«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

МЕЙЕГЕҘҘЕ ҺАҠЛАҒЫҘ!
+  - 

Июлдең һуңғы бер көнөндә Бөтә донъя мейе көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы баш мейеһен һаҡлау аҙналығын да иғлан итте

Баш мейеһенең функциональ әүҙемлеген һәм уның когнитив ҡеүәтен һаҡлау - әүҙем оҙон ғүмерле булыу серҙәренең береһе. Ҡан тамырҙары хәүефен - гипертония, гипергликемия, дислипидемияны контролдә тотоу - баш өйәнәге (инсульт) һәм хәтергә зыян килеү (деменция) ихтималлығын кәметә.
Ҡан баҫымын даими үлсәү мөһим, сөнки гипертония йыш ҡына билдәләрһеҙ үтә. Тағы ҡан тамырҙарының "һығылмалылығын" тәьмин итеп, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Был саралар - мейе һаулығын, фекерләү асыҡлығын, когнитив әүҙемлекте һаҡлау сығанағы.
Тоҙҙо артыҡ ашау ҙа, гипертонияны һәм ҡан тамырҙары тайпылыштарын арттырып, хәлде ҡатмарлаштыра. Рационда уны 5 грамға тиклем кәметеү һәм ҡан баҫымын контролдә тотоу (терегөмөш бағанаһының 130/80 миллиметрынан кәмерәк) мейене һаҡларға, әүҙем оҙон ғүмерлелекте оҙайтырға һәм нейродегенерация хәүефен кәметергә булышлыҡ итә.
Сәләмәт йоҡо, психологик йәһәттән тотороҡлолоҡ, ижад мейе һаулығына ыңғай йоғонто яһай. Даими аҡыл һәм социаль әүҙемлек тә өлкән йәштәгеләрҙең мейе сәләмәтлеге өсөн файҙалы. Мейе сирҙәрен комплекслы иҫкәртеү һаулыҡ һаҡлау дөйөм мәҙәниәтенең бер өлөшөнә әйләнергә тейеш.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе - невролог Мансур Ҡотлобаев деменцияның мәкерле билдәләре тураһында һөйләне. Ул, хәтер насарайыуынан тыш, яҡшы белгән урындарҙа юғалып ҡалыу, электән таныш кешеләрҙең йөҙөн хәтерләмәү, ябай ғына фекерҙе лә әйтә белмәү, психикалағы үҙгәрештәр иғтибарҙы йәлеп итергә тейеш икәнлеге тураһында әйтте. Әгәр ошондай билдәләр бар икән, белгестәргә күренергә кәрәк.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 31 июль – 6 август 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Ахмаҡ бер ниҙе лә ғәфү итмәй һәм онотмай; бер ҡатлылар барыһын да ғәфү итә һәм барыһын да онота; аҡыллылар ғәфү итә, әммә бер ниҙе лә онотмай.

(Томас Сас).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru