
"Әсә һөтө менән инмәгән, кәзә һөтө менән инмәй" ти башҡорт халыҡ мәҡәле.Бында һүҙ кешегә әсә һөтө менән генә тапшырыла торған ҡиммәттәр һәм төшөнсәләр хаҡында бара. Урынлы һорау тыуа: сит әсәнең күкрәк һөтө менән балаға уның да күркәм сифаттары күсәме икән? Был һорауға яуап бирер өсөн бер фәһемле ваҡиғаның юҫығына күҙ йүгертәйек.
Бер ҡалала етем генә малай йәшәгән. Аслы-туҡлы көн итеүенә ҡарамаҫтан, уның уҡырға, белем алырға ынтылышы көслө булған. Хатта уҡыу өсөн түләргә аҡса эшләү маҡсатында ваҡ-төйәк әйберҙәр һатып, өйҙән-өйгә ҡырҡтартмасы булып йөрөгән. Шулай сираттағы сауҙа эшендә йөрөгәндә ул үҙенең ныҡ ҡына асығыуын тойған. Малай, хәле бөтә башлағас, бер йорттоң тупһаһына килеп йығылған. Шунда ятып, бер аҙ хәл алғас, йорттоң ишеген туҡылдатып, ярҙам һорарға, саҡ ҡына, үлмәҫлек кенә булһа ла тәғәмләнергә уйлаған. Ишекте мөләйем йөҙлө бер ҡатын асҡан һәм, малайҙың хәле мөшкөл икәнлеген аңлап, уға бер стакан һөт эсергән.
- Кеҫәмдә бер тин генә аҡсам бар, һеҙгә һөт өсөн күпме түләргә һуң? - тип һораған һөттө бер тынала күтәреп эсеп, һөйләшерлек хәлгә килгән малай ҡыуанып.
- Бер тин дә кәрәкмәй, мин бит был һөттө һиңә хәлең әҙ генә булһа ла еңеләйһен өсөн ысын күңелдән эсерҙем. Башҡа ризығым да юҡ, - тигән ҡатын.
Атҡа атланғандай ҡыуанған малай ҡатынға ысын күңелдән рәхмәт әйтеп, изге кешене юлына сығарған өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтеп, доғалар бағышлап китеп барған. Был ваҡиға малайға шундай рухи һәм физик көс биргән. Ул донъяла изге кешеләр барлығына ҡыуанып, тағы ла тырышыбыраҡ уҡып, мәктәпте яҡшы тамамлап, тағы ла шундай уҡ тырышлыҡ менән медицина институтында белем алып, доктор булып киткән.
Йылдар үткән. Малай күптән инде урта йәштәрҙәге кешегә әүерелеп, бәхетле ғаилә ҡороп, һөнәре буйынса абруйлы дәрәжәләр яулап, ҙур ҡала дауаханаһында эшләп йөрөгәнендә уның клиникаһына сит ҡаланан ауыр хәлдәге ҡатынды килтерәләр. Доктор пациентының документтарындағы адреста үҙенең тыуған ҡалаһы атамаһын уҡыған. Шунан ул ауырыуҙың хәле менән яҡындан танышыу маҡсатында палатаға ингән һәм ҡасандыр үҙен ҡотҡарыусы теге ҡатынды таныған. Ҡатындың хәле, ысынлап та, үҙе көткәндән дә аянысыраҡ булған. Әммә доктор үҙенең бар тәжрибәһен һәм иғтибарын шул ҡатынды аяҡҡа баҫтырыуға һалған. Ситтән тәжрибәле табиптар саҡырып, консилиумдар үткәреп, ҡатынды һауыҡтырыуҙың һөҙөмтәле юлдарын, ысулдарын эҙләгән. Уның тырышлығы бушҡа китмәгән. Сир сигенгән. Ҡатын аяҡҡа баҫҡан. Тик доктор ҡатынға үҙенең кемлеген әйтмәгән. Ҡатын тулыһынса һауығып, өйөнә ҡайтып китер алдынан клиниканың бухгалтеры докторҙың кабинетына ауырыуҙы хеҙмәтләндереү өсөн түләнергә тейешле квитанцияны тотоп ингән. Доктор квитанцияға ҡултамғаһын ҡуя һәм ниндәйҙер һүҙҙәр өҫтәп яҙа...
Ҡатын үҙен ҡотҡарыусы докторға һәм башҡа клиника хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттәр әйтеп, улар менән хушлашҡандан һуң, өр-яңынан тыуғандай, ҡыуанып-шатланып вокзалға йүгергән. Уның яңы тормош башлауынан тыуған шатлығы шул тиклем көслө булғандыр, ул фәҡәт үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтып етеп, фатирына ингәс кенә квитанцияны иҫенә төшөргән. Ҡатын ҡағыҙҙы асып ҡараған һәм ундағы яҙылған һүҙҙҙәрҙе уҡып, ҡолап китә яҙған: "Ауырыуға күрһәтелгән хеҙмәт бер стакан һөт менән тулыһынса түләнде", - тип яҙылған булған унда. Ҡатындың шатлыҡ йәштәре йылға булып аҡҡан. Сөнки квитанцияны асып ҡарар алдынан уны икенсе бер борсолоу ҙа солғап алған булған. Уның яҡынса иҫәпләүҙәре буйынса ҡатынға бөтөн ҡалған ғүмере буйына пенсияһынан өҙөп-йолҡоп доктор күрһәткән хеҙмәт өсөн түләргә тура килер ине. Икенсенән, ҡатын бынан күп йылдар элек бер етем малайға ярҙам итеп ебәреүен иҫенә төшөргән һәм шунда уҡ Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырырға тотонған. Иң мөһиме, ҡасандыр йорт ишеген ҡаҡҡан арыҡ малайға ҡатын үҙенең күкрәк һөтөн эсергән икән...
Бында, әлбиттә, барыһынан бигерәк күкрәк һөтөнөң ниндәй илаһи ҡөҙрәткә эйә булыуы хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин булыр ине. Ғалимдар донъяға тыуып, тәне, килбәте, булмышы формалашыуҙа сабыйға күкрәк һөтөнөң ни тиклем кәрәк һәм мөһим булыуы хаҡында ҡалын-ҡалын китаптар ижад иткән. "Күкрәк һөтө имеп үҫкән баланың иммунитеты ныҡ була, ул бер ниндәй ҙә ауырыуҙарға бирешмәй. Күкрәк һөтө сабыйҙы бигерәк тә инфекцияларҙан, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, шәкәр диабетынан һаҡлай. Ундай бала һау-сәләмәт була, күкрәк һөтөндә кальций, лактоз, таурин, липид, иммуноглобулин, лактоферрин кеүек башҡа бик күп элементтар, ферменттар һәм витаминдар күп булғанлыҡтан, күкрәк һөтө үҙе генә лә тотош медицина пакетын алмаштыра ала... " тигәнде генә әйтеп китеү ҙә күпкә ишара.
Ҡыҫҡаһы, күкрәк һөтөнөң әһәмиәте бәхәсһеҙ, был - аксиома. Шуға күрә мин бында медицинаны саҡ ҡына ситкәрәк ҡуйып, әсә һөтө төшөнсәһенең икенсе бер аспекты хаҡында һүҙ алып барыуҙы урынлы һанар инем. Ул, әлбиттә, тәрбиә нигеҙе булған ғаиләнең, әсәй наҙының, атай хәстәрлегенең рухи аспекты. Миңә ҡалһа, әйтемдәге төп фекер һәлмәклеге тап ошо рухи тәрбиәгә ҡайтып ҡала ла инде.
Бер генә миҫал. Һуңғы йылдарҙа - ул элегерәк тә шулай ине - ата-әсәләрҙең ҡайҙалыр хеҙмәт итеүен сәбәп итеп килтереп, иң төп тәрбиә бурысын мәктәпкә һәм мәктәпкәсә учреждениеларға ҡайтарып ҡалдырабыҙ. Әммә тормош һәм ваҡыт бының киреһен дә раҫлай килә. Ни өсөн тигәндә, әгәр ҙә балаға тәрбиә нигеҙе тыуғанға тиклем һәм тыуғастуҡ ғаиләлә һалынмаһа, булмаған нигеҙгә мәктәп нимә ултырта ала тиһегеҙ? Ярай, әйтәйек, алдынғы ҡарашлы уҡытыусы тырышып-тырмашып, бар күңелен һәм ваҡытын биреп, балаға мәктәптә ниндәйҙер белем һәм тәрбиә бирҙе, ти. Әммә был белем һәм тәрбиә ата-әсәнең интеллектуаль һәм рухи кимәле менән нығытылмаһа, мәктәптә тырышып уҡып, ҙур өмөттәр менән үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан бала тормошҡа әҙер булмай сығыуы ла бар бит.
Туған телгә, мәҙәниәткә, сәнғәткә мөнәсәбәт йәһәтенән дә мәсьәлә шулай уҡ тора. Был тормоштоң кешелек яратылғандан алып һаҡланып килгән тәртибе, дөрөҫөрәге, тәртипһеҙлеге: "Әсә һөтө менән инмәгән, кәзә һөтө менән инмәй..."
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА