
Беҙ үпкәләүҙең бала йәки ҡатын-ҡыҙға ғына хас хис-тойғо булыуына күнеккәнбеҙ. Әммә һуңғы йылдарҙа ир-егеттең һүҙгә, шаяртыуға, иҫкәрмәләргә йәки уларҙың фекере менән һинеке тап килмәгән күренештәргә кире реакцияһы көсәйҙе. Йәғни, улар ҙа үсексәнгә әйләнде.
Бөгөнгө йәмғиәт көслөрәк булырға саҡырған дәүерҙә улар, киреһенсә, йомшаҡайға, наҙлыҡайға әүерелә түгелме? Миҫалға бер ағайҙы килтермәксебеҙ. Күптән түгел редакцияға килгәйне. Гәзиткә яҙылырға килгәндер тип ҡыуанғайныҡ, киреһенсә булып сыҡты. Үҙенең үсегеүен әйтергә ингән икән. "Гәзитегеҙгә яҙылмайым, мин яратмаған кеше тураһында мәҡәлә баҫҡанһығыҙ", - тине ул. Бынағайыш... Психологияла "урта йәш, оло йәш кризисы" тигән термин бар. Ысынлап та, көрсөккә килеп терәлгәнме был аҡһаҡал? Көнләшәме тиһәң, инде хәҙер көнләшеп, көнәркәләшеп, ярышып, уҙышып йәшәр йәштән уҙған.
Ошо ваҡиға уйға һалды. Ысынлап та, беҙ, ҡатын-ҡыҙ, көслө зат тип күрергә теләгән кешеләр бер көндө килеп ниңә көсһөҙлөк күрһәтә икән? Әллә "һаҡлаусы кейемен", йәғни ирлеген, көрлөгөн, физик көсөн юғалтыу уларҙың холҡона шулай тәьҫир итәме? Мәҫәлән, ҡасандыр был ағай үҙен бөтә проблемаларҙы хәл итеүсе итеп танытҡан. Башҡалар менән етәкселек иткән. Аҡыл кәрәк булған ерҙә - аҡыл, көс кәрәк булғанда - көс, тауыш кәрәк булғанда тауыш ҡулланған. Ә хәҙер мөҙҙәтле ялда, кәре лә, көсө лә ҡарттарса. Ғаиләһендә лә күптән "баш булыу" статусынан мәхрүм. Ошо күренештәргә протест белдереүе генә булмаһа әлеге уның үсегеүе.
Элегерәк өҫтәлгә һуғып булһа ла үҙенең хаҡлығын, өҫтөнлөгөн өҫкә сығарһа, бөгөн бының өсөн штраф сәпәүҙәре йәки социаль селтәрҙә тәнҡиткә эләгеү хәүефе үсегеү тойғоһона әйләнгәнме икән ирҙәрҙең? Һуғыша, һүгенә алмағас, әрләй алмағас, агрессияһын сығара алмай, күңел түрендә үпкә булып оялайҙыр, моғайын. Үсегеү - баҫтырылған, бикләнгән асыу бит ул.
Бында тәрбиәнең дә роле барҙыр. Малайҙар һәм ҡыҙҙар бергә уҡығас, айырым тәрбиә биреп булмай. Ата-әсә лә еңелергә, тәнҡит ҡабул итергә һәм сиктәрҙе һаҡларға өйрәтмәй. Һөҙөмтәлә өлкәнәйгәс тә ир-егет үҙен көсһөҙ тип күрһәткән кешеләрҙе кисерә алмай һәм уға ҡарата үпкә тойғоһо барлыҡҡа килә. Һәр уңышһыҙлығын һәләкәт тип ҡабул итә һәм ғәйеплеләрҙе эҙләй, сөнки уның психикаһы еңеп сығыу өсөн күнекмәгән, тип кенә аҡламаһаҡ уларҙы.
Ә, бәлки, ирҙәр үпкәләмәйҙер, тик беҙ, ҡатын-ҡыҙ, уларҙың үсегә белеүен яңы ғына күргәнбеҙҙер, тип тә уйлап ҡуяһың.
Шулай ҙа, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, бөгөн дә йәмғиәт элекке кеүек ир-егеттең көслө, әммә агрессив түгел, һиҙгер, әммә ваҡсыл түгел, уңышлы, әммә тыйнаҡ булыуын теләй.
Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА