«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ БАЛА МЕНӘН
+  - 


Йөрәгеңдә ил ҡотондай - һүнмәһен ут,
Ата-баба аманаты - үлмәһен рух.
Саңың оло, Уралтауҙай дәрәжәле,
Аҡ намыҫтан айырыла күрмәһен ул,
Бар халҡыңдан айырылыу белмәһен ул!


"Ҡарында ятҡан баланың - хан булаһын, биләүҙә ятҡан баланың бей булаһын кем белгән?" тигән әйтем бар халыҡта. Ҡарында йәки биләүҙә ятҡан баланың киләсәктә кем булырын белмәһә лә, үҙе уҡытҡан, үҙе тәрбиәләгән баланың киләсәктә ҡайһы йүнәлештә, ниндәй һуҡмаҡтан китерен уҡытыусы һиҙә, белә һәм күрә йөрөй. Йылы тупраҡта тамыр йәйҙереп, ҡарап, тәрбиәләп торһаң, тәҙрә төптәрендәге гөлдәр ҙә шиңмәй, һулымай, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға ҡарамай, йәшел килеш һаҡлана. Белем биреү һәм үҫтереү - мәктәптең төп бурысы булһа, дөрөҫ тәрбиә биреү - һәр беребеҙгә ҡағылған эш.

Ата-әсәң кем?

Балаларҙа иң изге сифаттар тәрбиәләүҙе ата-әсәләрһеҙ күҙ алдына килтереп тә булмай. Шуның өсөн уҡытыусыларға ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләү шарт. Күпме ғаилә бар - шул тиклем яҙмыш. Улар бер-береһенә оҡшамаған. Шулай ҙа һәр бер ғаилә өсөн төп шарттарҙы халыҡ билдәләгән: халыҡ аҡылына ҡолаҡ һалған кеше үҙ тормошонда ҙур хаталарға юл ҡуймай.
Ә хәҙер барығыҙ ҙа йәш саҡтарығыҙға кире ҡайтығыҙ һәм үҙегеҙҙең әле яңы ғына атай, әсәй булған мәлегеҙҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Кемдәр инде был яуаплы ла, бәхетле лә мәлдәрҙе әлегә кисереп өлгөрмәгән, туғандарығыҙҙың сабый сағын иҫләгеҙ.
Сәңгелдәктә йәш әсәнең тәжрибәһеҙ ҡулдары менән йүргәккә төрөлгән сабый ята. Тәүге ауазын ишеттереп, тағы ла бер тынғыһыҙ йән эйәһе донъяға килгән. Ғаләм буйлап уны тормош менән тоташтырыусы, йәшәтеүсе тылсымлы нур һуҙылған. Ул нур сабыйға бәхет, матур тормош вәғәҙә иткәндәй, сағыу йондоҙға әүерелгән. Ошо нурҙың сағыулығын һаҡлау, баланы бәхетле, тәүфиҡлы итеп үҫтереү өсөн ата-әсәнән дә, уҡытыусынан да ҙур көс талап ителә. Ә тәүфиҡлы булыу - кешегә иң кәрәкле сифат. Тәүфиҡлы кешенең йөҙөнән нур балҡып тора. Тәрбиә эшендә ата-бабалар тәжрибәһенә - халыҡ педагогикаһына мөрәжәғәт итмәйенсә, ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешеп булалыр, тип күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел.
"Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ!" тигән аҡыллы ҡарттар. Ил йөрәге беҙҙең балаларҙан башлана ла инде. Әйтер һүҙебеҙҙе үҙ балаларыбыҙҙан, үҙебеҙ тәрбиәләгән уҡыусыларҙан башлаһаҡ, башҡалар һүҙ аҡылы ғына түгел, эш аҡылы ла алыр. Шуның өсөн, теге йәки был баланы артабан шәхес итеп үҫтерер алдынан уның ниндәй мөхиттә, кем ҡулында, ниндәйерәк шарттарҙа тәрбиәләнеүен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк.
Һәр кемдең изге уй-теләктәре ғаиләһе менән бәйле. Ғаиләлә ата-әсәнең йөрәк йылыһын тойоп, олатай-өләсәһенең аҡылын зиһененә һеңдереп үҫкән кеше йәмғиәттә үҙ урынын таба, башҡаларға ҡарата ла мәрхәмәтлерәк була. Ғаилә - бөтә нигеҙҙәрҙең нигеҙе. Беҙ барыбыҙ ҙа унда ҡанат нығытабыҙ, осорға өйрәнәбеҙ. Тыуған йорт, ғаилә йылыһы беҙҙе ғүмер буйы оҙатып йөрөй. Кешегә, бигерәк тә балаға был йылылыҡ һәр саҡ кәрәк. Ғаилә йылыһы бер-береңде яратып, хөрмәт итеп, ҙурлап, ҡайғыртып йәшәүҙә тыуа. Ғаилә бәхете - ил бәхете. Уны ир менән ҡатын тыуҙыра. Ул - уртаҡ бәхет. Ғаилә - кешенең бишеге, тыуған йорто, йәшәү мәғәнәһе, кешелектең башланғысы.
Ҡош - осор өсөн, кеше бәхет өсөн яратылған. Бәхетле булыу өсөн бик күп нәмә: тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн, көнкүреш уңайлыҡтары, һине ярата торған кеше, йәнең теләгән эш, тыуаһы көнгә ышаныс булыу, бигерәк тә эргәңдәге кешеләрҙең һине ихтирам итеүе кәрәк. Мөһабәт буй-һын, матур төҫ-баш, ныҡлы сәләмәтлек, зирәк аҡыл да артыҡ түгел.
Ата-әсә һөйөүе, саф дуҫлыҡ, яғымлылыҡ, асыҡлыҡ, дөрөҫлөк, ҡыйыулыҡ һәм күңел байлығы уратмаһында үҫкән бала нисек итеп үҙен бәхетһеҙ тойһон, ти!
Ата-әсә һәр буш ваҡытты балалары менән бергә үткәрергә тейеш. Бала ғаиләлә йәшәп, иң яҡшы традицияларҙы, йолаларҙы һәм ғәҙәттәрҙе ҡабул итә, үҙләштерә, үҫтерә. Тик ул ғына балаға тулы тәрбиә бирә ала, уның рухи тормошонда ҙур роль уйнай. Ғаилә бала шәхесен формалаштырыуҙа иң мөһим көс булып сығыш яһай. Әгәр ғаилә балаға вайымһыҙ ҡарай икән, бер ниндәй мәктәп тә, тәрбиәсе лә был бушлыҡты тултыра алмай. Шуға күрә ғаилә мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә, бер маҡсатта эш алып барырға бурыслы. Минең балам эш боҙмаҫ, ул ундай түгел, тип ҡул ҡаушырып, тынысланып ултырырға ярамай. Өйөндә тыныс бала мәктәптә бөтөнләй киреһенсә булырға ла мөмкин. Бала яҡшыны - ямандан, һәйбәтте насарҙан айыра белеп үҫергә тейеш.
Баланың һәр ҡылған ҡылығы иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын!
Мәктәп ғаилә менән бергә яңы быуынды тыуҙыра, тәрбиәләй, ҡурсалай, әҙәм итә.
Ауырлыҡтарға ҡарамай, халҡыбыҙ, телебеҙ, рухыбыҙ, башҡортлоғобоҙ бөгөн бар икән, бының өсөн беҙ тик башҡорт ғаиләһенә, ғаилә ныҡлығы булған атай кешегә, ғаилә тотҡаһы булған башҡорт әсәһенә бурыслыбыҙ.
Йорт һалғанда ағастың үҙәге серек түгелен һайлайҙар, арбаға күсәрҙе имәндән эшләйҙәр, кәбән өйгәндә үҙәген нығыта баралар. Кешенең дә үҙәге, рухы ныҡлы булырға тейеш. Бала рухи яҡтан ныҡ, сәләмәт булып үҫһен. Рухһыҙ бала халҡын көсһөҙләндерә. Рухи яҡтан тарҡала барыуыбыҙ нәфсе юлына, ҡан ҡойошҡа этәрә. Рухы һынған халыҡ һаңғыраулана, һуҡырая. Зәғифтәр батшалығына әйләнә барыуыбыҙҙы үҙебеҙ ҙә һиҙмәйбеҙ. Шәйләр инек - күҙебеҙҙе ялтыр- йолтор сағылдыра, ишетер инек - бокал сыңдарынан ҡолаҡ тонған.
Һәр халыҡтың үҙ яҙмышы, шул яҙмыштың иң мөһим ваҡиғаларын теркәп барған үҙ тарихы бар. Халыҡ данлы үткәнен, быуаттар буйына йыйылған рухи хазинаһын үҙ күңелендә туплап килгән. Шул рухи байлыҡты барлай башлаһаң - алмас таш кеүек ялтырап торған оло хазина - халыҡ педагогикаһы иғтибарҙы йәлеп итә. Халыҡ тәрбиәһе илаһи көскә эйә.
Халыҡ педагогикаһында ата-әсәләрҙең балаларға рухи ҡиммәттәрҙе тапшырыуының тиҫтәләгән юлдары бар: баланы әсә ҡарынында уҡ тәрбиәләй башлау менән бер рәттән, бишек йырҙары, баланың исеме, халыҡ ижады ынйылары, ғаилә намыҫы төшөнсәһе, туғанлыҡ тойғолары, ата-әсәнең роле, дуҫтарҙың, урамдың йоғонтоһо, милли калорит һәм башҡа ҡиммәттәргә ҡайтып ҡала.
Бала тәрбиәләү - ғаилә ҡороу кеүек үк, үтә ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле хеҙмәт. Тәрбиә эшендә, ата менән әсәнән тыш, бик күп башҡа факторҙар йоғонто яһай: туғандар, мөхит, йәмғиәт, дуҫтар, китап, кино, телевидение, мәктәп, урам, баланың ҡанына һеңгән холҡо, зауығы, хыялындағы "мине", һәм, хәҙер килеп, телефондар, планшеттар…

Тәрбиә - ҡарында уҡ

Халҡымда "Күлдең йәме - ҡама менән, өйҙөң йәме - бала менән", "Бала шатлығы - тотош туған-ырыу шатлығы" тигән мәҡәлдәр бар. Ошондай изге теләктәр менән көтөп алғандар баланы. Бала ҡарында уҡ быны һиҙә, үҙенең бәхет булып тыуырын тойоп шатлана. Көтөп алынған һәм ошо рухта тәрбиәләнгән бала тормошта үҙен ышаныслы тоя. Тимәк, бала тәрбиәһе ул тыуғанға тиклем башлана. Ә бала тыуҙыраһы әсәне нисек кенә ҡурсаламағандар, һаҡламағандар. "Йөклө ҡатын - фәрештә. Уны һис рәнйетергә ярамай. Рәнйетһәң, түбәңә ҡарғыш төшә, рәнйеү баҫа", - тигәндәр. Йәш балалы ҡатындың да рәнйеүе оҙон, әллә ҡайҙан етеп ала. Йөклө ҡатындың ире йән алмаҫҡа: мал һуймаҫҡа, һунарҙа кейек алмаҫҡа, ағас йыҡмаҫҡа тейеш, тип иҫәпләгәндәр. Былар барыһы ла һау-сәләмәт, бәхетле бала тыуыуға һис шикһеҙ булышлыҡ иткән.

Балаға исем ҡушыу

Исем ниндәй булырға тейеш? Исем ҡушҡанда борон бик ныҡ иғтибарлы булғандар. Исем шатлыҡ, бәхет килтерерлек булырға тейеш, тип иҫәпләгәндәр. "Исеме есеменә тап килһен!" - тип теләк теләгәндәр. Исем ҡушҡанда уның балаға иш булырлығын, төҫ бирерлеген, үҫеп еткәс, күңеленә хуш килерлеген һайлау - ата-әсәнең оло бер хәстәрлеге һәм бурысы. Исем ғүмерлек, булмаһын әҙәм көлөрлөк, тип иҫәпләгәндәр. Кеше бөтә ғүмерен шул исем менән йәшәй. Ҡыҙ бала исемендә - йондоҙ балҡышы, сәскә нәфислеге, ир-ат исемендә ҡылыс сыңы һәм китап аҡылы сағылған. Исем ҡушҡанда баланың йә аҡыллы, йә матур, йә шәжәрәһе буйынса абруйлы, батыр кешегә оҡшауын күҙ алдына килтергәндәр.

Сәңгелдәк йырҙары

Рухи сәләмәтлек тәрбиәләүҙең иң төп шарттарының береһе - матур уй-теләктәрҙе моңға төрнәп, көйләп-һамаҡлап бала күңеленә һала барыу. Әсәйҙәребеҙ шул маҡсаттан сығып бик күп һамаҡлауҙар - сәңгелдәк йырҙары ижад иткән. Әсә йыры - донъялағы иң бөйөк, иң саф йыр ул. Ҡалған бөтә йырҙар ҙа шунан башлана. Сәңгелдәк йыры булмаһа, башҡа йырҙар ҙа булмаҫ та, тыумаҫ та ине. Ә ниндәй матур теләктәр һамаҡлағандар. Күңеленә туған моң һалынған баланы тәрбиәләү күпкә еңелерәк. Көйгә һалынған теләк баланың аңына һеңеп ҡала. Талғын ғына көйгә һалынып, наҙлы ғына һүҙҙәрҙән торған сәңгелдәк йыры ниндәй ҙур әһәмиәткә, тылсым көсөнә эйә булған! Халыҡ һүҙҙәрҙең тәьҫирен генә түгел, уның ҡасан нисек әйтелер рәтен дә, самаһын да белгән. Әсә туған телдә балаһына тик бәхетле, изгелекле, яҡшы кеше булып үҫеүе тураһында ғына һөйләй һәм көйләй. Был йыр халыҡҡа, Тыуған илгә, телгә һөйөү йыры булып һәр беребеҙҙең күңелендә ғүмер буйы һаҡланһын ине. "Ағасты йәштән бөк!" - ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Тыуған илгә, телгә һөйөү, хөрмәт бәләкәйҙән башлана.

Милли кейемдәргә ҡараш

Халҡыбыҙҙың милли кейеменә иғтибар итһәк, улар араһында тәнде ҡыҫып, ҡымтып торғаны юҡ. Иркен кейем - һаулыҡ сығанағы, тән кейем эсендә тын алырға тейеш, ә ҡыҫып торған кейем ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла түлһеҙлеккә алып килә тигәндәр. Төҫөнә лә иғтибар иткәндәр. Ҡара, ҡыҙыл төҫлө кейемдәр һаулыҡ өсөн зарарлы. Ә зәңгәр, йәшел, һары төҫтәр үҙҙәренә ыңғай энергия туплай.
Ҡатын-ҡыҙ, әгәр ҡара төҫтәге күлдәк, костюм кейгән икән, муйын тирәһендә аҡ төҫтәге әйбер, шарф, яулыҡ, биҙәнеү әйбереме, аҡ блузкамы булырға тейеш. Күп әйбер ҡатын-ҡыҙ өсөн матурлыҡ сығанағы ғына булып тормай, ә уны күҙ тейеүҙән дә һаҡлай, тиҙәр. Мәҫәлән, ҡашмау баш кейеме ролен дә үтәй, шул уҡ ваҡытта күҙ тейеүҙән дә һаҡлай. Сәсмәүер ҙә шулай.

Йолаларға бәйле

Иғтибар биреберәк ҡараһаң, күп йолалар сәләмәтлекте нығытыуға, тән гигиенаһына ҡайтып ҡала. Ата-бабаларыбыҙ таҙалыҡ нигеҙендә ныҡлы нәҫел тәрбиәләү хәстәрен күргән. Мәҫәлән, ҡулды йыумайынса, йәш баланы ҡулға алмау, өҫтәл янына килмәү, оҙон тырнаҡтар йөрөтмәү, тәһәрәт алыу, ҡомған тотоу, эсмәү-тартмау, үбешмәү.
1985 йылда Литвала һуғыш ветерандары осраша: ҡосаҡлашалар, үбешәләр. Бер литва ҡатыны:
- Күҙәтеп торам-торам да, һорайым әле. Һеҙ ниңә бер ҙә үбешмәйһегеҙ? - ти Башҡортостандан барған ветеранға.
- Беҙҙең йола ҡушмай. Беҙ бөтә күңел йылыһын, ихласлыҡты күрешеп, ҡул биреп белдерәбеҙ. Үбешеү - гигиенаһыҙлыҡ, - ти башҡорт кешеһе.
- Ә бит дөрөҫ. Ниндәй таҙа халыҡ. Бына шәп йола, - тип хайран ҡала баяғы ҡатын.
Бына изге көн - йома көндө алайыҡ. Һәр мосолман шул көндө 5 изгелек ҡылырға тейеш. Өлгөрмәһә, аҙнаға ҡала. Йоланы һәр төрлө боҙоу ҙур борсолоу менән һәр яҡлап тикшерелгән. Намыҫһыҙ эш ҡылған кеше менән иҫәнләшмәҫ һәм аралашмаҫ булғандар."Намыҫың ҡушҡанса эшлә, йәки намыҫһыҙлығыңды күрһәттең", - тип әйтер булғандар. Кешенең икенсе кеше бәҫен ихтирам итеүенә нигеҙләнгән әхлаки тәртибе тураһында төшөнсә формалаштырылған. Балаларҙа кесе йәштән үк үҙ бәҫе, оят һәм выждан тойғолары тәрбиәләп, әҙәпле тота алыуға өлгәшкәндәр.
Тимәк, йолалар - милләттең меңдәрсә йыллыҡ күҙәтеүҙәре ятҡан күңел хазинаһы. Кисен йоҡлап китер алдынан һәр кем: бала кешеме, өлкәнме, яҡшылыҡ, яманлыҡ ҡылғанын барларға өйрәнһен ине.

Ғаиләлә әсәнең роле

Әсә - бөйөк шәхес, ә ҡатын-ҡыҙ - ғаилә тотҡаһы. Һәм ул бары тик үҙ ғаиләһендә генә бәхетле. Матур-матур балалар үҫтереп, йылы ғаилә усағы ҡабыҙып йәшәүгә ни етә. Һәр ғаилә әсәйҙән башлана. Бөтә уңайлыҡтар ҙа, изгелектәр ҙә әсә һөтөнән. Әсә ергә яңы тормош алып килә, кешелек утын һүндермәй тота, быуындарҙы быуындарға тоташтыра.
Ҡатын-ҡыҙға тәбиғәт тарафынан иҫ киткес яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Ул нәҫелде дауам иттереүсе. Бер ғаилә булып ҡушылған ике яҡтың да иң изге сифаттарын туплаған балалар тыуҙырыу, тәрбиәләп үҫтереү кеүек ҙур эш башҡара.
Баланың аллаһы булған ҡайһы бер әсәләрҙең бөгөнгө көндә үҙ йөҙөн юғалтыуы, эскелеккә һалышыуы аяныслы. Эскән ҡатын-ҡыҙҙы бисура, шайтан менән сағыштыралар. Ғаиләлә атай эсһә - бер бәлә, әсәй эсһә - мең бәлә. Эскән ҡатындың донъяһы ҡотһоҙ була, йортонан бәрәкәт ҡаса. "Йәшел йылан"ға әүрәп, иң мөҡәддәс бурысын - балалар бағыуҙы, донъя көтөүҙе онотҡан мәңге иҫерек әсәйҙәр асыуҙы ҡабарта, нәфрәт уята. Сөнки былай ҙа самалы ҡалған рухи ҡиммәттәрҙең юғала барыуына иҫерек әсәй ифрат та ғәйепле. Әхлаҡ тарҡалыуҙа, иманһыҙлыҡ, енәйәтселек артыуҙа нәҡ эскесе әсәләрҙең өлөшө тосораҡ. Иҫерек әсәй янында туңып, асығып ултырған сабыйҙар йөрәкте әрнетә. Сөнки бәхетһеҙ ғаиләлә үҫкән балалар башҡаларҙан үҙҙәрен кәм тоя. Ундай балалар бәлиғ булғас та бахырлыҡ хисенән арына алмай. Эштән ҡайтыуына ҡотһоҙ өй, һыуыҡ мейес, иҫерек бисә ҡаршылаған ир-атҡа ла Хоҙай сабырлыҡтар бирһен...

Ғаиләлә атайҙың роле

"Атаһы болан алмағандың балаһы ҡолан алмаҫ", ти халыҡ мәҡәле. Йөҙ һәйбәт уҡытыусы ла атайҙы алмаштыра алмай.
Хәҙер үҫмерҙәргә бигерәк тә ир-ат йоғонтоһо етмәй. Эргә-тирәбеҙҙә атайһыҙ ғаиләләр арта бара, уҡытыусыларҙың да күпселеге - ҡатын-ҡыҙ.
Ир баланы тормошҡа, өй эштәренә өйрәтеүҙә атайҙың үрнәге ҙур роль уйнай. Бала ниндәй генә эште эшләүенә ҡарамаҫтан, атайҙың ярҙамын, теләктәшлеген тойһон, сөнки атайҙан күргән уҡ юныр...
Бөгөн беҙ бала тип ҡараған малай һәм ҡыҙҙар киләсәктә үҙҙәре ата-әсә була торған кешеләр. Атай үҙен дә, ғаилә намыҫын да яҡлай. Ысын атай эш урынында - тир түгеп эшләүсе, өйҙә - балаһын ҡосаҡлап һөйөүсе, ҡатынына - яғымлы, ата-әсәһенә иғтибарлы ҡарашлы, өйгә араҡы, хәсрәт түгел, шатлыҡ алып ҡайтыусы, һөйөү һәм хәстәрлек күрһәтеүсе булырға тейеш.
Бала атаһы менән ғорурланһын, саф дуҫлыҡ, яғымлылыҡ, асыҡлыҡ, дөрөҫлөк, ҡыйыулыҡ, күңел байлығы уратмаһында үҫһен. Эскелектән йыраҡ торһон атай булған кеше. Борон бит ҡымыҙ ғына эскәндәр. Ир кеше хатта туйҙа ла иҫереп, абруйын юғалтыуҙан, бөтә кеше теленә эләгеүҙән ҡурҡҡан. Иҫерек атай, өйгә ҡайтып, ғауға ҡуптара, юҡ-барға бәйләнә, бер кемгә лә йән тыныслығы бирмәй. Кейергә кейем, ашарға ризыҡ булмаған ҡотһоҙ өйҙәрҙәге балалар, атайҙың әҙәпһеҙлеген күреп, әсәләре менән ыҙғышҡанын ишетеп, нисек үҙен бәхетле итеп хис итә алһын инде. Нисек итеп кеше, иң аңлы йән эйәһе, үҙ балаһына, ҡасандыр өҙөлөп һөйөп ҡауышҡан йәренә ҡайғы-хәсрәт, күңел ғазаптары алып килерлек эштәр эшләй ала икән?

Өләсәй, ҡартатай тәрбиәһе

Өләсәй, ҡартатай мәктәбен үткән бала һығылмалы аҡылға, һоҡланғыс тәртипкә, тәүфиҡҡа эйә. Элек-электән атай-әсәй, олатай-өләсәй, апай-ағайҙар, бер ғаилә булып, бергә йәшәгәндәр. Бала уларҙың йоғонтоһонда халыҡ йолаларын үҙ зиһененә һеңдереп үҫкән. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә шулай уҡ бөтә ауыл, яҡын-ара ҡатнашҡан. Өлкән быуындың абруйы ҙур роль уйнаған. Ата-әсәне, өлкәндәрҙе хөрмәтләү - төп әхлаҡ васыяттарҙың береһе булған.
Өлкәндәр алдында йәштәр үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡларға, характер күрһәтергә баҙнат итмәгән. Өлкән быуындың яҙмышында йәштәр үҙенең киләсәген дә күргән. Кеше ата-әсәһен нисек ҡараһа, уны үҙ балалары ла шулай ҡараясағын аңлаған. Өлкәндәрҙе "Аҡһаҡал" тип йөрөткәндәр. Ауыр хеҙмәт башҡара алмаһа ла, улар ғаиләлә терәк булып һаналған.
Башҡорттоң аралашыу ҡағиҙәләре нигеҙендә һәр ваҡыт өлкәнде ихтирам итеү принцибы ята. Ул оло кешене сәләмләүҙә, уға юл һәм урын биреүҙә генә сағылып ҡалмай. Балаларҙы өлкәнде ихтирам итергә һәм улар ҡушҡан йомошто үтәргә өйрәткәндәр. Һәр осраған малайҙан кәрәк кешене саҡырыуын, берәй әйберҙе илтеп биреүен, атыңды бәйләүен, алып килеүен һорарға мөмкин булған. Уларҙың береһе лә өлкән кеше йомошон үтәмәүҙе башына ла килтермәгән. Балалар ололар йыйылған ерҙә уйнарға, шауларға ярамағанлығын белгәндәр. Улар эргәһендә тәмәке тартырға, рөхсәтһеҙ һөйләшергә ярамаған. Уларҙың һөйләгәнен кире ҡаҡмай һәм бүлдермәй тыңларға кәрәк булған. Ололар урыны табын түрендә булған, улар менән кәңәшләшкәндәр.
Шулай итеп, бала ололар һүҙенә ҡолаҡ һалырға, рухи тамырҙарын юллай белергә, уйлана, эҙләнә, милли аңын үҫтерә, ырыуҙарының символдарын, халыҡтың тарихын өйрәнергә, шәжәрәһен төҙөй белергә тейеш.

Шәжәрә

Элек-электән ырыу, нәҫелеңде белеү - әхлаҡи йөҙөңдө билдәләү, тигән мотив йәшәй. Әле лә ҡарттар: "Эй, бабаңды белмәгәс, донъяны ҡайҙан белерһең һуң?", йәки "Был әҙәм төпһөҙ, арҡаһыҙ атын-затын, шәжәрәһен белмәй", - тип ҡуялар. Бәхет ҡапҡаһын үрелеп асыр өсөн иң тәүҙә бала ололар, аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, сәсәндәр һүҙенә ҡолаҡ һалырға өйрәнһен. "Оло һүҙен тыңлаған, ҡырын ятып йырлаған, ти боронғолар. Оло һүҙен тыңламаған - оролған да бәрелгән". Ысынлап та, ололар бушҡа әйтмәй. Шул уҡ шәжәрәне генә алайыҡ. Меңәр йылдар буйына тармаҡлана килгән шәжәрә ағасыбыҙҙың быуаттар ҡатламдарындағы тамырҙары ла, күпме ел-дауылдарҙа сыныҡҡан олоно ла, ниндәй генә ҡара көстәр ҡайырырға, ботарларға тырышҡанда ла һаман өҫкә үрләүҙән туҡтамаған. Халҡыбыҙ рухи берҙәмлеге, йәшәүгә ихтыяр көсө менән тере ҡалған, халыҡтар араһында башҡорт милләтенең үҙ-үҙен этнос булараҡ та, ил-йорт булараҡ та яҡлау һәм раҫлау һәләте менән тере ҡалған. Башҡортмон тигән рухлы башҡорт балаһы үҙенең ете быуын ата-бабаһын белергә тейеш. Ғөмүмән, башҡортта ете һанына бәйле бик күп нәмә бар. Әҙәмде лә шул етелек уратып тора кеүек.
Өҫтә 7 ҡат күк, аҫта 7 ҡат ер, күктә 7 йондоҙ, ерҙә 7 мәғдән, аҙнала 7 көн, йәйғор 7 төҫлө, моңдоң 7 өнө, 7 мөғжизә. Ожмах 7 ҡатлы, тамуғы ла. Ҡурайҙа 7 таж. 7 ҡыҙ бейеүе. Әҙәмде ҡотҡармаҡ булып, 7 ясин сығалар, үлгәс, 7-һен уҡыталар. Етегәнгә табынғандар, Етегән шишмәне маҡтағандар. Әкиәт батырҙары 7 юл сатында 7 башлы аждаһаны еңгән, 7 төн уртаһында ен-пәрейҙәрҙе ҡыйратҡан. Сер булһа, уны 7 йоҙаҡ менән бикләгәндәр, хазинаны 7 ҡат һандыҡ эсендә һаҡлағандар. 7 ятты ятҡа иҫәпләгәндәр. Иң ҡаты яза итеп 7 ҡат тиреһен тунағандар. Зирәктәр 7 ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткәндәр. Теүәлдәр 7 ҡат үлсәп, бер ҡат киҫер булған. Бәхетлеләр 7 йәннәт ишеген асып ингән. Мөхәббәтлеләр төнөнә 7 уянған. Шанлыларҙың даны 7 илгә еткән. Еңелгәнде 7-гә бөкләп һалғандар. Кешелә 7 һиҙемләү һәләте бар.
7 быуын ата-бабаны белеү фарыз һаналған тинек. Ни өсөн? Гендар сафлығы мөһим мәсьәлә булған. Яҡын ҡан-ҡәрҙәштәр араһында никах ҡәтғи тыйылған, сөнки ҡәрҙәштәр араһындағы никахтан ауырыу, зәғиф балалар тыуғанын белгәндәр. Уландарына кәләш һайлағанда ла ололар яҡын-тирәнән килен алмаған. Ҡан яңыртырға тырышҡандар. Был да - гендар сафлығына килтереүсе ыңғай күренеш.

Туғанлыҡ терминдары

Ағастың тамыры ерҙә, кешенең тамыры туған-ырыуҙа. Ата-әсәгә изгелек ҡылыу ағастың тамыры булһа, туғандар менән аралашыу ағастың ботағы була. Ата-әсәһенә изгелек итмәгән кеше ағасты тамырынан серетер, туғаны менән араһын өҙгәне - уны ботағынан һындырыр. Ул ағастың япрағы ла, емеше лә булмаҫ, тиелә хәҙистәрҙә.
Кеше ғүмере бәхет менән үлсәнә тиҙәр. Ә нимә ул бәхет? Берәүҙәр уны байлыҡта, икенселәр эштәге уңышта, өсөнсөләр бер-береһен һөйөүҙә, тип иҫбатлай. Бәлки, бәхет уларҙың өсөһө бергә килеүҙәлер. Ата-әсәләр менән мөнәсәбәт - ошо ағастың тамырҙары, яҡшы мөнәсәбәт - йәшәүгә яраҡлы, ныҡ тамырҙар, ҡеүәтле тамырҙар тармағы. Туғандарҙың аралашыуы - был ағастың йәш, яңы тамырҙары. Туғандар мөнәсәбәтен Мөхәммәт Бәйғәмбәр ағастың ботаҡтары һәм япраҡтары менән сағыштырған. Туғандар менән яҡшы мөнәсәбәт киләсәктең нигеҙ ташы булып тора. "Көтөүҙән айырылған ҡуйҙы бүре ашар", ти башҡорт мәҡәле. Яуыз яҙмыштың ҡорбаны булмаҫ өсөн, бер ҡасан да, ниндәй генә хәлдәр тыуһа ла, үҙ тамырыңды, ботаҡтарыңды ҡырҡмаҫҡа кәрәк. Бәхетле яҙмыш - туғандарың, яҡындарың ихтирамында, улар менән яҡшы мөғәмәләлә булыуҙа, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һала белеүҙә, кешесә йәшәүҙә.

Тарихи шәхестәр өлгөһө

Тыуған еребеҙҙең саф һауаһын һулап, теште ҡамаштырырлыҡ һалҡын һыулы, йүгерек шишмә-йылғаларҙың таҙа һыуын эсеп үҫкәнгә батыр ҙа, гүзәл дә ул халыҡ. Элек-электән башҡорттоң фәһем, өлгө алырлыҡ арҙаҡлы шәхестәре булған. Салауаты, Рәмие, Вәлидиһе булған халыҡ -үлемһеҙ ул. Халҡым, тип янып йәшәгән бөйөк кешеләребеҙ, тарихи шәхестәребеҙ исемлеген әллә күпме дауам итергә булыр ине. Балаларыбыҙ яҙмышы, уларҙың киләсәге, халҡыбыҙҙың данлы үткәне, бөйөк шәхестәре хаҡында һөйләшеү алып барғанда, беҙгә бала яҙмышы менән бергә халҡыбыҙҙың үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә, киләсәген дә күҙ уңында тоторға кәрәк.

Урам йоғонтоһо

Үҫмер балалар ваҡыттың күп өлөшөн ғаиләнән, ата-әсә йортонан ситтә үткәрә. Лев Толстой: "Бөтә бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, ә бәхетһеҙҙәре - һәр береһе үҙенсә бәхетһеҙ", - тигән. Хәҙерге заман шауҡымы ла балаға ныҡ йоғонто яһай. Бала яҡшы ғәҙәткә ҡарағанда насарҙарын тиҙерәк отоп ала. Матур ғаиләлә үҫкән бала ла енәйәт юлына баҫырға, тормоштоң ҡәҙерен белмәй, ата-әсәһен, ғаиләһен рәнйетеп, кешелектән сығырға мөмкин.

Уҙған ғүмер, киләсәк...

Кешелек ғүмер буйы йәшәү һәм үлем хаҡында уйланған һәм уйлана. Кеше ғүмере йылдар иҫәбе менән түгел, ә ер йөҙөндә, кешеләр күңелендә ҡалдырған игелеге, яҡшы эштәре менән үлсәнә. "Ғүмер нисек кенә йәшәһәң дә үтә лә китә", - тиҙәр. Был донъяла йәшәү мәғәнәһе, уҙған ғүмер маҡсаты - ул яҡшылыҡ ҡалдырыу. Уҙған ғүмер тиккә генә елеп үткән ат образында һүрәтләнмәй...
Ауыл яғынан елдәй елеп алмасыуар бер ат үтеп китә. "Ни эшләп беҙҙе урап үтте икән был юртаҡ, ни өсөн бер йортҡа ла инмәне?" - тип аптырай икән халыҡ.
Бер егет уның артынан сабып китә. Бик оҙаҡ юғалып торғандан һуң егет кире ҡайта һәм былай ти: "Бер нимә лә һораша алманым. Күҙ асып йомғансы юҡ булды ла ҡуйҙы".
"Әй, улым, - тиҙәр ҡарттар. - Толпарҙы ата-бабаларыбыҙ ҙа ҡыуып тота алманы. Үткән ғүмергә етеп булмай ул."
Бар яҡлап уйландырырлыҡ, ҡатмарлы һәм бөйөк быуат башына килеп еттек. Мәңгелек ваҡыт бәйләнеше кешенең ябай ғына ғүмере һәм йөрәге аша үтә. Ә замандың яҙмышы, киләсәк яҙмышы беҙҙең ҡулда, ҡәҙерле дуҫтар, балаларыбыҙ ҡулында, изгелек орлоғон ниндәй кимәлдә сәсеүҙә.

Нимә ул наҙ?

Наҙ балаларға һулар һауа шикелле кәрәк! Бәләкәй бала беләккә ауыр, ҙурайғас йөрәккә ауыр, тиҙәр. Баланы күтәреп йөрөтөү үҙе бер ваҡыт ҡына. Ғүмере буйы күтәртмәй ул. Әсә-ата ҡулдарының йылыһын тойоп ҡалыуы насар түгел. Күңел йылылығының, наҙҙың әһәмиәтен кеше аҙаҡ ҡына аңлай. Шуға күрә беләккә ауырлыҡ ваҡытлыса ғына икәнлеген иҫтә тотоп, ғүмерлеккә йөрәккә ауырлыҡ алыуҙан һаҡ булырға кәрәк. Бала ғүмере буйы әсә наҙы, атай хәстәре тойһа, байтаҡ ситкә тайпылыштарҙан үҙен һаҡлап алып ҡалыр. Үҙе лә киләсәктә балаларын наҙлап-тәрбиәләп үҫтерер.

Инкубатор себештәре - тауыҡтары үҙҙәре йомортҡа баҫып себеш сығара алмай, себеш үҙе сыҡҡанда йылылыҡ бирелгән, ә наҙ юҡ. Беҙ ҙә, баланы моңдан, наҙҙан мәхрүм итеп, әллә ниндәй һәләттәрен юҡҡа сығарабыҙҙыр.

Алғыш һәм ҡарғыш

Борон ата-бабалар ауыҙҙан сыҡҡан яҡшы һүҙҙең дә, яман һүҙҙең дә, ғаләм гиҙеп, йәнә әйләнеп ҡайтыуына ышанған. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән. Ысынлап та, халыҡ аҡылы яңылышмаған, һүҙҙән, телдән дә көслө нәмә юҡ. Тел йыуата ла, илата ла, көлдөрә, көйҙөрә лә, хатта үлтерә лә. Кешенән ишеткән яҡшы теләктән күңелгә ял була, донъя йәмләнә, йәшәү матурлана. Бер-беребеҙгә йәмһеҙ һүҙҙәр түгел, ә матур алғыштар (теләктәр) әйтһәк, йәшәүе лә еңелерәк булыр. Алғыш әйтеү - башҡаларҙың күңелен күтәреү, изге теләк теләү ул.
Ә ҡарғау ярҙамында кешене байлығынан, тоҡомонан, вазифаһынан, хатта ғүмеренән мәхрүм итергә мөмкин, тип иҫәпләй халыҡ. Ҡарғыштың көсө уның йөкмәткеһендә генә түгел, ә тәрән тойғоларҙа, рәнйеүҙә. Башҡорттарҙа әсә кешенең, бигерәк тә атаның үҙ балаһын ҡарғауы ҙур көскә эйә, тип иҫәпләнә. Әсә кеше балаһын ҡарғаһа ла, ул атаныҡынан барыбер ҡайтышыраҡ була, сөнки бала әсәнең күкрәк һөтөн имеп үҫә. Ошо һөт әсә ҡарғышын барыбер йомшарта. Ә ата менән уның балалары араһында бындай изге нәмә юҡ. Шуға күрә лә ата ҡарғышы ныҡ һәм мул төшә тип аңлатҡан боронғолар.
Дуҫтар, һеҙгә кәңәшем: бер ҡасан да, бер ниндәй шарттарҙа ла асыуығыҙҙы, насар кәйефегеҙҙе балаға төшөрмәгеҙ. Зирәк аҡыл менән тәрбиәләргә тырышығыҙ.
Үҙ-үҙебеҙҙе тота алмай, беҙ балаға, уның эскерһеҙ саф күңеленә күпме зыян килтерәбеҙ. Халыҡ дөрөҫ әйтә: кешене "сусҡа" тип күберәк ата - тиҙән ул хорхолдай башлар.
Яҡшы теләктәр генә теләйек. Теләк теләү, доға - көслө тылсым-һүҙ тылсымына бәйле. Изге теләк күңелде, зиһенде таҙарта.

Тыйыу, ҡурҡытыу

Донъяның ғүмере бик ҡыҫҡа, шул ҡыҫҡа ғүмерҙе матур итеп йәшәргә, ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә, һөнәргә, эшкә өйрәтергә кәрәк баланы. Бала өлкәндәр тарафынан тыйылған эштәрҙе, ҡылыҡтарҙы башҡарырға тейеш түгел. Тыйыу ҙа - тәрбиә сараһы. Тыйыу, ҡурҡытыу аша кешене тәрбиәләгәндәр ҙә, ҡурҡыныстан да ҡурсалағандар. Мәҫәлән, Бөтә кеше лә бер заман, тормош йомғағын йомарлап, мәңгелек йортона - зыяратҡа китә. Зыярат -халыҡ өсөн иң изге урын, сөнки унда иң ҡәҙерле кешеләр, яҡындарың ята. Зыяратты тапарға, унда үҫкән тереклекте һындырырға, ватырға, еләк-емешен өҙөргә ярамай. Унда сабылған бесәнде лә малға ашатырға ярамай. Сөнки мәйет тарҡалһа, унан канцероген матдә тарала. Сылбыр хасил була. Үләнде мал ашай, уның һөтөн эсәләр, итен ашайҙар. Зыярат кеше йәшәгән ерҙән алыҫыраҡ, һыу, тау аръяғындараҡ булырға тейеш.
Изгеләштереү, тыйыу ысулы менән тәбиғәт тә һаҡланған.
Аҡҡошто атырға ярамай, иптәшенән айырһаң, ул ҡарғай - зат-ырыуың ҡорой.
Күгәрсенде, сыйырсыҡты, кәкүкте үлтерһәң - зыян күрәһең. Бөркөт менән шоңҡар ҙа - изге ҡоштар.
Һыуҙы һаҡсыл тоторға кәрәк, уның ғонаһы күп, ҡиәмәт көнөндә артыҡ тотонған һыуыңды үҙеңә эсерәләр, тип тә тыйғандар, ҡурҡытҡандар. Ҡоҙоҡ, шишмә таҙартҡан кеше иң тәрбиәле кеше иҫәпләнгән.
Торна изге ҡош. Сыңрау торналар яу ваҡытында халыҡты үлемдән алып ҡалған, уны йәберләргә ярамай.

Иман

Иман - ул кешенең намыҫы, ғорурлығы, шатлығы, ҡыуанысы, бәхете, ныҡлығы ла. Ул булмаһа, кеше боҙоҡлоҡ һаҙлығына кереп батыр ине. Шунлыҡтан һәр кем иманлы булырға хаҡлы һәм иман килтерергә бурыслы.
Аллаға, дингә ышаныу кешегә бер ваҡытта ла зыян килтермәгән.
Дин ул бер-береңә ярҙам итеп торорға, иғтибарлы булырға, насарлыҡ ҡылмаҫҡа, балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләргә, иманлы булырға өйрәтә.
Иманлы булайыҡ. Балаларыбыҙ өлкәндәрҙең оло хазинаһы -хәйер-фатихаһын, доғаһын алырлыҡ миһырбанлы кешеләр булып үҫһен.
Иманы көслө милләт тарҡалмаҫ. Имандан айырылмаһаҡ ине. Иманлы булһаҡ, ҡаты йөрәк ирер, сафланыр, иман ҡайтыр. Ышанып йәшәргә өйрәнәйек.
Бөйөк немец фәлсәфәсеһе Иммануил Кант үҙенең бер әҫәрен ошондайыраҡ юлдар менән тамамлай: "Ике нәмә күңелдә һәр ваҡыт яңы һәм торған һайын көслөрәк ғәжәпләнеү һәм тәрән ихтирам уята - баш осондағы йондоҙло күк һәм үҙемдәге иман, әхлаҡ ҡанундары".
Ысынлап та, имандың, әхлаҡтың тормош, йәшәү өсөн әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур, сөнки улар - кешене кеше иткән, уны хайуандар донъяһынан айырып торған төп сифаттарҙың береһе. Был донъяға кеше ошо әхлаҡи ҡанундарҙы үҙләштереү һәм уны ғүмер буйы камиллаштырыу өсөн килә тиһәк тә, һис яңылышмабыҙ.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа бәлиғ булмағандар тарафынан эшләнгән ауыр енәйәттәр һанының арта барыуы хәүефкә һала. Урлашыу, талау, юл баҫыу кеүек һәм сексуаль ерлектә ҡылынған енәйәттәрҙә лә күп осраҡта үҫмерҙәрҙең ҡатнашыуы осраҡлы хәлме? Беҙҙең киләсәгебеҙгә ни булды? Был хәлдән нисек сығырға?
Башҡорт халҡының рухи донъяһы - бик киң мәғәнәле төшөнсә. Уның үҙ тарихы һәм традициялары бар.
Халыҡтың рухи йөҙөн уның мәҙәни байлығы, төрлөлөгө һәм күркәмлеге билдәләй. Уның тарихы, әҙәбиәте, мәҙәниәте, мәғрифәте, сәнғәте, ауыҙ-тел ижады, ғөрөф-ғәҙәттәре, ыҙан-йолалары ниндәй, милләттең һиммәте лә шундай.
Башҡорт халҡының, әлегә мәғлүм тарихи сығанаҡтарҙан белгәнебеҙсә, мең-мең ярым йыллыҡ рухи тарихы асыҡлана бара.
Кешелә патриотизм, интернационализм тойғолары фәҡәт туған телдән, милли ғорурлыҡтан, халыҡ ижадына, педагогикаһына таянып эшләүҙән, тәрбиәләнеүҙән башлана ла инде.

Халыҡ ижадының роле

Халҡыбыҙҙың меңәрләгән йылдар буйы күңел емеше булған ҡобайырҙар, әйтем-йомаҡтар, мәҡәлдәр, моңло йырҙар, туған тел байлығы ғына түгел, улар донъяның матурлығын, гүзәллеген таныу сараһы булып та хеҙмәт итә. Был мәңгелек хазина халыҡтың әхлаҡ кодексе, йәшәү нормаһы, көрәш сығанағы булып хеҙмәт итә, халыҡтың үҙен дә, бигерәк тә йәш быуынды яҡшы рухта, кешелеклелек рухында тәрбиәләү ҡоралы булып хеҙмәт итә. Халыҡ ижады һуты менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була. Тимәк, илһам шишмәһенең башы, рухи ниғмәттәр сығанағы булып халыҡ ижады тора. Халыҡ ижадында бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ йәшеренеп ята.
Туған телде, халыҡ традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙ этносыңды, халҡыңдың тамырҙарын өйрәнеү - хәҙерге заман йәштәренә патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреүҙең кәрәкле өлөшө. Үҙ тамырҙарыбыҙҙы онотоп, беҙ замандар һәм быуындар бәйләнешен өҙәбеҙ. "Үткән замандың иҫтәлегенән башҡа, үҙенең донъялағы урынын өр-яңынан билдәләү кәрәклеге алдына ҡуйылған кеше, үҙ халҡының һәм башҡа халыҡтарҙың тарихи тәжрибәһенән мәхрүм ителгән кеше тарихи перспективанан ситтә һәм бөгөнгө көн менән генә йәшәргә һәләтле булып сыға", - тип раҫлай Айытматов.
Тормош ритмының боҙолоуы, ата-әсәләрҙең йәмғиәттәге һәм ғаиләләге роле ҡырҡа үҙгәреүе, тыуған йорт балалар һәм ата-әсәләр өсөн ҡуныр урынға ғына әйләнеп, балалар баҡсаһында, мәктәптә, тирә-яҡ мөхиттә ғаиләнән тыш йоғонтоноң көсәйеүе, бер балалы ғаиләләр һаны артып, өлкән быуындар менән бәйләнеш өҙөлөү йәш ғаиләләрҙе бығаса күрелмәгән ҡатмарлы шарттарға ҡуя.
Унан сығыу юлы берәү генә. Ул да булһа, дөйөм кешелек ҡиммәттәренә, шәхескә ҡарата әүәлге мөнәсәбәтте ҡайтарыу, халыҡ педагогикаһы идеалдарын тергеҙеү.

Халыҡ ижадының роле

Халҡыбыҙҙың меңәрләгән йылдар буйы күңел емеше булған ҡобайырҙар, әйтем-йомаҡтар, мәҡәлдәр, моңло йырҙар, туған тел байлығы ғына түгел, улар донъяның матурлығын, гүзәллеген таныу сараһы булып та хеҙмәт итә. Был мәңгелек хазина халыҡтың әхлаҡ кодексе, йәшәү нормаһы, көрәш сығанағы булып хеҙмәт итә, халыҡтың үҙен дә, бигерәк тә йәш быуынды яҡшы рухта, кешелеклелек рухында тәрбиәләү ҡоралы булып хеҙмәт итә. Халыҡ ижады һуты менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө була. Тимәк, илһам шишмәһенең башы, рухи ниғмәттәр сығанағы булып халыҡ ижады тора. Халыҡ ижадында бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ йәшеренеп ята.
Туған телде, халыҡ традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙ этносыңды, халҡыңдың тамырҙарын өйрәнеү - хәҙерге заман йәштәренә патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреүҙең кәрәкле өлөшө. Үҙ тамырҙарыбыҙҙы онотоп, беҙ замандар һәм быуындар бәйләнешен өҙәбеҙ. "Үткән замандың иҫтәлегенән башҡа, үҙенең донъялағы урынын өр-яңынан билдәләү кәрәклеге алдына ҡуйылған кеше, үҙ халҡының һәм башҡа халыҡтарҙың тарихи тәжрибәһенән мәхрүм ителгән кеше тарихи перспективанан ситтә һәм бөгөнгө көн менән генә йәшәргә һәләтле булып сыға", - тип раҫлай Айытматов.
Тормош ритмының боҙолоуы, ата-әсәләрҙең йәмғиәттәге һәм ғаиләләге роле ҡырҡа үҙгәреүе, тыуған йорт балалар һәм ата-әсәләр өсөн ҡуныр урынға ғына әйләнеп, балалар баҡсаһында, мәктәптә, тирә-яҡ мөхиттә ғаиләнән тыш йоғонтоноң көсәйеүе, бер балалы ғаиләләр һаны артып, өлкән быуындар менән бәйләнеш өҙөлөү йәш ғаиләләрҙе бығаса күрелмәгән ҡатмарлы шарттарға ҡуя.
Унан сығыу юлы берәү генә. Ул да булһа, дөйөм кешелек ҡиммәттәренә, шәхескә ҡарата әүәлге мөнәсәбәтте ҡайтарыу, халыҡ педагогикаһы идеалдарын тергеҙеү.
Халыҡ педагогикаһының нигеҙ ташын ғаилә тәрбиәһе тәшкил итә.
Ғаиләләге ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар системаһына ылыҡтырылған балалар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, тәбиғи һәм еңел генә тәрбиә ала. Улар өлкәндәрҙең тәртибендәге һәм үҙ-ара мөнәсәбәтендәге өлгөнө күреп, үҙҙәре лә улар менән төрлө мөнәсәбәткә инә.
Ҡағиҙә булараҡ, ғаилә ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы берләштерә. Күп быуынлы ғаилә ағзалары төрлө квартираларҙа һәм хатта төрлө ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәшәргә мөмкин. Әммә уларҙың бөтәһе лә ғаилә тормошондағы иң мөһим мәсьәләләр буйынса дөйөм маҡсаттарҙы һәм йолаларҙы һанлап, үҙ-ара ҡатнашлыҡтары булыуын, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер торғанлыҡтарын, туғандарының һәр береһенең яҙмышы өсөн яуаплылыҡтарын тойоп йәшәйҙәр. Ул көндәлек һөйләшеүҙәрҙә генә түгел, ә хатта телефон аша хәл белешеүҙә лә сағылырға мөмкин. Иң мөһиме -шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлашырҙай, ауырлыҡ килгәндә терәк булырҙай яҡын кешең барлығын тойоп йәшәү. Быларҙың бөтәһе ғәмәлгә ашһын өсөн һәр ғаиләнең үҙ традициялары, ныҡлы нигеҙе һәм принциптары булырға тейеш.

Дөйөмләп...

Бала тәрбиәләү - рух тәрбиәләү... Беҙ, өлкәндәр, тәрбиә эшендә, ысын башҡорт рухын тәрбиәләүҙә бөтә башланғыстарҙың да башы ғаиләлә икәнен онотмаһаҡ ине.
Үҙ телен һәм милләтен һанға һуҡмаған бер нисә быуын үҫтереп сығарып, ҙур хата яһауыбыҙҙы ваҡытында күреп төҙәтә алыуыбыҙ бөгөн ҡыуаныслы.
Илдә аяуһыҙ һуғыш бара. Йәштәребеҙ, ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, илде һаҡлап, тыныслыҡты яҡлап, күпләп баш һала.
Бөгөнгө ысынбарлыҡ аяуһыҙ. Халыҡ байлығына ҡандала һымаҡ ҡаҙалған бурҙар, иманһыҙҙар самаһыҙ ҡотора. Илде ярышып талайҙар. Эскелек, наркомания тигән бәлә өҫтәлде. Һыуға ҡарағанда, араҡыға нығыраҡ, күберәк батып үлгән кешеләр һаны арта бара.
Ата-бабаларҙы наҙанлыҡта ғәйепләйбеҙ. Ләкин бер ниндәй уҡыу йорттарының ишеген асып та ҡарамаған ата-әсәләр хәҙерге ҡайһы бер ата-әсәләрҙән әхлаҡ тәрбиәһе биреү яғынан күпкә өҫтөн булғандар. Сөнки шул уҡ эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар ҡулланыу башҡорттар өсөн бөтөнләй ят шөғөл булған. Бөгөн көндән-көн сәскә атҡан, тамырҙарын киңерәк таратҡан эскелекте, фәхишәлекте беҙ, тәрбиә эшен, ҡулға-ҡул тотоношоп, кәңәшләшеп башҡарғанда ғына юҡҡа сығара алабыҙ. Бөгөнгө шарттарҙа кәрәкле рух ныҡлығы, алдына ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн тырышлыҡ, героик үткәндәр һәм заман бәйләнеше булдырыу - мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Һәр төрлө ауырлыҡты еңеп сығыу өсөн, бала бөтә яҡлап та әҙерлекле булырға тейеш.
Халыҡтың рухи мираҫына ныҡлы таянып, сәсән, илһөйәр, телһөйәр булып тәрбиәләнергә тейеш бала. Үҙ милләтен бейеклектәргә күтәрерҙәй, ауыҙ тултырып: "Мин-башҡорт балаһы, бөркөттәр оя ташламаҫ сал Уралдың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге", - тип әйтә, уның һәр ташын, ерен-һыуын ҡурсый алырлыҡ оло шәхес булып үҫергә тейеш ул. Милли үҙаңы үҫешкән, үҙ аллы фекер йөрөтә алған, ижади һәләтле лә булып үҫһен кеше.
Балаларҙы кеше зарына ҡолаҡ һалырға, тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы булырға өйрәтәйек. Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ. Башҡаларға кәрәк булыуға, ярҙам итә алыуға һөйөнөп йәшәргә өйрәнһендәр.
Бала үҙ милләтенең рухи ҡиммәттәрен: милли аш төрҙәрен дә, музыка ҡоралдарын да, кейемен дә, батырҙарын да белеп, танып үҫһен. Халҡының кәрәкле бер вәкиле итеп тойһон үҙен.
Яҡшылыҡтың ҡәҙерен белеп, бер изгелеккә унлата изгелек менән яуап ҡайтарырға тырышһындар, ғәҙел булһындар. Был бөйөк ҡиммәттәрҙән тыш донъя күптән дөм ҡараға әйләнер ине.
Донъяларҙан ваз кисерлек нахаҡтар ишетһәң дә, ҡот осорлоҡ хәлдәргә тарыһаң да, үсләшеп йөрөмәй, йәнде яралаған зәһәрҙе үткәрә алырлыҡ булып үҫһендәр.
Ата улды, инә ҡыҙҙы белмәгән заман килгәндә лә, изгелеклелек, миһырбанлыҡ тигән төшөнсәне юғалтмаһындар ине. Булдыҡлы, энергиялы, намыҫлы булһындар, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, халыҡ булып һаҡланып ҡала алһындар.
Рухи ныҡлыҡ бәхетле минуттарҙа ла, ҡайғы килгәндә лә һынала. Бәхетле мәлдә рухы ныҡ кеше шашып китмәй, донъяның ҡуласа икәнлеген аңлай.
Хөрмәтле дуҫтар! Кешелек донъяһы ер тетрәүҙәрҙән, туфан һыуы ҡалҡыуҙан, йыһан бәлә-ҡазаларынан, хатта атом һуғышынан да түгел, ә араҡынан, наркотиктарҙан, әҙәм балаларының рухи тарҡалыуынан һәләк булыуы ихтимал. Шуға күрә бөгөн аҡылыбыҙға килергә ваҡыт.
Ҡотло, милли рухи донъяһын һындырмаған, иман утын һүндермәгән, беҙҙән белемлерәк икәнен белдермәгән ҡанбабалар аманатына тоғро булайыҡ, ата-әсәләребеҙҙе, әбей-бабайҙарыбыҙҙы тыңлап ҡалайыҡ, аҡыл төйнәп, әйтмәгәнен оһоллап, ут алып ҡалайыҡ, шул осҡондо балаларыбыҙ күңеленә һалайыҡ.
Тереләйек, терелтәйек илебеҙҙе. Күңелдәге изге теләктәрҙе доға итеп әйтәйек, аҡылыбыҙға киләйек, тәүфиҡтан айырылмайыҡ. Беҙ иманлы булһаҡ, балаларыбыҙ ҙа иманлы булыр. Ул саҡта бер генә мөртәт тә беҙгә милләт булараҡ үлем юрай алмаҫ. Бөйөк Шағирҙың һүҙҙәрен, бер аҙ ғына үҙгәртеп, былай тип әйткем килә:

Хәсрәт түгел, хәстәр йыйһын беҙҙе,
Берҙәмлекте кәрәк яңыртыуҙар,
Һүрелмәһен өмөт, һүнмәһен рух
Һүнеп ҡалғанда ла янар тауҙар.

Рузидә ҮТӘШЕВА - КӘРИМОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сибай ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №29, 24 - 30 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.07.26 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Ҡартлыҡ бәхет була алмай. Ҡартлыҡ - тыныслыҡ һәм бәлә генә була ала. Уны хөрмәт итһәләр, ҡартлыҡ тыныслыҡ кисерә. Онотһалар һәм яңғыҙлыҡта ҡалдырһалар, ул бәләгә әүерелә.

(В. Сухомлинский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru