлеге ата-әсә һымағыраҡ фекер йөрөтөүселәр ҙә табылыуы ихтимал. Моғайын, уҡыусыларым мине дөрөҫ аңлағандыр тип ышанам. Бөгөнгө һүҙемдең маҡсаты - тап ана шул ҡайғылы осраҡтарҙы миҫал итеп килтереп, ата-әсәне һәм балаларҙы иҫкәртеү булды. Әлбиттә, һыуға батыусыны ҡотҡарған осраҡтар ҙа күп кенә, әммә бөгөн һүҙем улар хаҡында түгел. Әле интернет селтәрен ҡарап, уҡый башлаһаң, сәстәрең үрә торорлоҡ бит! Быйыл йәй генә Башҡортостанда әллә нисә тиҫтә кеше һыуға батып үлгән. Улар араһында балалар ҙа бар. Балаларығыҙҙы ҡарауһыҙ һыу буйына ебәрмәгеҙ, тип әйтеүем.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА