
2011 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы 30 июлде Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө тип иғлан итә.
Был акция ҙур символик мәғәнәгә эйә: ысынлап та, бөтә донъя дәүләттәре араһында бер нисек тә хәл ителә алмай ҡырҡыулаша барған ҡапма-ҡаршылыҡтар артҡандан-арта барып, татыулыҡ, тыныслыҡ, һыйышып йәшәү саманан тыш бүҫкәрһә, халыҡтарҙың, милләттәрҙең дошманлашыуы өсөнсө донъя һуғышына еткереүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ер шарындағы халыҡтар тарихын улар араһында туҡтауһыҙ тиерлек барған һуғыштар тарихы, тип нарыҡлап була.
Меңәр йылдар дауамында әле бер, әле икенсе урында ҡубып торған бәрелеш-ҡырылыштарҙа һәләк ителгән кешеләрҙең иҫәбен хәҙер асыҡлап та булмайҙыр: миллионлаған ғына түгел, бәлки, миллиардлаған әҙәм балалары - йәп-йәш ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарттар, бала-сағалар һуғыш ҡорбанына әүерелдерелгән. Мәҫәлән, Швейцария ғалимы Жан-Жак Бабель үҙе "электрон мейе" тип атаған яһалма интеллект ярҙамындағы тикшеренеүендә һуңғы 5559 йыл арауығында барлығы 14 513 эреле-ваҡлы һуғыш булып уҙыуын, һөҙөмтәлә 3 миллиард 640 миллион кешенең ваҡытһыҙ үлемгә дусар ителеүен асыҡлай. Әлбиттә, был һандарға ышаныуы ла ҡыйын. Ә бына XX быуатта һуғыштар менән бәйле мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа тап килә, тип уйларға кәрәк. Рәсәй тарихсыһы Вадим Эрлихман үҙенең "Потери народонаселения в ХХ веке" тигән хеҙмәтендә ошо быуаттағы һуғыштар барышында 126 миллион кешенең һәләк ителеүе хаҡында яҙа. Нисек кенә булмаһын, һуғыш хәрәкәттәрен кешелек үҫешен, иҡтисади, ижтимағи прогресты иң ныҡ тотҡарлаусы фактор итеп ҡабул итергә кәрәк.
Дуҫлыҡ - рухи төшөнсә. Ул һәр айырым кешегә лә, тотош ҡәүемдәргә лә берҙәй хас феномен. Тыныс һәм һыйышып, татыу йәшәүҙең төп терәге ул дуҫлыҡ. Ата-бабаларыбыҙ беҙгә "Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын" тигән аманатын юҡҡа ғына ҡалдырмағандыр. Дуҫтарың булғанда шәхси тормошоң да йәмлерәк, еңелерәк, хислерәк тойола. Был ҡағиҙә йәмғиәттә лә, дәүләттәр кимәлендә лә мотлаҡ үтәлһен ине. Үҙ илеңдең Ер шарында йөҙ дуҫ иле булһа, халыҡтарыбыҙ киләсәгенә бер ниндәй хәүеф янамаҫ ине. Рәсәй тигән ҙур илебеҙҙең дуҫтары байтаҡ ул, әммә әлеге мәлдә Ватаныбыҙҙы хас дошман итеп күреүсе Көнбайыш сәйәсмәндәре лә етерлек. Тап улар Рәсәй дәүләтселеген көсһөҙләндерергә, илебеҙ халыҡтарын тарҡауландырырға, хатта ки дошманлаштырырға тырыша. Ошо хаҡта уйланғанда талантлы рус шағиры, байтаҡ йылдар Европа илдәрендә дипломат вазифаһын башҡарған Фёдор Тютчевтың "Ике төрлө берҙәмлек" тип аталған үтә фәһемле шиғыры иҫкә төшә:
"Хоҙай ҡәһәре төшкән яҙмыш кәсәһенән
Аҡҡан ҡанға сәсәй яһил Көнбайыш -
Дуҫ-туғандар ҡанын көҫәй ул кисәгенән -
Айырымланғас славян донъяһы...
"Берҙәмлек, - тине күрәҙәлек ҡылған берәү, -
Тик ҡоростан һәм дә ҡандан ҡойола..."
Дөрөҫө шул: һөйөү утында сыныҡҡандар
Барыһынан ныҡлы тойола..."
Шулай ҙа Рәсәй халыҡтарының үҙ-ара дуҫлыҡта, татыулыҡта, теләктәшлектә йәшәү тәжрибәһен бер нисек тә юҡҡа сығарып булмаясаҡ. Бына Совет осорон ғына иҫкә алайыҡ. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, СССР тип аталған ҙур илебеҙ тарҡалып барған бер осорҙа, үҙҙәрен генә хәҡиҡәт эйәләре тип иҫәпләгән ҡайһы бер сәйәсмәндәр, халыҡтар дуҫлығы бер ҡасан да булманы, ул тик идеологик штамп, уйҙырма ине, тип лаф өрҙө. Әгәр ҙә ки халыҡтар дуҫлығы булмаһа, Совет иле үлемесле Бөйөк Ватан һуғышында еңә алыр инеме һуң? Юҡ, әлбиттә. Бына бер иҫ киткес миҫал. 112-се Башҡорт кавдивизияһының 30 кешенән торған йыйылма отряды менән төркмән егете, лейтенант Аннаклыч Атаев командалыҡ итә. Улар 1943 йылдың 21 - 22 ғинуарында Аҡ Калитва эргәһендәге ҡалҡыулыҡта гитлерсылар менән ике тәүлек буйына тиңһеҙ алыш алып бара, бөтәһе лә һәләк була, әммә дошмандың барса атакаларын да кире ҡағыуға өлгәшә. Ошо бәләкәй генә төркөмдә 15 үзбәк, 4 рус, 4 украин, 2 татар, берәр башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡараҡалпаҡ, төркмән була, тик бер яугирҙың ғына милләте асыҡланмаған.
2014 йылда БМО-ның Генераль сәркәтибе Пан Ги Мун үҙенең бер сығышында бына нимә тигәйне: "Әйҙәгеҙ, Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө айҡанлы, расаға, дингә, енескә йә иһә ил сиктәренә ҡарамайынса, беҙҙе ниҙәр бәйләнештә тотоуын иҫебеҙгә төшөрәйек. Әйҙәгеҙ, теләктәшлекте үҫтерәйек, беҙ бит берҙән-бер планетабыҙҙың берҙәм ғаиләһебеҙ. Әйҙәгеҙ, ысын һәм ныҡлы дуҫлыҡҡа ынтылайыҡ". Хаҡ һүҙҙәр. Тап күптәнге балалар йырындағыса: "Зәңгәр инештән йылға башлана, ә дуҫлыҡмы - ул йылмайыуҙан башлана". Был фани донъяла һуғыштар туҡтаһын, һәр беребеҙгә йылмайып-көлөп, дуҫлыҡ-татыулыҡта имен-аман йәшәргә яҙһын, тип үтенәйек Хаҡ Тәғәләбеҙҙән.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА