«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАРА ДИҢГЕҘ – ҠУЛСАЛА
+  - 

Үткән аҙна йәкшәмбеһе (26 июль) Рәсәйҙә 330 йыллыҡ тарихы булған Хәрби-Диңгеҙ Флоты (ВМФ) көнө киң билдәләнде. Был көн РФ Президенты Владимир Путин Флот хәрби хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға Санкт-Петербургтағы Баш Адмиралтействоға килде.

Байрамдың тантаналы сараларынан һуң дәүләт башлығы формаль булмаған шарттарҙа хәрби моряктар менән осрашты һәм бөгөнгө донъя хәлдәре, Украина конфликты, шулай уҡ МХО зонаһындағы хәлдәр буйынса белдереүҙәр яһаны. Артабан Владимир Путин ВМФ-тың хәрби-идара үҙәгендә булды һәм видеобәйләнеш буйынса Төньяҡ, Тымыҡ океан, Балтика, Ҡара диңгеҙ флоттары һәм Каспий флотилияһы командующийҙарының йөкмәтелгән бурысты атҡарыуҙағы оператив хәл тураһында докладтарын тыңланы."ВМФ, шул иҫәптән диңгеҙ пехотаһы, Махсус хәрби опрерация бурыстарын хәл итеүҙә мөһим роль уйнай, - тине ул . - Корабль комплекстары юғары аныҡлыҡтағы ҡорал менән дошманды ҡыйрата, диңгеҙ пехотасылары алға бара һәм ҡыйыу һуғыша. Бөтөн ил улар менән бергә һәм уларҙың ҡайтыуҙарын көтә".
Хәрби-Диңгеҙ Флотының Баш командующийы Рәсәй Геройы Александр Моисеев 2026 йылда Флот составына 20 яңы корабль ҡабул ителеүе, ә йыл аҙағына тағы ла 21 корабль, шул иҫәптән, "Пермь" һыу аҫты кәмәһе өҫтәләсәге хаҡында һөйләне. Бынан тыш, ул субмариндар һәм башҡа һыу аҫты объекттарын эҙләй торған 500 тонна һыу күсереүсе экипажһыҙ корабль төҙөлөү барышы, бының артабан экипажһыҙ системалар үҫешендә нигеҙ булып торасағы хаҡында ла хәбәр итте.
Әйткәндәй, тантанала был хаҡта һүҙ алып барылмаһа ла, ҡайһы бер эксперттар һуңғы йылдарҙа төрлө сәбәптәр буйынса Ҡара диңгеҙ флотында кораблдәр һанының ҡырҡа кәмеүе һәм шуға бәйле Ҡара диңгеҙҙә Рәсәйҙең өҫтөнлөктө юғалта барыуы хаҡында яҙа башланы. Британия Киевҡа беҙҙең Ҡара диңгеҙ флоты менән көрәш өсөн маҡсатлы рәүештә транш бүлеүе һәм был аҡсаның, ысынлап та, эшкә ҡушылыуы күҙәтелә, һуңғы ваҡытта ғына ла был флот өс хәрби карабын юғалтты, тип яҙҙы. Ләкин абруйлы эксперттар күҙәтеүенсә, бынан ике йыл элек Ҡара диңгеҙҙәге ваҡытлыса уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, Рәсәй был төбәктә лә төп хәрби көс булып тороуын дауам итә, Ҡара диңгеҙ Флоты үҙенең 75 процент хәрби потенциалын һаҡлап ҡалды. Эре хәрби караптарға килгәндә, кәмәләргә ҡаршы 11-се бригада составында "Ладный", "Пытливый" һаҡ кораблдәре һәм "Адмирал Макаров" фрегаты; десант кораблдәренең 197-се бригадаһында "Орск", "Ямал", "Азов" һәм "Николай Фильченков" кеүек эре десант караптары бар. Өҫтәүенә, бәләкәй тоннажлы кораблдәрҙең күпселеге, шулай уҡ кәмәләргә ҡаршы 36 бәләкәй карап, ракета катерҙары һәм төрлө тәғәйенләнештәре суднолар хәрби операция бурыстарын фиҙаҡәр башҡара.
Бына бер нисә аҙна инде Рәсәй ғәскәрҙәре Украинаның Ҡара диңгеҙҙәге порттарын һәм диңгеҙ порттары инфраструктураһын көслө ҡон ҡайтарыу утына тота. Был - Украина ҡораллы көстәренең Рәсәй территорияһына һәм уның тыныс халҡына туҡтауһыҙ террористик һөжүме өсөн яуап уты. Ләкин БДБ илдәре Институтының Севастополь филиалы директоры, запастағы 1-се ранг капитаны Серегей Горбачев фекеренсә, еңеүҙе тиҙләтеү өсөн Ҡара диңгеҙҙе Украина өсөн тулыһынса бикләп, диңгеҙ буйлап көнбайыш ҡоралын ташыу юлын ябырға кәрәк. Ҡара диңгеҙгә сығыу юлы өҙөлһә (ә Азовҡа уның юлы күптән бикле), Украина оҙаҡ йәшәй алмаясаҡ, ти хәрби белгес. Һәм, ысынлап та, Рәсәй Ҡораллы көстәре Ҡара диңгеҙҙәге Украина порттарын көслө ут аҫтында тотоп, уларҙың эшен ғәмәлдән сығарҙы: дошманға диңгеҙ юлдарын блокадалау ҡулсаһы ҡыҫыла бара. "Одесса", "Черноморск" һәм "Көньяҡ" порттары сит ил суднолары өсөн ябылды, тип яҙҙы Украинаның Диңгеҙ порттары идаралығы.
27 июлдә Кремлдә үҙ эшен тамамлаусы VIII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашҡанда, наградланыусыларҙан берәүҙең, беҙ еңербеҙ, ләкин ҡыйыуыраҡ эш итергә кәрәк, тигән һүҙҙәренә Рәсәй Президенты Владимир Путин, "ҡыйыуыраҡ" эш итеү беҙҙең яҡтан яңы юғалтыуҙарға килтереүе бар; яу ҡырында Рәсәй ипле, ләкин ныҡышмал рәүештә маҡсатына өлгәшәсәк, тип яуапланы.
Ә был ваҡытта иһә Британияның яңы премьеры Энди Бернем үҙ вазифаһын иле проблемаларынан түгел, ә Киев режимы башлығы Зеленский менән осрашыуҙан башлап ебәрҙе. Sky News телеканалы хәбәр итеүенсә, яңы премьер Рәсәйгә мөрәжәғәт итеп, Британияның "иңгә-иң терәп" Украина мәнфәғәтен яҡлаясағын һәм Рәсәйгә ҡаршы көрәшәсәген белдерҙе.
АҠШ Украина конфликты буйынса ҡайтанан "аралашсы битлеген" кеймәксе. 28 июль кис Дональд Трамп Вашингтонда Зеленский менән осрашып, Рәсәй - Украина мөнәсәбәттәрен тыныс көйләү мәсьәләһен ҡараны. Был осрашыуға АҠШ Сенатының бөтөн ағзалары ла саҡырылды. Сенаторҙар шул уҡ ваҡытта Рәсәйгә ҡаршы санкциялар буйынса закон проектын ҡабаттан ҡуҙғатты. Бынан алдараҡ АҠШ-тың дәүләт секретары Марко Рубионың РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашыуында танырға мәжбүр булыуынса, Ҡушма Штаттарҙың Анкоридж рухынан ситләшеүе һәм Зеленский менән Евросоюз лидерҙарына йоғонто яһай алмауы АҠШ-ты "яңы идеялар" эҙләргә мәжбүр итә. Ә Рәсәй өсөн иһә был юл күптән билдәле инде: Украина мәсьәләһендә тыныслыҡ урынлашһын өсөн, Рәсәй еңеүсе булырға тейеш.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.26 | Ҡаралған: 108

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru